Ҡоро Әтә (мәмерйә)

Ҡоро Әтә (рус. Сухая Атя) — Уҡ йылғаһы ҡушылдығы Әтә йылғаһы ярындағы мәмерйә.

Ҡоро Әтә
Рәсем
Дәүләт  Рәсәй
Карта
 Ҡоро Әтә Викимилектә

Тасуирламаһы

үҙгәртергә

Ҡоро Әтә мәмерйәһе Силәбе өлкәһенең Әшә ҡалаһынан 25 саҡрым көньяҡ-көнсығыштараҡ, Ҡоро Әтә ҡасабаһы ситендә урынлашҡан. Был урын Әтә йылғаһы менән Айыу инеше ҡушылған ерҙән өҫтәрәк. Силәбе өлкәһенең иң оҙон ер аҫты ҡыуышлығы булып тора. Мәмерйәнең бушлыҡтары күләме — 100 000 м³, мәмерйә иҙәненең майҙаны 12 000 м² метр тәшкил итә. Силәбе өлкәһенең тәбиғәт ҡомартҡыһы.

Ҡоро Әтә — ул ер аҫты күлдәре, сифондары,сталактиттар, сталагмиттар, балсыҡ таҡырҙары булған карст мәмерйәһе. Мәмерйәгә инеү Уҡ йылғаһының һул ҡушылдығы Әтә йылғаһының уң яры буйында, йылға өҫтөнән 4 метр бейеклектә урынлашҡан, киңлеге — 25 метр һәм бейеклеге 1,5 метр. Мәмерйәнең ҡыуышлыҡтарның һәм галереяларының күбеһе киң залдар, яҫы түшәмле һәм ауыш ҡабырғалы үткәүелдәр рәүешле.

Мәмерйәлә ярғанаттарҙың иң ҙур колониялары, шул иҫәптән Силәбе өлкәһенең Ҡыҙыл китабына индерелгәндәре теркәлгән. Тәбиғәт ҡомартҡыһы биләмәһендә үҫемлектәрҙең һирәк төрҙәре үҫә.

Этимологияһы

үҙгәртергә

Силәбе өлкәһе географы һәм топонимисы Н. И. Шувалов мәмерйәгә исем биргән йылға атамаһы атай һүҙенән барлыҡҡа килгән тип һанай. Йылғаның күпмелер өлөшө ер аҫтынан үтә икән, шуға күрә Ҡоро тип атала, тигән мәғлүмәт бирә[1][2][2][3].

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Шувалов Н. И. От Парижа до Берлина по карте Челябинской области: Топонимический словарь. — 2-е изд., переработанное и дополненное. — Челябинск: Южно-Уральское книжное издательство, 1989. — 160 с. — ISBN ISBN 5-7688-0157-7
  2. 2,0 2,1 От Парижа до Берлина по карте Челябинской области
  3. Гидроним Атя (Сухая Атя), река, левый приток Ук, бассейн Сима. От башкирского личного мужского имени Ата, Атай. В основе — термин кровного родства ата — отец, в значении большой, главный, покровитель, почитаемый, что связано в старину с культом родителей. Сухая — потому, что часть пути река бежит под землей, оставляя на поверхности сухое русло - Шувалов Н. И. От Парижа до Берлина по карте Челябинской области: Топонимический словарь. — 2-е изд., переработанное и дополненное. — Челябинск: Южно-Уральское книжное издательство, 1989. — 160 с. — ISBN ISBN 5-7688-0157-7

Һылтанмалар

үҙгәртергә
  • Шувалов Н. И. От Парижа до Берлина по карте Челябинской области: Топонимический словарь. — 2-е изд., переработанное и дополненное. — Челябинск: Южно-Уральское книжное издательство, 1989. — 160 с. — ISBN ISBN 5-7688-0157-7