Ҡауылдаҡ селән, ала селән, ала селән (кваква) — селәндәр ғаиләһендәге ҡош; Рәсәйҙең Европа өлөшөнөң көньяғында, Ҡаҙағстанда, Урта Азия респуликаларында һәм Кавказда йәшәй торған төнгө селән.

Ҡауылдаҡ селән


Фәнни классификация
Халыҡ-ара фәнни исеме

Nycticorax nycticorax (Linnaeus, 1758)

Ареал
изображение

     Оя ҡороу арауығы      Йыл буйы йәшәйҙәр

     Ҡышлау ерҙәре
Һаҡлау статусы
en:Least Concern
Ҙур хәүеф янамай
IUCN 3.1 Least Concern : 106003742

Викитөркөмдә
Систематика

Викиһаҡлағыста
рәсемдәр
ITIS  174832
NCBI  8901
EOL  914504

Ҡылыҡһырлама

үҙгәртергә

Ҡарғанан ҙурыраҡ. Түбәһе һәм һырты ҡара, ҡанаттары һоро. Яҙғыһын башында ҙур өлпөһө була. Суҡышы ҡара, аяҡтары ҡыҙғылт һары, күҙҙәре ҡыҙыл. Башҡа селәндәрҙән төҫө менән айырыла.

 
Себеш ҡош
 
Nycticorax nycticorax

Тауышы киҫкен һәм көслө: «ҡау… ҡау».

Йәшәү рәүеше

үҙгәртергә

Ағаслы һаҙлыҡтарҙа, һай күлдәрҙә йәшәй. Күсмә ҡош. Бик һирәк осрай. Башлыса балыҡ, тәлмәрйендәр менән туҡлана, һирәкләп эре бөжәктәрҙе лә аулай. Ағас ботаҡтарында оялай. Ояһы башҡа селәндәрҙекеңә оҡшаған. 3—5 аҡһыл зәңгәр йомортҡаһы була.

  • Э. Ф. Ишбирҙин. Башҡортостан ҡоштары китабы. Өфө,1986 йыл. ИБ № 3478 28.693.35 И 90
  • Русско-башкирско-латинский словарь названий птиц (Э. Ф. Ишбердин. Птицы Башкирии, 1986)
  • Бейчек В., Штясны К. Птицы. Иллюстрированная энциклопедия М.: Лабиринт-пресс 2004
  • Ганзак Я. Иллюстрированная энциклопедия птиц Прага: Артия 1990
  • Жизнь животных Т.6 Птицы М.: Просвещение 1986

Һылтанмалар

үҙгәртергә