Ҡырһа
Ҡырһа (рус. Кирса) — Силәбе өлкәһенең Верхнеурал районындағы ауыл, Ҡырһа ауыл биләмәһенең административ үҙәге.
Ауыл | |||||
Ҡырһа | |||||
| |||||
Ил | |||||
---|---|---|---|---|---|
Федерация субъекты | |||||
Муниципаль район | |||||
Координаталар | |||||
Климат тибы |
уртаса континенталь | ||||
Милли состав |
урыҫтар (76%),башҡорттар (14 %), ҡаҙаҡтар(3%) | ||||
Һанлы танытмалар | |||||
Автомобиль коды |
74, 174 | ||||
ОКАТО коды | |||||
ОКТМО коды | |||||
ГКГН номеры | |||||
Халыҡ һаны
үҙгәртергә2010 йылда уҙғарылған Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбе мәғлүмәттәре буйынса ауылда 937 кеше теркәлгән, шул иҫәптән 431 ир-ат һәм 506 ҡатын-ҡыҙ[1].
Билдәле кешеләре
үҙгәртергә- Моисеева Светлана Алексеевна (19.12.1968) — фольклорсы, филология фәндәре кандидаты (2006), Г. И. Носов исемендәге Магнитогорск техник университетының өлкән ғилми хеҙмәткәре. Екатеринбургтағы Урал федераль университетының, фольклор һәм боронғо әҙәбиәт кафедраһында ғилми эштәр менән шөғөлләнә. Фәнни тикшеренеүҙәре Башҡортостан һәм Көньяҡ Урал урыҫ тау сәнәғәте ауылдарының календарь-йола, туй фольклорына арналған. 40-ҡа яҡын фәнни хеҙмәт авторы. 2012 йылдан башлап «Г. И. Носов исемендәге Магнитогорск дәүләт техник университеты» юғары белем биреү учреждениеһының Тарихи антропология һәм филология ғилми-тикшеренеү институтының халыҡ мәҙәниәте лабораторияһында өлкән ғилми хеҙмәткәр.[2].