Ҡаҙмаш мәктәбе

Башҡортостан Республикаһы Әбйәлил районы Ҡаҙмаш ауылында урынлашҡан уҡыу йорто

Ҡаҙмаш мәктәбе (рус. МБОУ СОШ д. Казмашево МР Абзелиловский район Республики Башкортостан) — Башҡортостан Республикаһы Әбйәлил районы Ҡаҙмаш ауылында урынлашҡан уҡыу йорто

Ҡаҙмаш мәктәбе
Нигеҙләү датаһы 1906
Дәүләт  Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Башҡортостан Республикаhы, Әбйәлил районы һәм Ҡаҙмаш
Рәсми сайт abroo14.02edu.ru
Карта

Ҡаҙмаш ауылында земство мәктәбе 1906 йылдан эшләй. 1907 йылда Усман Ниязғолов етәкселегендә яңы мәктәп асыла, унда «яңыса» (йәдид ысулы) уҡыта башлайҙар. Усман Ниязғолов 1917 йылға тиклем эшләй. Мәктәптә яҡын-тирәләге ауылдарҙан, шулай уҡ Темәс, Билал, Хәлил, Асҡар ауылдарынан килеп белем алалар.

1914—1917 йылдарҙа мәктәптә уҡытыусылар Мөхитдин Зәйнәғәбдинов, Зөлҡәрнәй Ғәлләмов эшләй. 1917—1918 йылдарҙа Фатима һәм Ибраһим Дәүләтовтар, Лотфи Мәжитовтар килә. Улар киткәс, Ғүмәр Бикҡужин, Ләмиғ Ниязғолов эшләй башлай. Мәктәптә комсомол ойошмаһы барлыҡҡа килә.

1928 йылдан уҡытыусы Моталлап Рәжәпов килә. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында мәктәп эшен дауам итә.

Мәктәп төрлө йылдарҙа ете йыллыҡ, һигеҙ йыллыҡ була. 1989 йылда директор Булат Абдуллин етәкселегендә мәктәптең яңы ике ҡатлы бинаһы сафҡа индерелә. Ә 1990 йылдан мәктәп урта дөйөм белем биреү мәктәбенә әүерелә[1].

Филиалы

Рыҫҡужа — етәксеһе Мөхәмәтова Айгөл Ишбулды ҡыҙы

Етәкселәре

үҙгәртергә

Уҡытыусылары

үҙгәртергә
  • Мөхитдин Зәйнәғәбдинов (1914—1917)
  • Зөлҡәрнәй Ғәлләмов (1914—1917)
  • Фатима Дәүләтова (1917—1918)
  • Ибраһим Дәүләтов (1917—1918)
  • Лотфи Мәжитов
  • Ғүмәр Бикҡужин
  • Ләмиғ Ниязғолов
  • Абдрахманова Гөлназ Рәжәп ҡыҙы — тәрбиә эштәре буйынса директор урынбаҫары, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы
  • Абдуллина Нәзирә Мотаһар ҡыҙы — башланғыс кластар уҡытыусыһы
  • Атауллин Зариф Вәкил улы — математика һәм информатика уҡытыусыһы
  • Әйүпова Рәмзиә Ислам ҡыҙы — уҡыу-уҡытыу эштәре буйынса директор урынбаҫары, башланғыс кластар уҡытыусыһы
  • Басирова Гөлсинә Рәсүл ҡыҙы — башланғыс кластар уҡытыусыһы
  • Зәйнуллина Гөлсәсәк Садиҡ ҡыҙы — рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы
  • Зәйнуллина Фәүзиә Фәйез ҡыҙы — физика һәм математика уҡытыусыһы
  • Мусина Дилә Надир ҡыҙы — башланғыс кластар уҡытыусыһы
  • Мостафина Рәсимә Заһит ҡыҙы — башланғыс кластар уҡытыусыһы
  • Мөхәмәтова Айгөл Ишбулды ҡыҙы — филиал директоры, башланғыс кластар уҡытыусыһы
  • Рәхмәтуллина Люциә Вәсил ҡыҙы — рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы
  • Сафин Рауил Асрар улы — физик культура уҡытыусыһы
  • Фәттәхова Шәүрә Әмир ҡыҙы — китапханасы, технология уҡытыусыһы
  • Фәхрисламова Фирҙәүес Рафиҡ ҡыҙы — тарих һәм һынлы сәнғәт уҡытыусыһы
  • Хибатов Айбулат Сәрүәр улы — математика һәм информатика уҡытыусыһы
  • Һибәтова Шәүрә Баян ҡыҙы — башланғыс кластар уҡытыусыһы
  • Хөснөтдинова Регина Кәрим ҡыҙы — инглиз теле уҡытыусыһы
  • Яҡупов Азат Рәжәп улы — география һәм физик культура уҡытыусыһы
  • Яҡупова Вәзирә Рәжәп ҡыҙы — башланғыс кластар уҡытыусыһы
  • Яҡупова Илүзә Хәтип ҡыҙы — химия һәм биология уҡытыусыһы (Мәғлүмәттәр:[2])

Мәғарифта эшләүсе уҡыусылары

үҙгәртергә

Мәктәпте тамамлаусы билдәле шәхестәр

үҙгәртергә

Мәктәп тураһында матбуғатта

үҙгәртергә

Миҙалға тамамлаусылар

үҙгәртергә
  • Ниғмәтуллина Г.М. - 1995 йыл, көмөш
  • Атауллин В.В. - 2003 йыл, көмөш
  • Һатлыкова А.М. - 2005 йыл, көмөш
  • Билалов Р.Н. - 2008 йыл, көмөш
  • Зәйнуллина Г.Р. - 2009 йыл, алтын
  • Асҡарова М.С. - 2009 йыл, көмөш
  • Зәйнуллина З.И. - 2010 йыл, көмөш
  • Ниғмәтуллина А.Х. – 2011 йыл, көмөш
  • Зәйнуллин Ю.Х. - 2012 йыл, көмөш
  • Һибәтов Ғ.Й. – 2012 йыл, алтын
  • Һибәтов И.А. – 2012 йыл, көмөш
  • Яхина А.Р. – 2012 йыл, алтын
  • Абдуллина З.Й. – 2014 йыл, көмөш
  • Һибәтова Г.Й. – 2014 йыл, көмөш
  • Якупова М.Ф - 2015 йыл[3]

Ҡаҙаныштары

үҙгәртергә

Тағы ла ҡарағыҙ

үҙгәртергә
  • Еңеү көнөнә презентация [1]
  • Ҡаҙмаш дөйөм урта белем биреү мәктәбе тураһында презентация Презентация

Сығанаҡтар

үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә