Үрге Пышма (йәки Юғары Пышма) (рус. Верхняя Пышма) - Рәсәй Федерацияһының Свердловск өлкәһендә өлкә буйһоноуындағы ҡала, «Үрге Пышма» ҡала округының административ үҙәге. Екатеринбургтың дүрт юлдаш-ҡалаларының береһе, уға төньяҡтан тоташа[1]. Ике ҡала үҙәктәренең араһы яҡынса 14 километр тәшкил итә.[2]

Ҡала
Үрге Пышма
рус. Верхняя Пышма
Флаг Герб
Флаг Герб
Ил

Рәсәй

Координаталар

56°58′ с. ш. 60°35′ в. д.HGЯO

Башлыҡ

Соломин Иван Викторович

Нигеҙләнгән

1854

Беренсе мәртәбә телгә алынған

1701

Элекке исеме

Баҡыр Руднигы (Медный Рудник)

Ҡала с

1946

Майҙаны

60 км²

Бейеклеге

270 м

Халҡы

71 335 кеше кеше (2021)

Тығыҙлығы

1169,3 кеше/км²

Агломерация

Екатеринбург агломерацияһы

Милли состав

урыҫтар, татарҙар (13,1 %), башҡорттар (1,8 %) һ. б.

Конфессиональ составы

христиандар, мосолмандар һ. б.

Телефон коды34368
Почта индексы

62409X

Һанлы танытмалар
Рәсми сайт

movp.ru Ҡалып:Ref-урыҫ теле

Үрге Пышма (Рәсәй)
Үрге Пышма
Үрге Пышма

Ҡала Пышма йылғаһы башында, Урал Тауҙарының көнсығыш битләүендә урынлашҡан.

Ҡала үҫешкән инфраструктураға эйә, Урал Тау-Металлургия Компанияһының (Рус. Уральская Горно-Металлургическая Компания (УГМК)) ҡала-базаһы булып тора.

Ҡалала ҙур татар-башҡорт диаспораһы бар. Свердловск өлкәһендәге иң күп милләтле ҡалаларҙың береһе.

Тарих үҙгәртергә

Пышма ауылына нигеҙ һалыу датаһы 1701 тип иҫәпләнә.

1854 йылда Пышма урынында Баҡыр Руднигы (Рус. Медный Рудник) ҡасабаһына нигеҙ һалына, шул уҡ йылда йылға башында баҡыр мәғдәне эшкәртелә башлай. Һуңыраҡ Баҡыр Иретеү Заводы төҙөлә.

1929 йылда Үрге Пышма баҡыр электролит заводы төҙөлә башлай, завод 1934 йылда беренсе баҡыр бирә.

Үрге Пышма хәрби техника музейы мәғлүмәттәре буйынса, Бөйөк Ватан Һуғышы йылдарында Үрге Пышмала танктар өсөн баҡырҙың 60% етештерелә.

1946 йылда Пышма ҡасабаһы ҡала статусын ала Һәм Үрге Пышма исеме бирелә.

1958 йылда Пышма Тәжрибә Заводы «ГИРедМет» (п/я м-5649[4], хәҙерге исеме — «Уралредмет») эшләй башлай.[3]

2010 йылдың 16 апрелендә ҡалаға Патриарх Кирилл килә. Ул «Уралэлектромедь» комбинатында була һәм коллективты III дәрәжә преподобный Серафим Саровский ордены менән бүләкләй. [4]

Халҡы үҙгәртергә

Халҡы (2021) - 71 335

Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса, 2021 йылдың 1 октябренә ҡала халыҡ һаны буйынса Рәсәй Федерацияһының 1118 ҡалаһы араһында 227-се урында тора.

Халыҡ иҫәбе
1959[5]1967[6]1970[7]1979[8]1989[9]1992[6]1996[6]1998[6]2000[6]
30 33135 00037 79842 69853 10254 10054 60054 70054 700
2001[6]2002[10]2003[6]2005[6]2006[6]2007[6]2008[6]2009[11]2010[12]
54 50058 01658 00057 70057 70057 90058 10058 40559 749
2011[6]2012[13]2013[14]2014[15]2015[16]
59 70060 66262 58864 11365 781

Иҡтисады үҙгәртергә

2016 йылда Үрге Пышма ойошмаларының әйләнеше 272,2 млрд һум.

Үрге Пышма предприятиеларының тулы исемлеге (исемдәре урыҫ телендә бирелгән):

Төҫлө металлургия:

  • ОАО «УГМК-Холдинг»
  • АО «Уралэлектромедь»
  • ЗАО СП «Катур-Инвест»
  • АО «Уралредмет»

Машиналар эшләү һәм металл эшкәртеү:

  • ООО «Уральские локомотивы»
  • ООО «Уральский завод Металл Профиль»
  • ОАО «Екатеринбургский завод по обработке цветных металлов»
  • ООО «ПОЗ-Прогресс»
  • ООО «ШТОРМ»

Химия сәнәғәте:

  • Уральский завод химических реактивов
  • Төҙөлөш материалдары етештереү:
  • Опытный завод огнеупоров
  • Аҙыҡ-түлек сәнәғәте:
  • Верхнепышминский молочный завод
  • Верхнепышминский хлебокомбинат (юҡҡа сығарылған)

Белем биреү үҙгәртергә

УГМК-ның техник университеты

Үрге Пышмала Рәсәйҙә юғары техник белем биргән берҙән-бер шәхси юғары уҡыу йорто эшләй - УГМК-ның техник университеты.

Йәмәғәт тормошо үҙгәртергә

«Наша Верхняя Пышма фонды»

Экология үҙгәртергә

Атмосфера һауаһының дөйөм бысраныу күрһәткесе классификацияһына ярашлы Өҫкө Пышма атмосфера һауаһының юғары бысраныу кимәленә тап килә һәм халыҡ һаулығына өҫтәмә хәүеф тыуҙыра.

Ағынты һыуҙар өлөшө:

  • Бысранған ағынты һыуҙар (таҙартылмаған) - 2,2 %
  • Етерлек таҙартылмаған - 91,2 %
  • Норматив таҙартылған - 6,6 %


2007 йылда Үрге Пышмала ҡала халҡының билдәһеҙ ауырыу менән күпләп зарарланыуы күҙәтелә.

Зыян күреүселәр - 200 кеше.

Һәләк булғандар - 170 кеше.


Ике төп версия бар:

  1. Рәсми: Легионерҙар ауырыуы, сәбәбе - таҙартыу ҡоролмаларында хата.
  2. Альтернатив (халыҡ): Заводтан химикаттар сығарыу.

Дин үҙгәртергә

Пресвятая Богородица Успениеһы ҡорамы
Имам Исмәғил Әл Бохари исемендәге баҡыр мәсете

Үрге Пышмала Пресвятая Богородица Успениеһы ҡорамы һәм

Александр Невский ҡорамы төҙөлгән.

Үрге Пышма - Свердловск Ислам Үҙәге.

Үрге Пышмала Имам Исмәғил Әл Бохари исемендәге баҡыр мәсет бар, иң ҙур мәсет Свердловск өлкәһендә.[17]

Рәсми символикаһы үҙгәртергә

Рәсми символикаһы

Үрге Пышма флагы
Үрге Пышма гербы
  • Флаг
  • Раҫланған - 2001 йылдың 27 декабрь
  • Пропорцияһы - 2:3
  • ГГР - ҙағы номеры - 1082
  • Авторҙары - А. К. Грефенштейн, В. К. Кондюрин


Символиканың нигеҙләнеше:

Зәңгәр төҫ - Үрге Пышма халҡының һәм эшселәренең абруйы һәм тыныс хеҙмәте билдәһе.

Һары һыҙат - Урал тауҙары ер аҫты байлығын күрһәтә.

Грифон - край хазинаһы һаҡсыһы.

Венера көҙгөһө - традицион рәүештә баҡыр билдәһе булараҡ ҡулланыла, уны сығарыу һәм эшкәртеү менән муниципаль берәмектең боронғо һәм хәҙерге тарихы тығыҙ бәйле.

Сығанаҡтар үҙгәртергә

  1. https://movp.ru/site/section?id=72
  2. https://movp.ru/site/section?id=165
  3. https://movp.ru/site/section?id=164
  4. http://www.patriarchia.ru/db/text/1139338.html
  5. Всесоюзная перепись населения 1959 года. Численность городского населения РСФСР, её территориальных единиц, городских поселений и городских районов по полу. Демоскоп Weekly. Дата обращения: 25 сентябрь 2013. Архивировано 28 апрель 2013 года.
  6. 6,00 6,01 6,02 6,03 6,04 6,05 6,06 6,07 6,08 6,09 6,10 6,11 Народная энциклопедия «Мой город». Верхняя Пышма
  7. Всесоюзная перепись населения 1970 года Численность городского населения РСФСР, её территориальных единиц, городских поселений и городских районов по полу. Демоскоп Weekly. Дата обращения: 25 сентябрь 2013. Архивировано 28 апрель 2013 года.
  8. Всесоюзная перепись населения 1979 года Численность городского населения РСФСР, её территориальных единиц, городских поселений и городских районов по полу. Демоскоп Weekly. Дата обращения: 25 сентябрь 2013. Архивировано 28 апрель 2013 года.
  9. Всесоюзная перепись населения 1989 года. Численность городского населения. Архивировано 22 август 2011 года.
  10. Всероссийская перепись населения 2002 года. Том. 1, таблица 4. Численность населения России, федеральных округов, субъектов Российской Федерации, районов, городских поселений, сельских населённых пунктов - райцентров и сельских населённых пунктов с населением 3 тысячи и более. Архивировано 3 февраль 2012 года.
  11. Численность постоянного населения Российской Федерации по городам, посёлкам городского типа и районам на 1 января 2009 года. Дата обращения: 2 ғинуар 2014. Архивировано 2 ғинуар 2014 года.
  12. Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность и размещение населения Свердловской области. Дата обращения: 1 июнь 2014. Архивировано 1 июнь 2014 года.
  13. Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям. Таблица 35. Оценка численности постоянного населения на 1 января 2012 года. Дата обращения: 31 май 2014. Архивировано 31 май 2014 года.
  14. Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2013 года. — М.: Федеральная служба государственной статистики Росстат, 2013. — 528 с. (Табл. 33. Численность населения городских округов, муниципальных районов, городских и сельских поселений, городских населённых пунктов, сельских населённых пунктов). Дата обращения: 16 ноябрь 2013. Архивировано 16 ноябрь 2013 года.
  15. Таблица 33. Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2014 года. Дата обращения: 2 август 2014. Архивировано 2 август 2014 года.
  16. Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2015 года. Дата обращения: 6 август 2015. Архивировано 6 август 2015 года.
  17. http://islamdumso.ru/