Ҡаҙаҡлар ҡаласыҡтары

Археологик ҡомартҡы

Ҡаҙаҡлар ҡаласыҡтары (рус. Казакларовские городища) — Башҡортостан Республикаһының Дүртөйлө районы Ҡаҙаҡлар ауылы эргәһендә урынлашҡан V—VII быуаттарға ҡараған Бахмут мәҙәниәте археологик ҡомартҡыһы[1][2][3].

Ҡаҙаҡлар ҡаласыҡтары
Дәүләт  Башҡортостан Республикаhы
Административ-территориаль берәмек Дүртөйлө районы

Тасуирламаһы

үҙгәртергә

Урынлашыуы

үҙгәртергә

Ҡаҙаҡлар ҡаласыҡтары Башҡортостан Республикаһының Дүртөйлө районы Ҡаҙаҡлар ауылы эргәһендә Яубазы йылғаһының уң ярында урынлашҡан. Ауылдан район үҙәгенә тиклем (Дүртөйлө) — 19 км, ауыл советы үҙәгенә тиклем (Яңы Кәңгеш) — 5 км.

Табылдыҡтар

үҙгәртергә

3 ҡаласыҡ табылған.

Ҡаҙаҡлар ҡаласығы I — ауылдан төньяҡ-көнбайышҡа табан 1,5 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Майҙаны 2700 м², археологтар тарафынан 736 м² асып, өйрәнелгән.

Ҡаласыҡ оҙонлоғо 40 м, киңлеге 12 м, бейеклеге 1 м дәүмәлле ур[4] һәм соҡор менән нығытылған. 36 м² дәүмәлле, усағы һәм хужалыҡ соҡорҙары булған торлаҡ, майҙаны яҡынса 20 м² тәшкил иткән хужалыҡ ҡоролмалары, баҙ-соҡорҙар табылған.

Көнкүреш әйберҙәренән балсыҡ орсоҡбаштар, тимер бысаҡтар, һөйәк уҡ башаҡтары килеп сыҡҡан.

Ҡаҙаҡлар ҡаласығы II — ауылдан көнсығышҡа табан 1 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Майҙаны 1200 м², 40 м² археологтар тарафынан ҡаҙып тикшерелгән.

Оҙонлоғо 20 м, киңлеге 4 м, бейеклеге 1 м тәшкил иткән тупраҡ ур һәм киңлеге 3 м, тәрәнлеге 0,8 м булған соҡор менән нығытылған.

Ҡаҙаҡлар ҡаласығы III — ауылдан көнсығышҡа табан 1,1 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Майҙаны 3600 м², 40 м² археологтар тарафынан ҡаҙып тикшерелгән.

Оҙонлоғо 40 м, киңлеге 4 м, бейеклеге 1 м тупраҡ ур менән уратылған.

Тирмән ташы, балсыҡ һауыттар табылған. Һауыттарҙың өҫтөнә тотош бәләкәй генә соҡорло биҙәк баҫылған һәм ауыҙы тирәләй һырҙар менән биҙәлгән, әүәләп эшләнгән, түңәрәк төплөләр.

Ҡомартҡы материалдары материалдары Башҡортостан Республикаһының Археология һәм этнография музейында һаҡлана[5]. Музей архитектура ҡомартҡыһы булып иҫәпләнгән Е. А. Поносова-Молло йортонда урынлашҡан[6].

Асыштар тарихы

үҙгәртергә

Ҡаҙаҡлар ҡаласығы I — 1973 йылда археолог Васюткин Сергей Михайлович тарафынан асыла, 1980 йылда ғалим-тарихсы-археолог, тарих фәндәре докторы, профессор В. А. Иванов һәм археолог, тарих фәндәре докторы, профессор Таисия Ивановна Останина[7] өйрәнә.

Ҡаҙаҡлар ҡаласығы II — 1973 йылда С. М. Васюткин тарафынан асыла.

Ҡаҙаҡлар ҡаласығы III — 1980 йылда В. А. Иванов тарафынан асыла һәм өйрәнелә[1].

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. 1,0 1,1 Ҡаҙаҡлар ҡаласыҡтары//Башҡорт энциклопедияһы 2020 йыл 6 август архивланған.
  2. Л. А. Голубева. Археологические памятники// Большая советская энциклопедия : [в 30 т.] / гл. ред. А. М. Прохоров. — 3-е изд. 2-й т. — М. : Советская энциклопедия, 1969—1978.
  3. Городище//Большая российская энциклопедия 2020 йыл 16 сентябрь архивланған.
  4. ур — ғәҙәттә, тәрән, тар итеп ҡаҙылған соҡор, тупрағын алдына өйөп, тәрән, тар итеп ҡаҙған хәрби нығытма — Башҡорт теленең һүҙлеге. 2 томлыҡ. — Мәскәү, 1993. — 2-се том, 476-сы бит
  5. И.Г.Петров. Музей археологии и этнографии // Башкирская энциклопедия. — Уфа: ГАУН РБ «Башкирская энциклопедия», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-306-8.
  6. Карточка объекта культурного наследия России регионального значения № 021410153440005
  7. Таисия Ивановна Останина

Һылтанмалар

үҙгәртергә
  • Иванов В. А., Останина Т. И. К вопросу о бахмутинско-мазунинской проблеме //Поселения и жилища древних племён Южного Урала. Уфа, 1983.
  • Городище// Большая советская энциклопедия : [в 30 т.] / гл. ред. А. М. Прохоров. — 3-е изд. 7-й т. — М. : Советская энциклопедия, 1969—1978.
  • Л. А. Голубева. Археологические памятники// Большая советская энциклопедия : [в 30 т.] / гл. ред. А. М. Прохоров. — 3-е изд. 2-й т. — М. : Советская энциклопедия, 1969—1978.
  • Л. А. Монгайт. Археологическая культура// Большая советская энциклопедия : [в 30 т.] / гл. ред. А. М. Прохоров. — 3-е изд. 11 т. — М. : Советская энциклопедия, 1969—1978.
  • Музей археологии и этнографии. Каталог. Уфа, 2007.
  • Археология и этнография Башкирии. В 5 т. Уфа, 1962—1973.
  • Археологическая карта Башкирии. М., 1976.
  • Археологические памятники Башкортостана //История культуры Башкортостана: Комплект научных и учебных материалов. Вып. 6. Уфа, 1996.