Үләндекүл[1][2] (русса Уляндекуль[2][3]) — Башҡортостан Республикаһы Баймаҡ районының төньяҡ-көнсығышында, Худолаз һәм Оло Ҡыҙыл йылғалары араһындағы тымыҡ күл[1][2]. Кусей[4] һәм Моҡас[5] ауыл Советтарының сиге буйында, 1-се Төрөкмән ауылынан 9 км төньяҡта-көнсығышта[6], диңгеҙ кимәленән 415,4 м бейеклектә урынлашҡан. Үлән менән ҡапланыу янай. Көнсығыш һәм көньяҡ ярҙары һаҙлыҡлы[1]. Исеме башҡорт телендәге — «үләнле һәм күл һүҙҙәренән алынған, үлән баҫҡан күл» тигәнде аңлата.

Үләндекүл
Дәүләт  Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Башҡортостан Республикаhы
Карта

Оҙонлоғо — яҡынса 1,8 км[7], уртаса киңлеге — 600 м-ға тиклем, максималь тәрәнлеге — 3 м самаһы.

Күлдә һыу кимәле тирбәлеше ҙур амплитудалы, сөнки Үләнлекүл ҡоро климатлы дала зонаһында урынлашҡан[8].

Күл тектоник сығышлы; соҡоро оҙонса, субмеридиональ һуҙылған. Яуым-төшөм менән туҡлана. Яр буйы күл ҡамышы, күрән, тар япраҡлы екән, ғәҙәти ҡамыш һәм башҡа үҫемлектәр менән ҡапланған. Күлдә табан балыҡ бар. Ҡырағай ҡаҙҙар, өйрәктәр, торналар, аҡҡоштар күлдә туҡтайҙар.

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

  1. 1,0 1,1 1,2 Лист карты N-40-118 Сибай. Масштаб: 1 : 100 000. Издание 1980 г.
  2. 2,0 2,1 2,2 Ҡалып:СГН
  3. Словарь топонимов Республики Башкортостан / сост.: А. А. Камалов, Р. З. Шакуров, З. Г. Ураксин, М. Ф. Хисматов. — Уфа : Китап, 2002. — С. 210. — 5000 экз. — ISBN 5-295-03192-6.
  4. Ҡалып:ГИС
  5. Ҡалып:ГИС
  6. Ҡалып:ГИС
  7. Баймакская энциклопедия. Дата обращения: 25 март 2019.
  8. Гильманова, Галия Рафаиловна. Ландшафтно-экологическая характеристика степей равнинного Башкирского Зауралья : диссертация... кандидата биологических наук : 03.00.16. — Уфа, 2004. — С. 44