Шыршылытау
Шыршылытау — Башҡортостан Республикаһы Әбйәлил районы Ҡырҡтытау һыртындағы тау.
Шыршылытау | |
---|---|
Характеристикалары | |
Абсолют бейеклеге | 1108,7 м |
Урынлашыуы | |
53°35′52″ с. ш. 58°29′39″ в. д.HGЯO | |
Страна | |
РФ субъекты | Башҡортостан |
Тау системаһы | Көньяҡ Урал |
Тау һырты йәки массив | Ҡырҡтытау |
Һүрәтләмә
үҙгәртергәҠырҡтытау һыртының иң юғары түбәләренең береһе. Шыршылытау Башҡортостан Республикаһы биләмәләренә инә. Шыршылытауҙың бейеклеге —диңгеҙ кимәленән 1108,7 метр. Ҡырҡтының Ҡараташ тауынан ҡала икенсе урынды биләй. Тау түбәһе яҡынса 300 миллион йыл элек вулкан тоҡомдары сығыу сәбәпле барлыҡҡа килгән ҡая тоҡомдарынан һәм ҙур булмаған тау ҡалдыҡтарынан тора. Тау түбәһе вулкан тоҡомдары ер өҫтөнә сығыу сәбәпле яҡынса 300 миллион йыл элек барлыҡҡа килгән һәм йыуылып асылған ҡая тоҡомдарынан һәм ҙур булмаған ҡая ҡалдыҡтарынан тора.
Тауҙың көнбайыш итәгенән Оло һәм Кесе Ҡыҙыл йылғаһылары баш ала.
Битләүҙәре ҡуйы урманлы, уларҙа башлыса шыршы һәм япраҡлы үҫемлектәр (ҡайындар) өҫтөнлөк итә. Тау был урындар өсөн бик һирәк осрай торған ылыҫлы тайга участкаһында урынлашҡан.
Тауҙың иң юғары нөктәһендә бетон бағана ҡуйылған. Эргәһендә һыулы таш соҡор. Иң яҡындағы ҡала – Магнитогорск. Башҡортостандың был иҫтәлекле урындарына машинала барып етергә мөмкин, ләкин йәй осоронда һәм ҡоро көндә генә. Көҙөн һәм яҙғыһын ҡойма ямғырҙар ваҡытында юлдар йыуыла һәм уның буйлап тик вездеходта ғына барырға мөмкин була. Шыршылыҡтау түбәһенә тиклем грунт юлы үтә. Машинаны тауға күтәрелә торған юл янында ҡалдырырға мөмкин. Тау түбәһенә тиклем ауыр ташлы битләү буйлап 2 км самаһы йәйәү барырға тура килә.[1]
Этимологияһы
үҙгәртергәШыршылытау тип атағандар, сөнки был тауҙың башында шыршы ағастары үҫә. Ә шыршы Ҡырҡтытау һыртында бик һирәк осрай, сөнки шыршы ағасы дымлы тупраҡтарҙа үҫә, ә был һыртта яуым-төшөм һирәгерәк булғанға, тупраҡта ҡоро.
Шыршылытауҙың халыҡ телендә тағын бер атамаһы бар. Урындағы халыҡ араһында Салават тауы йәки Салауат таштары (Салаватские камни) тип йөрөтөлә. Фараздарҙың береһе буйынса тау атамаһы Салауат Юлаевтың 1773-1775 йылғы Крәҫтиәндәр һуғышы мәлендә был ерҙәрҙә булып үтеүенә бәйле. Фараздарҙың икенсеһе тау атамаһын эргәлә урынлашҡан "Салауат" совхозы исеме менән бәйлелер тип аңлата.[2]
Географик урыны
үҙгәртергә- Салауат совхозына тиклем — 3 км.
- "Металлург-Магнитогорск" тау саңғыһы трассаһына тиклем — 4 км.
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Ҡырҡтытау, һырт // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.