Үрге Таулыҡай мәктәбе

Үрге Таулыҡай мәктәбе — Башҡортостан Республикаһы Баймаҡ районы муниципаль районының Үрге Таулыҡай ауылы урта дөйөм белем биреү мәктәбе

Үрге Таулыҡай мәктәбе
Ҡыҫҡаса исеме

Баймаҡ районы Үрге Таулыҡай ауылы урта дөйөм белем биреү мәктәбе

Нигеҙләнгән

1908 йыл

Адресы

Рәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы,Башҡортостан Башҡортостан Баймаҡ районы, Үрге Таулыҡай ауылы, З. Вәлиди урамы, 23

1893—1894 йылдарҙа Түбәнге Таулыҡайҙа Хәлил хәҙрәт Рәхимов мәктәп-мәҙрәсә аса. Үрге Таулыҡайҙа мәктәп-мәҙрәсә 1908 йылда Вәлиулла Шоңҡаров етәкселегендә эшләй башлай. 1922 йылда мәҙрәсә башланғыс мәктәп итеп үҙгәртелә. 1965 йыл һигеҙ йыллыҡ, ә 1980 яңы стандарт буйынса мәктәп бинаһы төҙөлә.

Артабанғы статустары

1943—1944 — ете йыллыҡ мәктәп 1961 йыл — һигеҙ йыллыҡ мәктәп 1972 — урта мәктәп асыла. 2012 йыл — төп урта мәктәп итеп үҙгәртелә. 2015 йыл — мәктәпкә филиал сифатында Сыңғыҙ ауылы һәм Буранбай ауылы мәктәптәре, шулай уҡ Үрге Таулыҡай, Сыңғыҙ һәм Буранбай мәктәпкә мәктәпкәсә йәштәге төркөмдәр ҙә индерелә.

Етәкселәре

үҙгәртергә
  • Абзаҡов Исмәғил Зекриә улы (1922 йылдан)
  • Байегетов Усман Ғүмәр улы (1943 йылдан)
  • Фәхретдинов Әхмәҙи Фәйзрахман улы (1966—1969)
  • Байегетов Хөрмәт Хәлис улы (1969—1973)
  • Баймөхәмәтов Рамаҙан Дауыт улы (1973—1981)
  • Алтынбаев Мансур Рамазан улы (1981—1985)
  • Яманғолов Йәғәфәр Яхъя улы (1985—1990)
  • Сәлихов Әхәт Ғәбделварис улы (1990—2000)
  • Сәлихов Рауил Әхмәҙи улы (2000—2021)
  • Имамбаев Рифат Рәшит улы (2021 йылдан)

Уҡытыусылары

үҙгәртергә

Мәктәпте миҙалға тамамлаусылар

үҙгәртергә
  • Сәғитова Рәйсә Фәтхислам ҡыҙы (көмөш, 1993)
  • Сәлихова Ғәлиә Әхәт ҡыҙы (көмөш, 1997)
  • Байегетова Ләйсән Урал ҡыҙы (алтын, 1999)
  • Оморҙаҡова Яҙгөл Әҡсән ҡыҙы (көмөш, 2001)
  • Сәлихова Зәмзәмиә Рауил ҡыҙы (көмөш, 2002)
  • Сәлихов Илгиз Әхтәм улы (көмөш, 2003)
  • Имамбаев Рифат Рәшит улы (көмөш, 2005)
  • Байегетов Замир Урал улы (көмөш, 2006)

Һылтанмалар

үҙгәртергә