Ҡырҙы (күл)
Ҡырҙы рус. Кирды) — Рәсәй Федерацияһы Силәбе өлкәһе Ҡыҙыл Армия районындағы күл[1].
Ҡырҙы | |
Дәүләт | Рәсәй |
---|---|
Административ-территориаль берәмек | Силәбе өлкәһе һәм Красноармейск районы |
Тасуирламаһы
үҙгәртергәКүл — ҙур булмаған, түңәрәк әйләнәле һыу ятҡылығы, ҡылымыҡһыҙ. Күлдең майҙаны — 3,2 км², оҙонлоғо — 2,5 километр, киңлеге 1,8 километр тәшкил итә. Уртаса тәрәнлек 1,5 метр самаһы. Һыуы сөсө, үтә күренмәле. Төбө ҡомло, ләмле, бер метр тирәһе оҙонлоҡтағы ылымыҡтар үҫә.
Күл яры һөҙәк. Көнбайыш яры ныҡ һаҙлыҡлы, ҡамыш баҫҡан. Көньяҡ ярына яҡын ғына Һары һаҙлығы урынлашҡан, шуға күрә уның бер өлөшө лә һаҙланған. Ҡалған яғы ҡомло, асыҡ урынлы һәм ярҙары балыҡсылар өсөн төшөргә уңайлы[2].
Географияһы
үҙгәртергәКүл Силәбенән — 100 саҡрым, Екатеринбургтан — 210 саҡрым, Мейәстән — 70 саҡрым алыҫлыҡта урынлашҡан.
Русская Теча тигән ауылға яҡын ғына урынлашҡан. Шулай уҡ Ҡырҙы күленең көнсығыш ярында шул уҡ исемле ауыл да бар. Ауылдан көнсығыштараҡ Әшир-Ҡырҙы автомобиль юлы үтә.
Координаттары: 55°49’15"N 62°2’27"E
Ҡырҙы янында йәнә бер нисә күл бар: Әбәткүл, Әйҙекүл, Шуранкүл, Һыуығаяҡ-2. Көнсығышҡа табан 6 километр алыҫлыҡта Тинес йылғаһы аға[1].
Этимологияһы
үҙгәртергәСиләбе өлкәһе географы һәм топонимисы Шувалов Николай Иванович үҙенең «От Парижа до Берлина по карте Челябинской области: Топонимический словарь» тигән һүҙлегендә ошондай бәхәсле аңлатма бирә:
Кирды, озеро, село, Красноармейский район. Название башкирское, в переводе означает «лесное озеро», от диалектного слова кыр — «лес», -ды — словообразовательный аффикс.[3][4]. |
Йәғни, атама башҡорт сығышлы, ул «ҡыр» тигән һүҙҙән һәм диалект -ҙы аффиксынан яһалған икәнлеге күренеп тора. Мәгәр «ҡыр» һүҙенең диалектта «урман» тигәне шик уята. Ихтимал, күл ҡырын элгәре урман уратҡан булғандыр.
Шулай уҡ ҡарағыҙ
үҙгәртергәСығанаҡтар
үҙгәртергә- Шувалов Н. И. Кирды // От Парижа до Берлина по карте Челябинской области: Топонимический словарь. — 2-е изд., переработанное и дополненное. — Челябинск: Южно-Уральское книжное издательство, 1989. — 160 с. — ISBN 5-7688-0157-7 (рус.)
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ 1,0 1,1 Озеро Кирды 2021 йыл 17 ғинуар архивланған.
- ↑ Озеро Кирды
- ↑ Шувалов Н. И. Кирды // От Парижа до Берлина по карте Челябинской области: Топонимический словарь. — 2-е изд., переработанное и дополненное. — Челябинск: Южно-Уральское книжное издательство, 1989. — 160 с. — ISBN 5-7688-0157-7
- ↑ [1] От Парижа до Берлина по карте Челябинской области