Үтек

кейемдәге йыйырсыҡланған һәм бөкләнгән урындарҙы яҙыу өсөн ҡулланылған көнкүреш техникаһы электр приборы

Үтек (төрки. *ütüɣ, төр. ütü «үтек»)[1] — кейемдәге йыйырсыҡланған һәм бөкләнгән урындарҙы яҙыу өсөн ҡулланылған көнкүреш техникаһы элементы. Процесс үтекләү тип атала.

Үтек
Рәсем
Код MCN 8516.40.00
 Үтек Викимилектә
XIX быуат аҙағы — XX быуат башындағы күмер үтеге
Күмер үтеге (Венгрия)

Заманса үтектәр һәм ҙур булмаған күләмдәге изделиеларҙы үтекләү өсөн һәм коммуналь-көнкүреш предприятиелары һәм учреждениелары шарттарында сәнәғәт етештереүендә оҙайлы өҙлөкһөҙ эшләү өсөн (кер йыуыу бүлмәләре, химик таҙартыу һ. б.) сығарыла[2]. Көнкүреш үтектәренең эш температураһы ғәҙәттә 121 ° C алып 182 ° C тиклем була.

Үтек тарихы

үҙгәртергә
 
Үтек музейы. Переславль-Залесский
 
1800-сө йылдарҙағы типик инглиз үтектәре (Трэнби Хауз коллекцияһы, Австралия). Форманы викториан антикварҙары Экю йылытыу ҡалҡанының аналогы тип аталған урта быуат ҡалҡаны стилен тасуирлау өсөн файҙаланған
 
Газолинлы үтек

Утек күптән уйлап табылған. Беҙҙең эраға тиклем IV быуатта Боронғо Грецияла уҡлауҙы хәтерләткән ҡайнар металл сыбыҡ ярҙамында туҡыманан тегелгән кейемгә плиссе яһау ысулы уйлап табылған. Боронғо кейемдәрҙе үтекләү өсөн бер аҙ эшкәртелгән йылытылған һуйырташтар файҙаланылған. Беҙҙең эраға тиклем I быуатта Ҡытайҙа ҡыҙҙырылған күмер һалынған тимер кәстрүлдәр ярҙамында туҡымаларҙы үтекләгәндәр[3].

Мәхмүт Ҡашғариҙың Ⅺ быуатта яҙылған «Диуану лөғәт әт-төрк» хеҙмәтендә был көнкүреш предметы тураһында телгә алына: «үтүк — өҫ кейеменең өбөрөһөн йылытыу һәм үтекләү өсөн ҡулланылған көрәксек рәүешендәге тимер»[4].

Рәсәйҙә, фетнә дәүерендә поляктар һәм литвалар үтектәрҙе ҡулланылышҡа индергәнгә тиклем, кейем үтекләнмәгән. Тәбиғи етен туҡыманан тегелгән күлдәктәрҙе һәм порттарҙы йыуып, киптергәндән һуң, йомшаҡлыҡ һәм өбөрөлөк биреү өсөн яҡшылап яҙыу талап ителгән. Был үҙенсәлекле ысул менән тормошҡа ашырылған. Йыуылған әйбер уҡлауға уралған, шунан һуң ул бер нисә тапҡыр «рубель» — аҫҡы яғында һырланған ҡыры һәм осонда һабы булған оҙон ағас ярҡа (плашка) менән ентекләп тәгәрләтеп тигеҙләнгән. Рубель үҙенсәлекле шаҡылдап уҡлауҙы тәгәрләткән был ваҡытта уның ҡырҙары туҡыма сүстәрен яҙылдырған. Был ҡулайлама шулай уҡ «ребрак» (ҡабырға), «раскатка» (тигеҙләгес), «пральник» һәм башҡалар тип аталған. Ул ҡайһы бер төбәктәрҙең урыҫ ауылдарында XX быуат аҙағына тиклем йәшәп килгән[5].

Көнкүрештә үтектәр ҡулланылыуын раҫлаған тәүге яҙма таныҡлыҡ 1636 йылдың 10 февралендә теркәлгән. Батша һарайының сығымдар китабында былай тиелгән: «Кузнец Иваш Трофимовҡа 5 алтын бирелгән, ә ул шул аҡсаға батшабикәнең палатаһы өсөн тимер үтек эшләгән». XVIII—XIX быуаттарҙа үтектәр замансаға яҡын формалағы металл ҡоролмаларҙан торған. Үтектәр газда йәки мейестәрҙә йылытылған. XVIII быуатта уҡ төрлө төр үтектәр етештереү яйға һалынған булған[6]. Ҡыҙҙырылыусы үтектең буш корпусы күмер менән тултырылған.

Йәнә «гавкалар» — эҫе һыу менән тулы металл түңәрәк быяла шарҙар булған. XVIII быуат уртаһына эсендә янып торған күмерле үтек барлыҡҡа килгән. Йылытыу үтектәре киң таралған — улар мейескә ҡуйылған һәм йылытылған. XIX быуат аҙағына һәм XX быуат башына кәрәсин, этанол, кит майы, тәбиғи газ, карбид газы (карбид лампаларындағы ацетилен кеүек) йәки хатта бензин кеүек яғыулыҡтан йылытылған үтектәр бик күп ҡулланылған.

Электр йылытҡыслы үтекте американ Генри У. Сили уйлап таба һәм 1882 йылдың 6 июнендә патент ала[7]. Уның ауырлығы яҡынса 6,8 килограмм тартҡан, һәм уны йылытыу күп ваҡытты алған. Бөйөк Британияның Электр энергияһы ассоциацияһы, 1880 йылда Францияла күмер дуғалы электр үтектәре барлыҡҡа килде тип хәбәр итһә лә, ләкин был фекер шикле тип иҫәпләнә[8].

10 февраль үтектең тыуған көнө тип билдәләнә[9].

Эш принцибы

үҙгәртергә
 
Суйын үтектәр өсөн йылытыу мейесе

Үтектең эшләү принцибы кейемдең билдәле бер урында йылыныуына һәм үтек баҫымы аҫтында турайыуына ҡайтып ҡала. Шымалау полимер сүстәрҙән эшләнгән материалдарҙа булған молекулаларҙың оҙон сылбырҙары араһындағы бәйләнеште көсһөҙләндерә. Йылылыҡ һәм үтекләү пластинаһының ауырлығы тәьҫирендә сүстәр һуҙыла, һәм һыуытҡанда туҡыма үҙенең яңы формаһын һаҡлай. Мамыҡ кеүек ҡайһы бер материалдар молекула-ара бәйләнештәрҙе көсһөҙләндереү өсөн һыу файҙаланыуҙы талап итә.

Ҡыҙҙырыу

үҙгәртергә

Электр уты булмаған осорҙа

үҙгәртергә

Уҙған йылдарҙа үтектәрҙе йылытыу өсөн мейескә йәки үтек эсенә ҡайнар күмер һалғандар. Шулай уҡ спирт үтектәре булған. Боронғо үтектәрҙе башлыса суйындан эшләгәндәр. «Үтүк» боронғо төрки һүҙбәйләнеш мәғәнәһе ике мәғәнәнән тора: «ут», «юк» — һалырға.

Электр уты ҡулланыу

үҙгәртергә

Электр уты барлыҡҡа килеү һәм техника үҫешеү менән, электр үтектәре лә барлыҡҡа килә. Электр техникаһы күҙлегенән ҡарағанда, уларҙың принцибы электр тогын резистив йылытыу элементы аша үткәндә йылы бүлеүенә нигеҙләнә (тәүге электр үтектәре йылытыу элементы сифатындаэлектр дуғаһын файҙаланғандар). Ғәҙәттә, үтектең конструкцияһы йылытыу элементын табанға яҡын урынлаштырыуҙы һәм тән бешеүен булдырмаҫ өсөн, термоизоляция материалынан эшләнгән тотҡос ҡуйыуҙы күҙ уңында тота. Заманса электр үтектәрендә һыу өсөн ҙур булмаған резервуар бар, үтекләгәндә ҙурыраҡ һөҙөмтәгә өлгәшергә мөмкинлек биргән быу яһау өсөн һыу файҙаланыла. Быуҙың күләмен көйләүҙә быу клапаны ярҙам итә, ул үтектең йылытыу элементында юшҡын барлыҡҡа килеүҙе кәметә.

Температураны көйләү

үҙгәртергә

Электр үтектәренең тәүге моделдәре температураны көйләмәгән, уларҙа йылытыу элементы даими рәүештә селтәргә тоташтырылған була. Үтектең табаны етерлек йылыныуын күҙәтеп торорға һәм уны селтәрҙән алырға кәрәк була.

Хәҙерге үтек табанында ғәҙәттә биметалл пластина нигеҙендәге термостат ҡулланыла, ул талап ителгән температураны яҡынса биреү мөмкинлеген бирә. Шулай уҡ ҡайһы бер моделдәрҙә диммерҙар ҡулланыла. Көйләүес шкалаһы йыш ҡына символдар менән тамғаланған. Үтектәрҙә шулай уҡ электрон температура тапшырғысы (датчик) ҡулланыла, ул үтек торошон күҙәтеүсе электрон плата ярҙамында һәм билдәләнгән ваҡыт интервалы артҡан осраҡта йылытыуҙы туҡтатыуға идара итә. Был прибор файҙаланылған бинала янғын хәүефһеҙлеген тәьмин итә. Үтектәрҙә шулай уҡ ебәк, синтетик һәм башҡа туҡымаларҙы үтекләү мөмкинлеген биргән махсус насадка файҙаланыла[10].

Көйләү шкалаһы

үҙгәртергә
 
Быу дымландырғыслы заманса электр үтеге

Миҫалдар (тейешле приборҙарға инструкциянан алынған):

«Electric flat-irons YT type», Russia
символы температураһы, °C
o 75…115
oo 105…155
ooo 145…205
«Большевик» заводы электр үтеге, Ленинград
символ үткләргә ярай: температура, °C
o капрон, нейлон, лавсан 60…90
oo ебәк, яһалма ебәк, йөн ҡатыш лавсан 100…130
ooo йөн, мамыҡ, етен ҡатыш лавсан, етен 160…200
V быу ярҙамында еүешләү 130…160

Һуңғы ваҡытта табан температураһын электрон контролдә тотоу системалы үтектәр йышыраҡ барлыҡҡа килә башланы. Бындай система үтек табаны температураһын анығыраҡ контролдә тоторға мөмкинлек бирә.

Үтек музейҙары

үҙгәртергә

Переславль-Залесск ҡалаһында шәхси Үтек музейы бар, унда XVIII—XX быуат экземплярҙары ҡуйылған. Үтектәрҙең ҙур коллекцияһы (150-нән ашыу) «Замок Радомысль» тарихи-мәҙәни комплексында (Украина) һаҡлана.

Шулай уҡ ҡарағыҙ

үҙгәртергә

Туҡыма әйберҙәрҙе тәрбиәләү буйынса символдар

Үтекләү тигеҙләгесе

Үтек музейы

Рубель (предмет)

Быуландырыусы

  • Ҡалып:Книга:Товарный словарь
  • Утюг // Краткая энциклопедия домашнего хозяйства. — М.: Государственное Научное издательство «Большая Советская энциклопедия», 1959.
  • Е. В. Кузина, О. В. Ларина, Т. В. Титкова, О. А. Щеглова. Энциклопедия открытий и изобретений человечества. ООО «Дом Славянской книги», 2006, с. 695
  • Богомолець. О. «Замок-музей Радомисль на Шляху Королів Via Regia». — Київ, 2013

Һылтанмалар

үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Этимологический онлайн-словарь русского языка Макса Фасмера.
  2. Гайдалович А. Б., Кириллова Ю. А. Утюг / Техника: иллюстрированный путеводитель // М.: Э, 2016. — 96 с., ил. ISBN 978-5-699-79466-9. (С. 8).
  3. History of ironing and irons - flat-irons, sad-irons, mangles. Oldandinteresting.com (7 февраль 2002). Дата обращения: 17 июнь 2014. Архивировано из оригинала 27 ноябрь 2013 года.
  4. Махмуд ал-Кашгари Диван Лугат ат-Турк Алматы : Дайк-Пресс, 2005.
  5. Кто, когда и почему придумал утюг: удивительная история одного гаджета
  6. Утюг
  7. Ҡалып:US patent
  8. Du Fer a Repasser (фр.). Musée du Lavage et du Repassage (Museum of Washing and Ironing). Дата обращения: 27 май 2016. Архивировано 26 май 2016 года.
  9. 10 февраля — День рождения утюга!
  10. История утюга: от угля до электричества