Ҡонҡасов Мифтахетдин Дәүләткилде улы
Мифтахетдин Дәүләткилде улы Ҡонҡасов (1843—1923) — башҡорт дин әһеле, мәғрифәтсе, бағымсы.
Мифтахетдин Дәүләткилде улы Ҡонҡасов | |
Дин: | |
---|---|
Титул: |
имам-хатип |
Тыуыу выҡыты: | |
Тыуған урыны: | |
Үлеү ваҡыты: | |
Вафат булған урыны: | |
Ил: |
Биографияһы
үҙгәртергәҠонҡасов Мифтахетдин Дәүләткилде улы 1843 йылда Ырымбур губернаһы Орск өйәҙе (хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Хәйбулла районы) Иләс ауылында тыуған.
Ҡарғалы (Сәйет биҫтәһе) ауылы мәҙрәсәһен тамамлай.
Хәйбулла (Аҡъяр) ауылы мәсете имам-хатибы булып хеҙмәт итә. Мәсет янында мәҙрәсәгә нигеҙ һала, уның мөҙәрисе була. Был мәҙрәсәлә дини дәрестәрҙән тыш, башҡорт теле, төрки теле, арифметика, география, геометрия, тарих, тәбиғәтте өйрәнеү һ.б. буйынса дәрестәр бирелә. Иң һәләтле шәкерттәрҙе Ҡунҡасов Орск, Ырымбур, Өфө һ.б. мәҙрәсәләренә уҡырға урынлаштыра.
Үҙ йортонда сирлеләрҙе ҡабул итә, шифалы үләндәрҙән төнәтмә яһай һәм уларҙы кешеләргә бушлай тарата.
Ике тапҡыр Мәккә һәм Мәҙинәгә хаж ҡыла. Бер нисә мөнәжәт яҙа.
1923 йылда Башҡорт АССР-ы Йылайыр кантоны Хәйбулла (Аҡъяр) ауылында вафат була.
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Ислам на Урале. Энциклопедический словарь / Сост. и отв. редактор Д. З. Хайретдинов. — М.: «Медина», 2009. — 404 с. — ISBN 978-5-9756-0054-7.
- Хайбуллинская энциклопедия / гл. ред. Р. Х. Ибрагимов. — Уфа: Башкирская энциклопедия, 2015. — 648 с. — ISBN 978-5-88185-243-6.