ҠомкүлРәсәй Федерацияһы Силәбе өлкәһенең Ҡоншаҡ районы составына ингән ауыл. Бәғерәктамаҡ ауыл биләмәһенең составына керә.

Ҡомкүл
Дәүләт  Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Бәгәрәктамаҡ ауыл биләмәһе[d][1]
Халыҡ һаны 225 кеше (2002)[2],
171 кеше (2010)[3]
Диңгеҙ кимәленән бейеклек 166 метр
Почта индексы 456700
Карта

Атама башҡорт теленән алынған: «Ҡомло күл» тигәнде аңлата[4]. Тәүге өлөшө «Ҡом», икенсеһе - һыу ятҡылығы төрөн билдәләй — «күл»[5].

Силәбе өлкәһенең географы, топонимисы Шувалов Николай Иванович үҙенең "От Парижа до Берлина по карте Челябинской области: Топонимический словарь" тигән һүҙлегендә Ҡоншаҡ районында Ҡомкүл тигән атамалы күл һәм ҡасаба; Арғаяш һәм Октябрьский районында ике күл булыуын яҙа [6].[7].

Ҡомкүлгә бағышланған «Ҡомкүл» башҡорт халыҡ йырын Салауат Юлаевтың Садиҡ исемле көрәштәше төрмәлә ултырғанда сығарған тиҙәр[8].

Географияһы

үҙгәртергә

Ауыл Силәбе ҡалаһынан йөҙ саҡрым тирәһе алыҫлыҡта, райондың төньяҡ-көнсығыш өлөшөндә, Ҡомкүл күле буйында урынлашҡан. Район үҙәге булған Ҡоншаҡ ауылына тиклем ара — 70 км.

Ҡасаба элек Ленин исемендәге колхоз фермаһында 1959 йылда булдырылған.

Халыҡ иҫәбе
2002[9]2010[10]
225171

Бөтә Союз халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәренә ярашлы, 1970 йылда ауылда 243 кеше, 1983 йылда — 397 кеше, 1995 йылда — 356 кеше йәшәгән.

2002 йылғы Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу буйынса, ауыл халҡының күп өлөшөн башҡорттар (93%) тәшкил итә.

Зеленая улица

Новая улица

Озерная улица

Центральная улица

Школьная улица

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. ОКТМО (урыҫ)
  2. Численность населения Челябинской области по данным Всероссийской переписи населения 2002 года (урыҫ)
  3. Тома официальной публикации итогов Всероссийской переписи населения 2010 года по Челябинской области. Том 1. «Численность и размещение населения Челябинской области». Таблица 11 (урыҫ)
  4. Шувалов Н. И. От Парижа до Берлина по карте Челябинской области. — Челябинск: Южно-Уральское книжное издательство, 1989. — 160 с.
  5. Кумкуль, озеро (html) (недоступная ссылка — история). Краеведческий портал Челябинской области. Архивировано 15 сентябрь 2012 года. 2012 йыл 22 октябрь архивланған.
  6. Шувалов Н. И.Кум-Куль // От Парижа до Берлина по карте Челябинской области: Топонимический словарь. — 2-е изд., переработанное и дополненное. — Челябинск: Южно-Уральское книжное издательство, 1989. — 160 с. — ISBN ISBN 5-7688-0157-7
  7. От Парижа до Берлина по карте Челябинской области. Кум-Куль
  8. Йырҙар һәм бейеү көйҙәре, 148 б. 2020 йыл 25 сентябрь архивланған.
  9. Численность населения Челябинской области по данным Всероссийской переписи населения 2002 года. Дата обращения: 13 февраль 2016. Архивировано 13 февраль 2016 года.
  10. Тома официальной публикации итогов Всероссийской переписи населения 2010 года по Челябинской области. Том 1. «Численность и размещение населения Челябинской области». Таблица 11. Челябинскстат. Дата обращения: 13 февраль 2014. Архивировано 13 февраль 2014 года.