Ҡорсаңғы
Ҡорсаңғы, бетсә (лат. scabies, рус. чесотка) — Sarcoptes scabiei ҡорсаңғы талпаны тыуҙырған йоғошло тире ауырыуы (акародерматит). Оҙайлы тура бәйләнеш һөҙөмтәһендә кешенән кешегә тапшырыла.
Ҡорсаңғы | |
| |
МКБ-10 |
B86. |
---|---|
МКБ-9 |
133.0 |
DiseasesDB |
11841 |
MedlinePlus |
000830 |
eMedicine |
derm/382 emerg/517 ped/2047 |
MeSH |
D012532 |
Ҡорсаңғы Викимилектә | |
Инә ҡорсаңғы талпандары тиренең өҫкө ҡатламдарында юлдар ҡаҙалар һәм унда йомортҡа һалалар. Зарарланғандан һуң 4-6 аҙна үткәс, сирлелә ҡысыу һәм папуловезикулёз сабыртмаһы рәүешендә беленеүсе аллергия реакцияһы барлыҡҡа килә, йыш ҡына икенсел эренле элементтар ҡушыла. Ҡорсаңғыны инсектицидтар ярҙамында дауалайҙар.
Иң таралған дерматологик ауырыуҙарҙың береһе: донъяла яҡынса 200 миллиондан ашыу кеше ҡорсаңғы менән яфалана. Был ауырыу тропик илдәрҙә, башлыса балалар һәм ҡарттар араһында, киң таралған. Шулай уҡ онотолған ауырыуҙар исемлегенә инә.
Сир тарихы
үҙгәртергәҠорсаңғының тәүге тасуирламалары 2500 йыл элек яҙылып үткән[1]. Бетсә Иҫке Ғәһедтә һәм Аристотель хеҙмәттәрендә һүрәтләнгән. Боронғо Грецияла ҡорсаңғыны «псора» термины менән берләшкән тире ауырыуҙары төркөмөнә индергәндәр. Боронғо Римда «скабиес» тип йөрөтәләр, һәм был атама беҙҙең көндәргә тиклем һаҡланған. Урта быуат трактаттарында ҡорсаңғының паразитар тәбиғәте тураһында фараздар бар. Оптик микроскоп барлыҡҡа килгәндән һуң ғына сир үҫешендә ҡорсаңғы талпандарының роле раҫлана башлай. 1687 йылда Италия табибы Джован Козимо Бономо һәм дарыуханасы Дьячинто Честони беренсе тапҡыр бетсә талпандары һәм сир йоҡтороуҙан һуң үҫешкән типик тире билдәләре араһындағы бәйләнеште тасуирлай. Тап улар ауырыуҙың микроскопик организм менән бәйле булыу ихтималлығын асыҡлаған[2].
1844 йылда немец дерматологы Фердинанд Гебра этиологияһының һәм патогенездың тулы һәм дөрөҫ тасуирламаһын бирә. Был ҡулланма 1876 йылда А. Г. Полотебнов тарафынан рус теленә тәржемә ителә[3].
Эпидемиологияһы
үҙгәртергәҠорсанғының глобаль эпидемиологик картинаһы тураһында теүәл мәғлүмәт юҡ[4][5]. Эдинбург (1815—2000 йылдар) һәм Дания (1900—1970 йылдар) буйынса статистик иҫәп-хисап биреү мәғлүмәттәре билдәле. Был мәғлүмәттәргә ярашлы, тире ауырыуҙары менән яфаланған пациенттарҙы күҙәтеү осоронда 5 процент тирәһе ҡорсаңғы менән ауырыған. Ауырыуҙың ҡапыл артыуы һуғыш ваҡытында күҙәтелә, был саҡта ҡорсаңғы халыҡтың 30 процентына тиклем зарарлай.
Ҡорсаңғының 7-30 йылға ҡабатланып тороусан тулҡын рәүешендәге характеры тураһында теориялар бар. Әммә был теориялар етди тәнҡиткә дусар ителә[6]. Бер нисә скабицидҡа бирешмәүсәнлеге үҫешеүе һөҙөмтәһендә бетсә талпанының агрессивлығы артыуы тураһында мәғлүмәттәр бар. Шулай уҡ һуғыш, стихия бәлә-ҡазалары, аслыҡ һәм туҡланыу һәм гигиенаның насарайыуына, кешеләрҙең өймәкләнеүенә еткергән көнкүреш шарттарының насарайыуына килтереүсе башҡа социаль күренештәр осоронда ауырыуҙың күбәйеүе күҙәтелә.
Ҡорсаңғы өсөн миҙгеллек хас. Рәсәйҙә был көҙ-ҡыш. Израиль армияһында 20 йыллыҡ күҙәтеү һөҙөмтәләре буйынса ла ошондай уҡ мәғлүмәттәр алына[7]. Ауырыу миҙгеллеге сентябрь-декабрҙә үрсемлеге максимумға еткән талпандарҙың биологик үҙенсәлектәре, шулай уҡ һалҡынса шарттар тышҡы мөхиттә иҫән ҡалыу мөмкинлектәрен яҡшыртыу менән аңлатыла. Бынан тыш, һыуыҡ кешеләрҙең өйкөмләнеүенә һәм тир түгеүҙең түбәнәйеүенә булышлыҡ итә (ҡорсаңғы талпандары ла һиҙгер булған тир менән бергә микробҡа ҡаршы пептидтар сыға)[8]. Көнбайыш Африкала сир осраҡтары артыуы шулай уҡ халҡын һәм ҡоро миҙгелдәрҙә билдәләнгән. Ҡайҙа климат миҙгеллеге күҙәтелмәй, унда ҡорсаңғы менән ауырыу осраҡтары йыл буйына тигеҙ бүленгән (Бангладеш, Гамбия, Бразилия)[9][10][11][12].
Сир эпидемик та, эндемик характерҙа үтеүе ихтимал. Ауырыу башлыса дөйөм йоҡо бүлмәләре (хәрби казармалар, интернаттар, балалар йорттары, ятаҡтар, төрмәләр, дауалау учреждениелары һ.б.) менән берләшкән ойошторолған коллективтарҙа йәки йәмғиәттең асоциаль ҡатламдарында тарала. Көндөҙгө ваҡытта ғына ағзалары берләшкән коллективтар (балалар баҡсаһындағы төркөмдәр, урта һәм юғары уҡыу йорттарындағы кластар, хеҙмәт коллективтары), ҡағиҙә булараҡ, эпидемиологик хәүеф тыуҙырмай. Бындай илдәрҙә ауырыуҙарҙың дөйөм кимәле юғары түгел. Англия һәм Уэлстың мәғлүмәттәренә ярашлы, 1994-2003 йылдарҙа ир-егеттәрҙә йылына 100 мең кешегә 351 осраҡ тура килгән, ҡатын-ҡыҙҙарҙа — 437[13]. Дарыуханалар селтәрендә скабицидтар һатылыуын ҡарағанда, Рәсәйҙә йыл һайын сирләү миллион осраҡтан артып китә. [1].
Әммә ҡайһы бер илдәрҙә ауырыусылар һаны күпкә юғарыраҡ, йәғни 40-80 процентҡа етә. Айырыуса Субсахара Африкаһы халыҡтары һәм Австралия, Яңы Зеландия аборигендары араһында сирлеләр күп[14][15], был уларҙың иммунитет үҙенсәлектәренә һәм тиренең мөгөҙ ҡатламы төҙөлөшөнә бәйлелер, моғайын.
Дөйөм алғанда, XX быуат аҙағында 300 млн яҡын кеше (планета халҡының 5 %) ҡорсаңғы менән яфаланған[8].
Донъяла кесе йәштәге балалар ҡорсаңғы менән йышыраҡ ауырый, был уларҙың ауырыу тыуҙырыусыға ҡаршы иммунитеты булмауға һәм сирлеләрҙең тиреһе менән туранан-тура аралашыуына бәйле[8]. Рәсәйҙә хәл башҡасараҡ. Төп хәүефте үҫмерҙәр төркөмө тәшкил итә, ул халыҡтың ни бары ундан бер өлөшөн барлыҡҡа килтереп, бөтә ауырыуҙарҙың 25 процентына тиклемен үҙ өҫтөнә ала. Икенсе урынды, ғәҙәттәгесә, мәктәп йәше, өсөнсөлә — мәктәпкәсә йәш, дүртенселә — урта. Сағыштырмаса алғанда ауырыусыларҙың социаль төркөмдәргә бүленеүе йәшкә ҡарап билдәләнә. Иң күп ауырыусылар — студенттарҙа, иң аҙы — уҡыусыларҙа һәм мәктәпкәсә йәштәгеләрҙә.[2] Бындай хәл төрлө йәш төркөмдәрендә енси әүҙемлектең һәм ҡысыуға ҡаршы иммунитеттың үҫешеүенең үҙенсәлектәре менән аңлатыла.
Сир йоҡтороуҙың юлдары
үҙгәртергәТире-тире оҙайлы ваҡыт буйы тура бәйләнештә булған осраҡта ғына тиерлек ҡорсаңғы йоға[16]. Енси тапшырыу юлы өҫтөнлөк итә. Балалар йыш ҡына ауырыу ата-әсәһе менән бер урында йоҡлаған осраҡта сирҙе йоҡтора. Күмәк коллективтарҙа башҡа тура тире контакттары ла (контакт спорты, балалар шау-шыуы, йыш һәм ныҡлы ҡул ҡыҫыу һ.б.) ғәмәлгә ашырыла. Бер нисә ҡулланмалар көнкүреш предметтары аша күсеүе тураһында иҫкергән мәғлүмәттәрҙе ҡабатлауын дауам итһә лә (көнкүреш әйберҙәре, түшәк кәрәк-ярағы һ.б.), белгестәр, бындай йоҡтороу юлы шикле, тигән фекергә килә[8]. Норвег бетсәһе осраҡтарына ғына ҡағылмай, ҡасан ауырыуҙың тәнендә бер нисә миллионға тиклем талпан йәшәй (типик осраҡтарҙа был 10-20 талпан).
Бетсәне тапшырыуҙа ауырыуҙың тиреһе менән тура бәйләнеш төп ролде уйнауын иҫбатлаған төп эксперимент 1940 йылда Бөйөк Британияла Mellanby етәкселеге аҫтында үткәрелә. Ауырыуҙар яңы ғына күтәрелгән урынға урынлаштырып, ирекмәндәргә 272 тапҡыр сирҙе йоҡтороп маташыуҙың 4 осрағында ғына ауырыуға килтерә[17].
Паразитозды йоҡтороуҙың ошондай үҙенсәлектәре уның биологияһы тураһындағы түбәндәге мәғлүмәттәр менән аңлатыла:
- ҡорсаңғы талпаны көндөҙ әүҙем түгел; инә талпандар тире өҫтөнә тәүлектең кис һәм төн ваҡытында ғына сығалар;
- талпанға хужа тиреһенә үтеп инеү өсөн 30 минут самаһы ваҡыт кәрәк;
- тышҡы мөхиттә талпандар тиҙ һәләк була (21 °С һәм дымлылыҡ 40-80% булғанда паразит 24-36 сәғәттән һуң һәләк була), ни тиклем йылыраҡ һәм ҡорораҡ, шул тиклем тиҙерәк, талпандар әүҙемлеген тағы ла иртәрәк юғалта[18][19].
Бетсә талпанының йәшәү циклы һәм биологияһы
үҙгәртергәҠорсаңғының тыуҙырыусыһы булып бетсә талпаны — кешенең облигат паразиты тора. Паразитҡа енси диморфизм хас: инә талпандар аталарҙан ике тапҡырға ҙурыраҡ, 0,3 — 0,5 мм етәләр. Ауыҙ ағзалары бер аҙ алға сығып тора, ян-яғында йәбештергестәре булған 2 пар алғы аяғы, 2 артҡы аяҡ пары ҡорһаҡ ҡыуышлығында урынлашҡан, инәләрҙең оҙон төктәре бар, ата талпандарҙа 4-се пар аяҡтарында төктәр урынына йәбештереүселәр бар. Талпандың йомортҡаһы оҙонса түңәрәк формала, йомортҡанан сыҡҡан балағорт овал формала һәм 3 пар аяҡлы (4-се пары юҡ), уның үлсәме 0,15-тән 0,1 миллиметрҙан артмай[20].
Аталаныу тире өҫтөндә була. Ата талпандар ҡауышҡандан һуң шунда уҡ һәләк була. Аталанған инә зат тиренең мөгөҙ ҡатламында ҡорсаңғы юлы барлыҡҡа килтерә, унда төн эсендә 2—4-әр йомортҡа һала. Инә талпандың ғүмер оҙонлоғо 4-6 аҙнанан артмай. Балағорттары 2 - 4 көндән һуң сыға һәм шунда уҡ тиренең иң өҫкө ҡатламында юлдар һанала башлай. 10-14 көндәр улар өлкән талпанға әйләнәләр.
Талпандар үҫешенең теләһә ниндәй стадияһында ла йоғошло була алалар, ләкин йышыраҡ бетсә кешенән кешегә аталандырылған өлкән инә талпандар менән күсә.
Көндөҙ улар актив түгелдәр. Кис етеү менән инә талпан юл "ҡаҙа" башлай һәм шул саҡта инде ауырыусыла ҡысыныу көсәйә. Төнөн улар тире өҫтөнә сығалар, шул саҡта инде йоҡтороу өсөн иң уңайлы ситуация һалына.
Патогенез
үҙгәртергәҠорсаңғы ваҡытында клиник картина хужа организмының талпандың йәшәү эшмәкәрлеге продукттарына иммун-аллергик реакцияһы менән билдәләнә, шуға күрә бөтә симптоматика ауырыуҙың сенсибилизацияһынан һуң ғына үҫешә башлай. Сирҙең тәүге билдәләре күренер алдынан, беренсе тапҡыр зарарланғанда оҙайлы симптомһыҙ осор (4 аҙнаға тиклем) күҙәтелә. Тағы ла бер тапҡыр ауырыу йоҡторған осраҡта ғына ҡуҙғытыусыға ҡаршы реакция тәүлек дауамында үҫешеүе мөмкин[21]. Һаҡлау иммунитетының үҫеше экспериментта асыҡланған ҡабаттан ауырыуҙың мөмкинлеге аҙ булыуы, шулай уҡ ауырыусының тәнендә ҡабаттан йоҡторғанда талпандар аҙыраҡ табылыуы менән аңлатыла[22].
Бетсә барышында ҡысыу башлыса талпан шайығына, йомортҡаларына һәм тиҙәктәренә IV типтағы аллергик реакция менән бәйле. Ҡысыу тыуҙырған тырнауҙар йыш ҡына бактериаль флораның (стафилококк һәм стрептококк) ҡушылыуына, эренсектәр (пиодермия) үҫеүенә килтерә. Шулай итеп, ҡорсаңғы ваҡытындағы сабыртма полиморфлыҡ ала.
Диагностика
үҙгәртергәҠорсаңғы (бетсә) диагнозы клиник билдәләр, эпидемиологик мәғлүмәттәр, лаборатор тикшереү ысулдары мәғлүмәттәре нигеҙендә ҡуйыла. Диагностиканы раҫлау клиник картина үтелгәндә айырыуса мөһим. Ауырыуҙы лаборатор раҫлауҙың түбәндәге ысулдары бар[23]:
- Традицион талпанды ҡорсаңғы юлының һуҡыр осонан энә менән айырып алыу һәм һуңынан сирҙе тыуҙырыусының микроскопияһы. Иҫке ярым емерек папулаларҙы тикшергәндә был алым насар һөҙөмтәле.
- Микроскопия ваҡытында ҡорсаңғы юлы өлкәһендә эпидермистың мөгөҙ ҡатламы участкаларының йоҡа ғына ҡырҡып алыу талпанды ғына түгел, уның йомортҡаларын да асыҡларға мөмкинлек бирә.
- Ҡорсаңғы юлының һуҡыр осо өлкәһенән ҡан барлыҡҡа килгәнгә тиклем ҡат-ҡат ҡырып алыу алымы. Артабан материал микроскопияһы үтә.
- Тирене һелтеле препарат яһау ысулы, тирегә һелтеле эретмә һалып, артабан мацерацияланған тирене аспирациялау һәм микроскопия менән.
Пациент тәү сиратта ҡысыуға зарланған осраҡта, бигерәк тә ғаиләнең йәки ойошҡан коллективтың башҡа ағзаларында ҡысыныу күҙәтелгән осраҡта, ҡорсаңғыны алып ташлар кәрәк.
Ҡорсаңғы юлдарын асыҡлау диагноздың дөрөҫкә тап килеүен раҫлай. Диагностиканы тулыһынса раҫлау өсөн шырт майлы матдә менән ҡапланған скальпель менән юлын асырға тәҡдим ителә. Ҡырып алынған материалдар предмет быялаһына урынлаштырыла һәм микроскоп аша тикшерелә. Иң яҡшы һөҙөмтәләрҙе «яңы», бармаҡ-ара ҡулдар араһында тырналмаған ҡорсаңғы юлдарынан алалар. Был алым 100 процент үҙенсәлеккә эйә булһа ла, уның һиҙгерлеге юғары түгел.
Калий хлориды кератинды мөмкинлек эретеп, талпандарҙы һәм йомортҡаларҙы яҡшыраҡ табыуға булышлыҡ итә, әммә шул уҡ ваҡытта талпандарҙың тиҙәктәре лә эрей, ә улар диагностик ҡиммәткә эйә. Бетсә юлдары тиҙерәк табыла, әгәр тирене иод төнәтмәһе менән буяғанда.
Талпандарҙы йыш ҡына табып булмай, шуға күрә ҡайһы бер авторҙар диагностикалау өсөн киләһе практик алымдар тәҡдим итә: ҡорсаңғы диагнозы папуловезикулёз сабыртмаһы, пустулёз элементтары һәм тире ҡысыуы булғанда ҡуйыла[10].
Дауалау
үҙгәртергәБетсә менән ауырыусыларҙы дауалау акарицид препараттары (скабицидтар) ярҙамында тыуҙырыусыны юҡ итеүгә йүнәлтелгән.
Тәжрибә күрһәтеүенсә, ҡорсаңғыла рецидивтар булмай, ауырыуҙың тергеҙелеү сәбәптәре — сығанаҡта йәки унан ситтә дауалананып бөтмәгән контактлы кешеләрҙән реинвазия, дауалау схемаларын үтәмәү сәбәпле ауырыуҙың йүнәлеп етмәүе, тирене өлөшләтә эшкәртеү, терапия курсы оҙайлылығын ҡыҫҡартыу.
- Дауалауҙы мотлаҡ табип етәкселегендә генә үткәрергә кәрәк.
- Бергә йәшәгән бөтә ауырыусыларҙы дауалау бер үк ваҡытта алып барылырға тейеш.
- Препаратҡа инструкцияла яҙылған йәки табип тәғәйенләгән эшкәртеү схемаларын теүәл тоторға кәрәк.
- Препарат, биттән һәм баштың сәсле өлөшөнән тыш, бөтә тәнгә һалына, ә 3 йәшкә тиклемге балалар өсөн был участкаларҙы ла эшкәртергә кәрәк.
- Тырнаҡтарҙы ҡыҫҡа итеп ҡырҡыу һәм препаратты уның аҫтына күпләп ҡойоу мөһим (тырнаҡ аҫтына бетсә талпандарының йомортҡалары йыйыла).
- Һәр препаратты тәнгә ҡул менән һылайҙар, был тәлгәштәрҙәге ҡорсаңғы юлдарының күп булыуына бәйле. Бот араһы һәм сат йөн менән ҡуйы ҡапланған булһа, препаратты щетка менән һылау яҡшыраҡ.
- Дауалауҙы киске ваҡытта үткәрергә кәрәк, был ауырыу тыуҙырыусының төнгө әүҙемлегенә бәйле.
- Ауырыусыны йыуындырыу дауалау башлар алдынан һәм тамамланғас үткәрергә кәңәш ителә, кәрәк булған осраҡта ауырыусы препаратты һәр иртә һайын йыуа ала, әммә төнгө осорҙо ла индереп, тирелә 12 сәғәттән кәм торорға тейеш.
- Тән һәм түшәк керен алмаштырыу терапия курсы тамамланғас үткәрелә.
- Балаларға, мәктәп уҡыусыларына, һалдаттарға һәм башҡаларға 10 көнлөк карантин кәрәк.
- Ике аҙнанан табипҡа ҡабаттан күренергә һәм ҡабаттан дауалау курсы хаҡында мәсьәләне хәл итергә тәҡдим ителә.
Профилактика
үҙгәртергәИҫкәртеү сараларының күләме эпидемиологик хәлгә бәйле билдәләнә. Бетсә табылған осраҡта ашығыс хәбәр итеү формаһы тултырыла һәм сирле йәшәгән урын буйынса санитария-эпидемиология станцияһы органдарына хәбәр ителә[24].
Бер сығанаҡ кешеләре икенсе тапҡыр йоҡтороуҙы иҫкәртеү маҡсатында бергә дауалана. Ауырыу кеше менән контактҡа ингәндәрҙең бөтәһе лә талпанға ҡаршы препараттар менән бер тапҡыр профилактик эшкәртеү үткәрә[24].
Сирлене дауалағандан һуң күп ҡулланмалар ауырыу менән контактҡа кергән бөтә әйберҙәрҙе һәм эске кейемдәрҙе (махсус спрейҙар, эҫе һыуҙа йыуыу) эшкәртергә кәңәш итәләр[8]. Яңы ҡулланмалар матрастарҙы, йомшаҡ мебель һәм келәмдәрҙе эшкәртергә кәңәш итмәй; әгәр уны ҡулланғандан һуң 48 сәғәттән аҙыраҡ ваҡыт үтһә, түшәк һәм кейемдәрҙе эҫе һыуҙа йыуырға кәрәк[25].
Бетсә талпаны һыуға йәки һабынға бирешмәй. Көн һайын мунса йәки ванна ингәндә лә талпандар һаны һәм йоҡтороу ихтималлығы кәмемәй[26].
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Van Hee R. Jeremy Thriverius (1504—1554): humanist doctor, born 500 years ago. Rev Med Brux. 2005 Sep-Oct;26(5):475-8.
- ↑ Ramos-e-Silva M. Giovan Cosimo Bonomo (1663—1696): discoverer of the etiology of scabies. Int J Dermatol1998; 37: 625-30.
- ↑ Кожные и венерические болезни. Руководство для врачей / Скрипкин Ю. К. — М.: Медицина, 2002 год. — Т. 1. — С. 457—458. — 576 с. — ISBN 5-225-02856-x.
- ↑ Savin JA. Scabies in Edinburgh from 1815 to 2000. J Soc Med 2005; 98: 124-9.
- ↑ Christophersen J. The epidemiology of scabies in. Denmark, 1900—1975. Arch Dermatol 1978; 114: 747-50.
- ↑ Burkhart CG. Scabies: an epidemiologic reassessment. Ann Intern Med. 1983;98:498-503
- ↑ Mimouni D; Ankol O E; Davidovitch N; Gdalevich M; Zangvil E; Grotto I. Seasonality trends of scabies in a young adult population: a 20-year follow-up. The British journal of dermatology 2003;149(1):157-9.
- ↑ 8,0 8,1 8,2 8,3 8,4 Ulrich R Hengge,Bart J Currie,Gerold Jäger,Omar Lupi,Robert A Schwartz. The Lancet Infectious Diseases 1 December 2006; Volume 6, Issue 12:769-79.
- ↑ Kristensen JK. Scabies and Pyoderma in Lilongwe, Malawi. Prevalence and seasonal fluctuation. Int J Dermatol 1991; 30: 699—702.
- ↑ 10,0 10,1 Heukelbach J, Wilcke T, Winter B, Feldmeier H. Epidemiology and morbidity of scabies and pediculosis capitis in resource-poor communities in Brazil. Br J Dermatol 2005; 153: 150—156.
- ↑ Stanton B, Khanam S, Nazrul H, Nurani S, Khair T. Scabies in urban Bangladesh. J Trop Med Hyg 1987; 90: 219—226.
- ↑ Porter MJ. Seasonal change and its effect on the prevalence of infectious skin disease in a Gambian village. Trans R Soc Trop Med Hyg 1979; 74: 162—168.
- ↑ Pannell R S; Fleming D M; Cross K W. The incidence of molluscum contagiosum, scabies and lichen planus. Epidemiology and infection 2005;133(6):985-91.
- ↑ Currie BJ, Connors C, Krause V. Scabies programs in Aboriginal communities. Med J Aust 1994; 161: 637.
- ↑ Terry BC, Kanjah F, Sahr F, Kortequee S, Dukulay I, Gbakima AA. Sarcoptes scabiei infestation among children in a displacement camp in Sierra Leone. Public Health 2001; 115: 208—211.
- ↑ Scabies
- ↑ Mellanby K. The transmission of scabies. Br Med J 1941; 2: 405—406.
- ↑ Arlian LG. Biology, host relations, and epidemiology of Sarcoptes scabiei. Annu Rev Entomol 1989; 34: 139—161.
- ↑ Arlian LG, Runyan RA, Achar S, Estes SA. Survival and infectivity of Sarcoptes scabiei var. canis and var. hominis. J Am Acad Dermatol 1984; 11: 210—215.
- ↑ Кожные и венерические болезни. Руководство для врачей / Скрипкин Ю. К. — М.: Медицина, 2002 год. — Т. 1. — С. 458—460. — 576 с. — ISBN 5-225-02856-x.
- ↑ Mellanby K. The development of symptoms, parasitic infection and immunity in human scabies. Parasitology 1944; 35:197-206.
- ↑ Lalli PN, Morgan MS, Arlian LG. 2004. Skewed Th1/Th2 immune response to Sarcoptes scabiei . J Parasitology. 90:711-14.
- ↑ Кожные и венерические болезни. Руководство для врачей / Скрипкин Ю. К. — М.: Медицина, 2002 год. — Т. 1. — С. 468. — 576 с. — ISBN 5-225-02856-x.
- ↑ 24,0 24,1 Кожные и венерические болезни. Руководство для врачей / Скрипкин Ю. К. — М.: Медицина, 2002 год. — Т. 1. — С. 470. — 576 с. — ISBN 5-225-02856-x.
- ↑ Cecil Medicine, 23rd Edition. 2008; Saunders. USA. pp. 2438—2439
- ↑ Mellanby K. Epidemiology of scabies. In: Orkin M, Maibach HI, eds. Cutaneous infestations and insect bites. New York: Marcel Dekker, 1985: 71-74.
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Соколова Т. В., Федоровская Р. Ф., Ланге А. Б. Чесотка. — М.: Медицина, 1989. — 176 с. — 50 000 экз. — ISBN 5-225-01576-X. (обл.)
Һылтанмалар
үҙгәртергә- На сайте CDC
- Чесотка: современное состояние проблемы Том 4/№ 5/2002 ДЕРМАТОЗООНОЗЫ Т. В. Соколов 2020 йыл 21 февраль архивланған.
Чесотка Викиһүҙлектә | |
Чесотка Викимилектә |