Ҡушай
Ҡушай тауы — Ҡырҡтытау һыртында иң бейек тауҙарҙың береһе. Абсолют бейеклеге — 1048 м. 1997 йылда Башҡортостандың тәбиғәт ҡомартҡыһы тип иғлан ителә.
Ҡушай | |
---|---|
Характеристикалары | |
Абсолют бейеклеге | 1048[1] м |
Урынлашыуы | |
53°42′35″ с. ш. 58°34′57″ в. д.HGЯO | |
Страна | |
РФ субъекты | Башҡортостан |
Тау системаһы | Көньяҡ Урал |
Тау һырты йәки массив | Ҡырҡтытау |
Һүрәтләмә
үҙгәртергәҠушай тауы — ул янындағы Бабай тауы менән бергә вулкан тоҡомдарынан һалынған өс ҡаяларҙан торған һырт. Тауҙың итәгенән Олойылға һәм Сатрайылға йылғалары баш ала. Ҡушайҙын иң башынан тирә-яҡҡа, Әбйәлил районының күлдәренә һәм яландарына, Белорет районының Уралтау һыртына, Әрүәкрәзгә һәм башҡа тауҙарға хозур күренештәр асыла, шуға ла туристар араһында бик популяр урын булып тора. Шулай уҡ барғанда һаҡ булырға кәрәк, сөнки тауҙың урмандарында айыуҙар, бүреләр, ҡабан сусҡалар бар.[2]
Флора
үҙгәртергәТауҙың төньяҡ һәм көнбайыш битләүҙәре ҡайын урмандары менән ҡапланған, ә тауҙың башында инде ҡарағас урмандары (ҡайын һәм ҡарағай ағастары ла осрай). Арҡыры ятҡан үҙәктәрҙә ҡайын урмандары үҫә, һаҙлыҡтар ҙа урынлашҡан. Ҡушайҙын асыҡ битләүҙәре дала үләндәре менән ҡапланған. Бында Ҡырҡтытау һыртына хас булмаған ағастар ҙа осрай (ҡарама, шыршы, йүкә һәм башҡалар). Бик күп һирәк, Башҡортостандың Ҡыҙыл китабына ингән һәм эндемик үҫемлектәр үҫә (ҡалмыҡ йыуаһы, минуарция Гельма, осҡон һәм башҡалар).[3]
Этимологияһы
үҙгәртергәАтамаһы "ҡуш" һүҙенән — ике, парлы, ҡушылған һәм ай—кесерерәйтеү суффиксынан барлыҡҡа килгән. Эргәһендәге Бабай тауы менән ҡушылып торалар.
Географик урыны
үҙгәртергәИҫкәрмәләр
үҙгәртергәҺылтанмалар
үҙгәртергә- Ҡырҡтытау, һырт // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.