Ат культы
Ат — Башҡорт халыҡ ижады әҫәрҙәрендә ул кеше нәҫеленә нигеҙ һалыусы башҡорттарҙың иң изге хайуандарының береһе булып тора; был халыҡтың ауыҙ‑тел ижадында, хөрәфәттәрендә һәм йолаларында сағылған. Ул кешенең иң яҡын дуҫы, кәңәшсеһе, ярҙамсыһы, ҡурсалаусыһы[1].
Тасуирлама
үҙгәртергәБашҡорт халыҡ ижады әҫәрҙәрендә Ат кеше нәҫеленә нигеҙ һалыусы ла. Мәҫәлән «Әҙәм тарпаны» тигән легендала Туҡ буйында йәшәгән баштай ырыуы тарпан тайы менән әҙәм затынан таралған. «Буҙансы батыр» әкиәтендәге батырҙың әсәһе лә бейә була[2].
Легенда һәм риүәйәттәрҙә ат — изгелекле яҡлаусы, бәрәкәт һәм бәхет символы. Башҡорттарҙың инаныуҙарында аттарҙың сығышы бихисап хужа‑эйәләр, шул иҫәптән ат эйәһе йәшәгән күк (Юғары) һәм һыу аҫты (Түбәнге, теге донъя) донъяһы менән бәйле. Батырҙарҙың аты — һыу эйәһенең йәки аллаларҙың бүләге. Күктән төшкән аттар аҡ (Аҡбуҙат; ҡара: “Урал батыр”), һыуҙан сыҡҡандары ҡара төҫтә (ҡара: “Аҡһаҡ ҡола”) булған. Ҡанатлы толпар башорт фольклорында популяр образдарҙың береһе. “Аҡбуҙат”, “Заятүләк менән Һыуһылыу” эпостары, “Йылҡысыҡҡан күл” риүәйәте буйынса, иң шәп саптарҙар Һыу аҫты батшалығынан (Асылыкүл, Аҡзыярат, Шүлгән күлдәре) күтәрелгән[3]
Ат культы башҡа халыҡтарҙа
үҙгәртергәАт культы төрлө төрки халыҡтарҙың дини тормошонда ҙур әһәмиәткә эйә була[4][5].
Саян-алтай халыҡтары «тай-элгә» йолаһын үтәгән: ҡорбанға аҡ ат килтергәндәр, уның итен ашағандар, тиреһен һайғауға элгәндәр.
Джёсёгей Теон — яҡут мифологияһында аттар һәм һыйыр малы ҡурсалаусыһы.
Ел аты (Лунгта) — Тибет буддизмында арҡаһында теләктәрҙе үтәүсе һәм именлек тәьмин итеүсе аҫыл ташты аҫып барған ат рәүешендәге символ.
Ерән йәки аҡ ат культы (маңлайында аҡ йондоҙ булған) уйғырҙар өсөн мөһим булған
Хөрәфәттәр
үҙгәртергәАтҡа табыныу уның кәүҙә өлөштәренең тылсымлы көскә эйә булыуы тураһындағы ышаныуға бәйле. Ышаныуҙар буйынса, аттың үҙе генә түгел, уның ҡылы, тире, һөтө, хатта эйәр-өпсөнө лә магик көскә эйә. Учалы районы Аһылай ауылы кешеһе Ш. Сафин һүҙҙәре буйынса, мәҫәлән, ҡырҙа йоҡлаған ваҡытта баш осона ҡамыт, эргә-тирәңә сыбыртҡы һалһаң, ат тиреһе еҫенән ҡурҡып яныңа ен-шайтандар, йылан килмәй, тиелә.
Ат тирен, тиҙәген, боҫон ауырыу эйәләрен ҡыуыу өсөн дә ҡулланғандар. Мәҫәлән, шешкән, күгәргән, ҡаймыҡҡан ергә ат тиҙәген бәйләп ҡуйыу, ауыртҡан ергә тирен һөртөү, ауырыу баланы аттың боҫона тотоу кеүек «йүнәлтеү» алымдары 60-70 йылдарҙа ла ҡулланылған. (Ғ.К.Хисамитдинов. Яңы Абҙаҡ ауылы).
Хөрәфәттәр буйынса, ат күҙе кешенән йәшеренгән әйберҙәрҙе күреүгә һәләтле; күбеге һәм тире сирҙән дауалай, йылан сағыуҙан, күҙ тейеүҙән һаҡлай һ.б. Яуыз рухтарҙы ҡыуып сығарыу өсөн атты өйгә индергәндәр, ә умарта өҫтөнә, кәртә һайғауҙарына һәм ҡапҡа башына уның баш һөйәген элгәндәр; аттың ялынан йәки тиреһенән үрелгән бауҙы һаҡлағыс итеп файҙаланғандар. Йыланды аттың тире һеңгән ҡамсы менән һуғыу уның өсөн үлемесле һаналған.
Йолалар
үҙгәртергәҺәләк булған йәки ҡорбанға килтерелгән атты күмеү иртә тимер дәүеренең (ҡара: Тимер быуат) төрки телле көньяҡ Урал ырыуҙарының ерләү йолаһы компоненттарының береһе булған, был турала ҡәберлектәрҙә табылған һөлдәләр һәм ат кәрәк‑ярағы (өҙәңгеләр, айылдар, эйәрҙәр һ.б.) һөйләй. “Күсәк бей” (ҡара: “Бабсаҡ менән Күсәк”) эпосында ҡыпсаҡ ырыуы башлығы Бабсаҡ Ҡарагир исемле һуғыш атында ҡоралы менән бергә күмелгән; Р.Г.Игнатьев “Рус география йәмғиәтенең яҙмаларында” (“Записки Русского географического общества”) Бәләбәй өйәҙендәге “баһадирҙар ҡурғандары”нда яу аттары менән бергә ерләнгән батырҙар тураһында яҙа.
Ат дағаһын, ҡыу башын элеп ҡуйыу йолаһы бар. Аттан төшөп ҡалған дағаны тупһаға ҡаҡһаң, өйгә тел-теш, ен-шайтан инмәй икән. Мал-тыуар, ҡорт, ҡош-ҡорт үрсеһен, ҡазаланмаһын тип ҡыу ат башын кәртә-ҡураға, умартаға элеп ҡуйыу йолаһы әле лә һаҡланған.
Ат менән бәйле әйтемдәр, мәҡәлдәр
үҙгәртергәБашҡорт телендә ат һүҙе менән: ат кеүек эшләү, ат башындай, ат ҡолонлатыу, атҡа менгәндәй булыу, ат күҙендәй; ат саба тип бет саба; ат аунаған ерҙә төкҡала һ.б. фразеологизмдар, мәҡәл-әйтемдәр бар. Ат һүҙе килеп сығышы яғынан төрки сығанаҡлы һүҙ[2].
«Йылҡы — малдың батшаһы», «Аты-туны бар кешелә Алпамыша көсө бар», «Аты бар — арыҫлан», «Аты барҙың ҡанаты бар, һыйыры барҙың һыйы бар», «Атлы ерҙә ир үлмәҫ», «Ат булған ерҙә андыҙ бар», «Арҙаҡлы ат арымаҫ, дағалы ат таймаҫ» һ.б.
Шулай уҡ ҡарағыҙ
үҙгәртергәИҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Ат культы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- ↑ 2,0 2,1 Ф.Ғ.Хисамитдинова. Башҡорт мифологияһы
- ↑ Ат культы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- ↑ П. В. Денисов, Религиозные верования Чувашии. Чебоксары, 1959.
- ↑ Н. Ф. Каганов. О погребальных обычаях тюркских племен с древнейших времен до наших дней, «Известия общества Археологии, Истории, Этнографии Казанского университета». т. XII, вып. 2, Казань, 1894.
Һылтанмалар
үҙгәртергәӘҙәбиәт
үҙгәртергә- Сагитов М.М. Отражение культа коня в башкирском народном творчестве //Вопросы башкирской фольклористики. Уфа, 1978; Сулейманова М.Н. Доисламские верования и обряды башкир. Уфа, 2005.