Үзбәкстанда Яңы йыл

Үзбәкстанда Яңы йыл (рус. Новый год в Узбекистане) — Үзбәкстанда Яңы йылды йылына ике тапҡыр ҡаршылайҙар. Европа стиле буйынса беренсе тапҡыр — 1 ғинуарҙа, ә икенсеһе Науруз — 21 мартта. Хәҙерге ваҡытта Үзбәкстанда 2 байрам да рәсми дәүләт байрамы. Байрам тантаналары бер нисә көнгә һуҙыла, улар ял көндәре булып тора.

Үзбәкстанда Яңы йыл
Төрө {{{тип}}}
үткәрелеү ваҡыты 31 ғинуар һәм 21 март
тамамлана 4 апрель
Байрам итеү ике тапҡыр

Яңы йыл 1 ғинуарҙа — байрамға хас атрибуттар ҡатнашлығында совет заманынан алып билдәләнә башлаған донъяуи байрам. Бөтә донъялағы кеүек үк, Үзбәкстанда ла үҙенең Ҡыш бабайы бар — Коробобо «ҡар», «бобо» — «бабай» һәм уның ейәнсәре (Ҡарһылыу) — Коркиз («киз», , «киз» — «ҡыҙ».

1997 йылдан Науруз байрамы рәсми рәүештә Алишер Наваи исемендәге милли парк янындағы майҙанда үткәрелә. [1]

Ҡышҡы Яңы йыл

үҙгәртергә

Европаса Яңы йыл байрамын билдәләүҙә Үзбәкстанда совет йолаларының күбеһе һаҡланған. Ҡупшы шыршылар һәм ут гирляндалары майҙандарҙы, урамдарҙы, магазин витриналарын биҙәй. Ҡышҡы Яңы йылды ҡаршылар алдынан, үзбәктәр бурыстарынан ҡотлорға тырыша, бәхәстәрҙе яйға һала һәм үткән йылда низағлашырға тура килгән кешеләр менән татыу мөнәсәбәттәрҙе тергеҙә.

Үзбәкстанда Яңы йыл өҫтәленә бик күп емеш-еләк ҡуйыу ҡабул ителгән. Традицион милли аш-һыуҙан тыш (ламан, манты, былау,ҡаҙы һ.б)долма, ҡарбуз булырға тейеш. Ул ни тиклем сағыуыраҡ һәм татлыраҡ булһа, Яңы йыл да шул тиклем уңышлыраҡ буласаҡ. Үзбәктәрҙең ҡыҙыҡлы йолаһы бар: төн уртаһында, сәғәт 12-е һуҡҡанда, ун ике виноградты берәмләп теләк әйтеп ашап өлгөрөргә кәрәк, һәм ул мотлаҡ үтәләсәк.[2]

Науруз — яҙғы Яңы йыл

үҙгәртергә
Сүмәләк әҙерләү

Хәҙерге Үзбәкстанға тап килгән биләмәлә Наурузды, йәки яҙ башы байрамын, яҙғы көн менән төндөң тигеҙләшеүен кәмендә ике мең йыл билдәләйҙәр. Ошо ваҡыт эсендә уның йолаға хас үҙенсәлектәре барлыҡҡа килә, ә байрам үҙен мәсеттәрҙә намаҙ уҡыу, изге мосолмандарҙың мазарҙарына (ҡәберҙәренә) һәм шишмәләргә барыу менән законлаштырыла. Тереклекте ҡышҡы йоҡонан уятыуҙы аңлатҡан яҙғы Яңы йыл сәсеү эштәре башланыуға билдә булып тора. Байрам көндәрендә парктарҙа һәм баҡсаларҙа ғәҙәттәгесә бик күп йәш емеш-еләк ағастары үҫентеләре ултыртыла. Үзбәкстандың ҡала һәм ауылдарында йәшәүселәр Наурузға алдан әҙерләнә.[3]

Яҙғы Яңы йылға ғына бирелә торған үҙенсәлекле ризыҡ — сүмәләк. Был ризыҡты ондан һәм шыттырылған бойҙай бөртөктәренән хуш еҫле тәмләткестәр өҫтәп бешерәләр. Шулай уҡ йәшелсә менән самса — туҡлыҡлы һәм тәмле ризыҡ әҙерләнә.[4]

Нәүрүздең тәүге һәм ун өсөнсө көнөндә йорт тупһаһына тәүгеләрҙән булып аяҡ баҫыусы кешегә ҙур әһәмиәт бирелә. Әгәр ҡунаҡ бөтә яҡтан да яғымлы, тыйнаҡ һәм ипле, аҡыллы, юмор тойғоһона эйә кеше булһа — ҙур уңышҡа, йыл да шундай уҡ күңелле һәм емешле буласаҡ, тип юрала.[3]

Байрам һыйы

үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Как праздновали Навруз в Узбекистане раньше.
  2. Новый год в Уэбекистане. Журнал. Календарь событий. Дата обращения: 15 ғинуар 2024.
  3. 3,0 3,1 Новогодние традиции в Узбекистане. Дата обращения: 15 ғинуар 2024.
  4. Традиции и обычаи в Узбекистане (15 ғинуар 2024).

Һылтанмалар

үҙгәртергә