Һыуығаяҡ (күл)

Силәбе өлкәһе

Һыуығаяҡ (рус. Сугоя́к - Рәсәй Федерацияһы Силәбе өлкәһенең Лазурный районындағы күл.

Һыуығаяҡ
Рәсем
Дәүләт  Рәсәй[1]
Административ-территориаль берәмек Силәбе өлкәһе һәм Красноармейск районы
Диңгеҙ кимәленән бейеклек 203,8 метр[2]
Оҙонлоҡ 4 km
Киңлек 2 km
Вертикаль тәрәнлеге 7 метр
Майҙан 13,4 км²
Карта
 Һыуығаяҡ Викимилектә

Этимологияһы

үҙгәртергә

Күл атамаһының аныҡ ҡына этимологияһы билдәле түгел. Башҡорт телендәге «Һыу» йәки «һыуыҡ» һәм «аяҡ» тигән һүҙҙәрҙән килеп сыҡҡан тигән фараз йәшәй. Йәғни, был аяҡ һыуланыу йәки аяҡ өшөү менән бәйле булыуы ихтимал [3]

Географияһы

үҙгәртергә
 
Һыуығаяҡтың аръяҡҡа күренеше

Һыуығаяҡтан өлкә үҙәге Силәбегә тиклем – 30 км, Екатеринбургҡа – 200 км.

Географик координаттары - оҙонлоғо: 61°43′40.78″E (61.727995), киңлеге: 55°22′35.74″N (55.376595) [4].

Тасуирламаһы

үҙгәртергә

Түңәрәк рәүешле, күлдең һыу көҙгөһө һуҙымы 4.8/ 3.2 км, уртаса тәрәнлеге 3 – 5 м, максималь (соҡорло урындар) - 7.5 метрға тиклем. Майҙаны — 13,4 кв. км. максималь тәрәнлеге — 7 метр, уртаса — 4 метр, күлдәге һыу күләме 53,6 миллион куб. м.

Сөсө һыулы, шишмәләр күп ҡоя. Һыуҙың үтәҙеклеге - 1,5 метр.Һыуы ярайһы саф.

Төбө ҡомло-ләмле. Башҡа һыу ятҡылыҡтары менән тоташмаған. Эвтроф сифатлы.

Күл буйында ял базалары, шулай уҡ тораҡ пункттар күп[5].

Флораһы һәм фаунаһы

үҙгәртергә

Күлдең көнсығыш яры һаҙлыҡлы, дөйөм алғанда, ҡамыш менән екән күп үҫмәй.

Күлдә сабаҡ, алабуға, табан, ҡорман, һаҙан, һыла, этеш, алабалыҡ карп, рипус тереклек итә[6].

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. GEOnet Names Server — 2018.
  2. русская Википедия (урыҫ) — 2001.
  3. Озеро Сугояк (Челябинская область) 2019 йыл 31 март архивланған.
  4. СУГОЯК
  5. Рыбалка в Челябинской области - Озеро Сугояк. fishingchel.ru. Дата обращения: 16 август 2016.
  6. Озеро Сугояк Челябинской области. reki-ozera.ru. Дата обращения: 16 август 2016.

Сығанаҡтар

үҙгәртергә
  • Обзорно-географический Атлас России. — Картография, АСТ, Астрель, 2010. — С. 60—61.
  • Ресурсы поверхностных вод СССР: Гидрологическая изученность. Т. 11. Средний Урал и Приуралье. Вып. 2. Тобол / под ред. В. В. Николаенко. — Л.: Гидрометеоиздат, 1965. — 240 с.

Һылтанмалар

үҙгәртергә