Ҡоҙамыш Яҡшығолов
Ҡоҙамыш Яҡшығолов (1788—?) — хәрби эшмәкәр. 1812 йылғы Ватан һуғышында һәм Рус армияһының сит илгә 1813—1814 йылдарҙағы походтарында ҡатнашыусы.
Ҡоҙамыш Яҡшығолов | |
Тыуған ваҡыты | |
---|---|
Тыуған урыны |
Ырымбур губернаһы, Яйыҡ-Ҫыбы-Мең улусы, Сураҡай ауылы |
Үлгән ваҡыты |
билдәһеҙ |
Вафат урыны |
билдәһеҙ |
Хеҙмәт иткән урыны | |
Хеҙмәт итеү йылдары | |
Хәрби звание |
Зауряд-есаул |
Хәрби алыш/һуғыш |
1812 йылғы Ватан һуғышы, |
Биографияһы
үҙгәртергәҠоҙамыш Яҡшығолов Ырымбур губернаһы Яйыҡ-Ҫыбы-Мең улусы (хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Әлшәй районы) Сураҡай ауылында йәшәгән. Зауряд-есаул булып хеҙмәт итә[1].
1812 йылғы Ватан һуғышы башланғас, 1814 йылдың аҙағына тиклем 13-сө Башҡорт атлы полкы составында француздарға ҡаршы алыштарҙа ҡатнаша. 13-сө Башҡорт атлы полкы 12-се һәм 7-се кантон башҡорттарынан ойошторола һәм 1812 йылдың 22 октябрендә Түбәнге Новгородҡа бара[2]. 1813 йылдың майында Түбәнге Новгород ополчениеһы менән бергә Варшава герцоглығына килә һәм Польша армияһы составына керә. 1813 йылдың 5 авгусынан Глогауҙы блокадалауҙа ҡатнаша һәм ҡәлғә бирелгәнсе уның составында һуғыша[2]. 1814 йылдың 19 мартында союздаш ғәскәрҙәре составында 13-сө Башҡорт атлы полкы Парижға инә.
Бүләктәре
үҙгәртергә- «1812 йылғы һуғыш иҫтәлегенә» көмөш миҙалы кавалеры
- «1814 йылдың 19 мартында Парижды алған өсөн» көмөш миҙалы кавалеры[3]
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Гатиятуллин З. Г. Башкиры 12-го кантона в Отечественной войне 1812 г // Ватандаш : журнал. — 2013. — № 12. — ISSN 1683-3554.
- ↑ 2,0 2,1 Рахимов Р. Н., 2012, с. 401
- ↑ Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — ISBN 978-5-295-04683-4.
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Асфатуллин С. Г. Северные амуры в Отечественной войне 1812 года. — Уфа: Уфимский полиграфкомбинат, 2000. — 160 с. — ISBN 5-85051-181-4.
- Вклад Башкирии в победу России в Отечественной войне 1812 года. Сборник документов и материалов / сост. Р. Н. Рахимов [и др.]. — Уфа: Китап, 2012. — 488 с. — ISBN 978-5-295-05476-1.
- Усманов А. Н. Башкирский народ в Отечественной войне 1812 года. — Уфа: Башкнигоиздат, 1964. — 136 с.