Моисеева Светлана Алексеевна
Моисеева Светлана Алексеевна (19.12.1968) — фольклорсы, филология фәндәре кандидаты (2006), Г. И. Носов исемендәге Магнитогорск техник университетының өлкән ғилми хеҙмәткәре[1].
Моисеева Светлана Алексеевна | |
Зат | ҡатын-ҡыҙ |
---|---|
Гражданлыҡ |
СССР Рәсәй |
Тыуған көнө | 19 декабрь 1968 (56 йәш) |
Тыуған урыны |
Силәбе өлкәһе, РСФСР, СССР Ҡырһа ауыл биләмәһе, Үрге Урал районы, Силәбе өлкәһе, РСФСР, СССР |
Һөнәр төрө | ғалим, фольклорсы |
Биографияһы
үҙгәртергәСветлана Алексеевна Моисеева 1968 йылдың 19 декабрендә Силәбе өлкәһе Верхнеурал районы Ҡырһа ауыл биләмәһенә ҡараған Тайһары ҡасабаһында тыуған.
1989—1992 йылдарҙа Магнитогорск дәүләт педагогия институтының рус теле һәм әҙәбиәте факультетында уҡый. 1992 йылда Магнитогорск педагогия институтын тамамлағандан һуң, туған уҡыу йортонда эшкә урынлаша.
1996 йылдан алып фольклор-этнографик кабинет мөдире, 2012 йылдан халыҡ мәҙәниәте лабораторияһының өлкән ғилми хеҙмәткәре.
2002—2006 йылдарҙа ситтән тороп уҡыу аспирантураһы, Екатеринбургтағы Урал федераль университетының фольклор һәм боронғо әҙәбиәт кафедраһында ғилми эштәр менән шөғөлләнә. Филология фәндәре докторы, профессор В. В. Блажес Светлана Алексеевнаның фәнни етәксеһе булған.
2012 йылда Г. И. Носов исемендәге Магнитогорск техник университетының халыҡ мәҙәниәте лабораторияһында хеҙмәт юлын башлай[2].
Фәнни эшмәкәрлеге
үҙгәртергәФәнни тикшеренеүҙәре Башҡортостан һәм Көньяҡ Урал урыҫ тау сәнәғәте ауылдарының календарь-йола, туй фольклорына арналған. 40-ҡа яҡын фәнни хеҙмәт авторы.
2012 йылдан башлап «Г. И. Носов исемендәге Магнитогорск дәүләт техник университеты» юғары белем биреү учреждениеһының Тарихи антропология һәм филология ғилми-тикшеренеү институтының халыҡ мәҙәниәте лабораторияһында өлкән ғилми хеҙмәткәр.
Төп ғилми ҡыҙыҡһыныуҙар: рус фольклоры, төбәк традицион мәҙәниәте, эскерһеҙ әҙәбиәт
Хеҙмәттәре
үҙгәртергәДиссертация на тему «Традиционный обрядовый фольклор русских горнозаводских сел Башкирии» (2006)
Мотивы «прощания/расставания» в свадебной обрядности русских Башкортостана (по материалам фольклорно-этнографических экспедиций 1960—1970 гг., 1993—2007 гг.) //Русская словесность: проблемы эволюции и поэтики. СПб, 2009;
Динамика поведения молодёжи в весеннем календарно-обрядовом фольклоре русских Башкортостана //Проблемы истории, филологии, культуры. Москва, Магнитогорск, Новосибирск, 2009. Вып.1
Народный календарь Южного Урала. Магнитогорск, 2013 (соавтор)[3].
Шулай уҡ ҡарағыҙ
үҙгәртергәСығанаҡтар
үҙгәртергәҺылтанмалар
үҙгәртергәДиссертация на тему: «Традиционный обрядовый фольклор русских горнозаводских сел Башкирии»