Ҡарлыман (Ағиҙел ҡушылдығы)

Ҡарлыман (башҡ. Ҡарлыман, Ҡарламан— «ҡарлы тауҙар, урыны») — йылға. Башҡортостандың Ҡырмыҫҡалы районындағы йылға. Ағиҙел йылғаһының һул яҡ ҡушылдығы.

Ҡарлыман
Ҡайҙа ҡоя Ағиҙел
Һыу йыйыу бассейны Волга бассейны[d]
Дәүләт  Рәсәй[1]
Административ-территориаль берәмек Башҡортостан Республикаhы
Оҙонлоҡ 46 km
Карта

Йылға буйындағы Урал ауылы эргәһендә итек табанына оҡшаш формалы быуа бар, ҙурлығы 450× 80 м.

«Ҡарлыман»- ҡарлы һәм ман һүҙҙәренән яһалған. Ҡарлы һүҙе тәржемәһеҙ ҙә аңлашыла.«Ман»— төрки халыҡтар йәшәгән урындарҙа күл һәм йылға атамаларында осрай. Фин-уғыр телдәрендә «ма»- урын, ер, местность тигәнде аңлата ти белгестәр.[2]

Йылға һәм уның үҙәне тураһында

үҙгәртергә

Ҡарламан йылғаһы Иҫке Бәпес ауылы янында башлана, Ҡырмыҫҡалы районы биләмәләре буйлап көньяҡтан төньяҡ-көнсығышҡа табан аға һәм Ағиҙел тамағынан 553 км алыҫлыҡта Бельский ауылы янында Ағиҙелгә һул яҡтан барып ҡушыла.

Ҡарлыман йылғаһы бассейнының рельефы тәбәшәк убалар осраштырған тигеҙлектән ғибәрәт, уның үҙәнендә йырындар, карст бушлыҡтары (Ҡарлыман мәмерйә) ла осрай.

Оҙонлоғо- 46 км[3]. Бассейн майҙаны — 110 км2.

Йылғаға һыу сығанаҡтарҙан ағып төшә, шул иҫәптән ҡар һыуҙары менән тулылана.Олокүл ауылы эргәһендә уртаса йыллыҡ һыу сығымы 0,52 м3/с..

 
Ҡырмыҫҡалы районы Ҡарлыман мәмерйәһе янында

Йылға буйында буйында урынлашҡан тораҡ пункттары (тамағынан инешенә табан): Иҫке Бәпес, Яңы Бәпес, Ҡарлыманбаш, Яңы Ҡуғанаҡ, Ҡарлыман, Ҡырмыҫҡалы, Алексеевка, Урал, Яңы Аҡташ, Оло Күл,[4].

Ҡарлыман йылғаһы буйындағы ерҙәр— бишауыл-табын ырыуы башҡорттары ерҙәре.

Үҫемлектәр һәм йәнлектәр донъяһы

үҙгәртергә

Йылғаның тирә-яғы болонло далалар,ҡара тупраҡлы ерҙәрҙә киң япраҡлы урмандар үҫә. Йылға тирә-яғында 10 %- урмандар, 60 %- һөрөнтө ерҙәр.

 
Ҡырмыҫҡалы районында яңыраҡ убылған ер

Яңыраҡ Ҡарлыманбаш менән Иҫке Бәпес ауылдары араһындағы арыш баҫыуында ер убыла һәм 20 м тәрәнлектәге карст соҡоро барлыҡҡа килә. Ҡарлыман йылғаһы буйындағы ерҙәрҙә бындай хәлдәр электән күҙәтелә.

Ҡарлыман йылғаһы- күптәрҙең яратҡан балыҡ тотоу урыны. Ҡарлыман йылғаһында Ағиҙелең урта ағымындағы башҡа ҡушылдыҡтарында ла төйәкләгән балыҡтар бар. Сабаҡ, табан балыҡ, һаҙан балыҡ, ҡорман балыҡ, шамбы, алабуға, кәлсәк кеүек балыҡтарҙан тыш тағы бер нисә төр балыҡ тоторға бында Ҡырмыҫҡалы районынан ғына түгел Өфө ҡалаһынан да балыҡсылар килә.

Ҡырмыҫҡалы районы Урал ауылы янында Ҡарлыман йылғаһында быуа төҙөлгән. 2020 йылдың июль айында ауыл халҡы йылғала күпләп балыҡтарҙың үлеүе тураһында борослоуын белдерә. Башҡортостан Республикаһы тәбиғәтте файҙаланыу һәм экология министрлығы хеҙмәткәрҙәре быуаны һәм йылғаны тикшереп, лабораторияла анализ яһау өсөн һыу алған. Үле балыҡтар йыйып алынып, күмелгән.[5] Эҫе көндәрҙә быуала һыу кимәле түбәнәйеп, һыуҙа кислород етмәүе балыҡтарҙың үлеүенә бер сәбәп булыуы мөмкин тип фаразлана.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә