Ҡормаш (Сарман районы)
Ҡормаш[2] (татар. Кормаш, рус. Курмашево) — Рәсәй Федерацияһы Татарстан Республикаһы Сарман районы ауылы.
Ҡормаш | |
Дәүләт | Рәсәй |
---|---|
Административ-территориаль берәмек | Шарлиареминское сельское поселение[d][1] |
Почта индексы | 423372 |
География
үҙгәртергәАуыл Минзәлә йылғаһынан 1 км һәм Сарман ауылынан төньяҡ-көнсығышҡа табан 15 км алыҫлыҡта урынлашҡан[3].
Тарих
үҙгәртергәАуылға байлар ырыуы башҡорттары нигеҙ һала. Ауыл Байлар улусының Салағош түбәһенә ҡарай, һуңыраҡ был улус Ырымбур губернаһы (1865 йылдан Өфө губернаһы) Минзәлә өйәҙенә инә. 1866 йылда ырыу улустары бөтөрөлгәс, ауыл Нөркәй административ-территориаль улусы составына керә[4].
1848 йылда ауылда мәсет теркәлгән[4].
1920 йылдан Татар АССР-ының Минзәлә кантоны, 1922 йылдан Саллы кантоны составында була. 1930 йылдан Сарман районы, 1935 йылдан — Ворошилов районы, 1957 йылдан — Яңы Юл районы, 1959 йылдан — Сарман районы составына керә[3].
Халҡы
үҙгәртергә1795 йылда ауылда 57 башҡорт һәм 8 типтәр; 1834 йылда — 48 аҫаба башҡорт һәм 75 керҙәш башҡорт (1850 йылдан типтәрҙәр составында); 1912 йылда — 212 аҫаба башҡорт иҫәпләнгән[4][5].
1795 | 1870 | 1913 | 1920 | 1926 | 1938 | 1949 | 1958 | 1970 | 1979 | 1989 | 2002 |
---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
65 | 295 | 212 | 223 | 192 | 243 | 215 | 185 | 181 | 135 | 95 | 72 |
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ ОКТМО (урыҫ)
- ↑ Камалов А. А., Камалова Ф. У. Атайсал. — Уфа: Башкирское издательство «Китап», 2001. — С. 397. — 544 с. — ISBN 5-295-02882-8.
- ↑ 3,0 3,1 3,2 Татарская энциклопедия.
- ↑ 4,0 4,1 4,2 4,3 Асфандияров А. З. Аулы мензелинских башкир. — Уфа: Китап, 2009. — С. 182-184. — 600 с. — ISBN 978-5-295-04952-1.
- ↑ История башкирских родов. Байлар. Том 22. / С. И. Хамидуллин, Б. А. Азнабаев, И. З. Султанмуратов, И. Р. Саитбатталов, Р. Р. Шайхеев, Р. Р. Асылгужин, И. М. Васильев, А. М. Зайнуллин, В. Г. Волков, А. А. Каримов. — Уфа: Китап, 2016. — С. 132. — 916 с. — ISBN 978-5-850-51605-5.