Үтек музейы
Үтек музейы — Переславль-Залесский ҡалаһында шәхси эшҡыуар Андрей Воробьевтың музейы, ул көнкүреш үтеге тарихына бағышланған.
Үтек музейы | |
Нигеҙләү датаһы | 2002 |
---|---|
Дәүләт | Рәсәй |
Административ-территориаль берәмек | Переславль-Залесский[d] |
Входит в состав списка памятников культурного наследия | Культурное наследие России/Ярославская область/Переславль-Залесский[d] |
Мираҫ статусы | Рәсәйҙең мәҙәни мираҫ объекты[d] |
Указания, как добраться | Советская улица, 10 |
Үтек музейы Викимилектә |
Музейҙың тарихы
үҙгәртергә1999 йылдың декабрендә[1] эшҡыуар Андрей Воробьев (1995 йылда[2] үҙенең антиквар магазинын асыусы) 1,5 мең долларғаиПереславль ҡалаһы үҙәгендә торған, янғындан изарарланған ике ҡатлы йорт һатып ала, адресы — Переславль ҡалаһы, Совет урамы, 11-се йорт, элек бында коммуналь фатирҙар булған. Инженер-төҙөүсе Абрашкин Борис Кузьмич (Воробьевтың туғаны һәм музейҙың техник директоры) бинаны ремонтлау һәм ер участкаларын хосусилаштырыу өсөн рөхсәт ала[3].
Ремонт эштәре өс йыл дауам итә, бының өсөн 30 мең доллар аҡса сарыф ителә һәм биналарҙы ремонтлана. Шул тиклем үк аҡса үтектәр эҙләп табып, һатып алыуға китә[4]. 2002 йылдың 29 июнендә музей асыла[5]. Үтектәрҙең күпселек өлөшөн Мәскәү ҡалаһының Измайлово вернисажында һатып алына[1]. Ҡайһы бер ҡыҙыҡлы экспонаттар сүплектә табылған[6].
2002—2004 йылдарҙа музейға инеү бушлай була[2][6][7]. 2006 йылда музейға инеү бушлай була, әммә махсус йәшниктә аҡса ҡалдырырға мөмкин була[8]. Һуңынан музейға инеү түләүле булып китә[9].
Әммә «төп килем» (70 процент самаһы) музейға килеүселәрҙең музейҙа үтек һатып алыуынан килә (үтектәр 100 һумдан 10 мең һумға тиклем һатып алына). Килемдең өстән ике өлөшө йәйге туристик миҙгелгә, май-сентябрь айҙарына тура килә[10]. Бер ярым-ике йыл эсендә музейға тотолған аҡса тулыһынса үҙен-үҙе ҡаплай һәм табыш килтерә. Йәй айҙарында музейҙың килеме айына 70-100 мең һум тәшкил итә[4].
Музей аша ай һайын 1,2 мең кеше[4] үтә. Шуларҙың 95 % Мәскәүҙән, ҡалғандары — Рәсәйҙең башҡа ҡалаларынан һәм башҡа илдәрҙән килгән туристар[10].
Андрей Воробьев Һәм Дмитрий Никишкин 2003 йылдың июлендә асылған Переславль янындағы Веськово ауылында Үтек музейы аҡсаһына Сәйнүк музейы аса. Сәйнүк музейы йәй айҙарында айына 50-70 мең һум килем килтерә. Воробьев өсөн ике шәхси музей — мауығыу түгел, ә бизнесының төп килеме[4].
Үтек музейы коллекциялары Переславль ҡалаһы менән бер ниндәй ҙә бәйләнештә түгел[11].
Музей коллекциялары
үҙгәртергәМузей коллекцияһында 200-ҙән ашыу үтек бар[12].
Музейҙың беренсе ҡатында сувенирҙар магазин урынлашҡан, икенсе ҡатында — үтектәр. Үҙәк кәштә ете төп үтек типтарына арналған: 1)йылытҡыслы, 2) уртаһы суйын йылытҡыслы, 3) күмер үтеге, 4) пар үтеге, 5) спирт үтеге, 6) газ үтеге, 7) электр үтеге[3].
Бер нисә тапҡыр йылына музейҙа Үтек байрамы үтә, унда һәр кеше үтекте эштә һынап ҡарай ала[13].
Музеолог, сәнғәт ғилеме докторы Лебедев Алексей Валентинович әйтеүенсә, үтек музейы үтек магазины булып тора, бында «музей» һүҙе реклама өсөн ҡулланыла[14].
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ 1,0 1,1 Золотое кольцо, 2002, 25 июня.
- ↑ 2,0 2,1 Независимая газета, 2004, 12 апреля.
- ↑ 3,0 3,1 Торговая газета. 30 июня 2006 года.
- ↑ 4,0 4,1 4,2 4,3 Секрет фирмы. 23 июня 2008 года.
- ↑ Работница. 30 августа 2007 года.
- ↑ 6,0 6,1 Время МН, 6 февраля 2003 года.
- ↑ Российская газета. 26 июля 2002 года.
- ↑ Крестьянка, май 2006 года.
- ↑ Форум «Автопутешествия по России»
- ↑ 10,0 10,1 Юрий Москаев. Частные ценности // Коммерсантъ-ДЕНЬГИ. 15 марта 2004 года.
- ↑ Новые известия. 27 июля 2011 года.
- ↑ Московский комсомолец. 24 июля 2004 года.
- ↑ Русский век, декабрь 2008 года.
- ↑ Лебедев, А. В. В каком направлении будут развиваться музеи? Интервью // Iron magazine 2021 йыл 26 ғинуар архивланған.. 2016.