Ҡараһыу (Бирһыуат ҡушылдығы)

Силәбе өлкәһендәге йылға

Ҡараһыу (рус. Карауй (Карасу)) — Рәсәй йылғаһы. Силәбе өлкәһе[1] биләмәләрендә аға. Йылға Бирһыуат йылғаһының уң ярына тамағынан 76 км өҫтәрәк ҡушыла. Йылға оҙонлоғо 30 км.

Ҡараһыу (Ҡарауй)
Характеристика
Оҙонлоғо 30 км
Һыу ағымы
Тамағы Берсуат йылғаһының уң ярына тамағынан 76 км өҫтәрәк
 · Координаталар 52°06′03″ с. ш. 60°18′54″ в. д.HGЯO
Урынлашыуы
Һыу бассейны

Илдәр Рәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы
Регион Силәбе өлкәһе, Ырымбур өлкәһе, Ҡурған өлкәһе, Башҡортостан Республикаһы
РДҺР 14010500212111200000263

Һыу реестры мәғлүмәттәре үҙгәртергә

Рәсәй дәүләт һыу реестры мәғлүмәте буйынса йылға Иртыш һыу бассейны округында урынлашҡан, һыу хужалығы участкаһыТубыл йылғаһы, Уй йылғаһы инешенән тамағына тиклем, Увелька йылғаһын индермәйенсә. Бәләкәй йылға бассейны — Тубыл, йылға бассейны — Иртыш[2].

Һыу ресурстарының федераль агентлығы мәғлүмәте буйынса [2]:

  • Дәүләт һыу реестрында һыу объектының коды — 14010500212111200000263
  • Гидрологик өйрәнеү (ГӨ) буйынса коды — 111200026
  • Бассейн коды — 14.01.05.002
  • ГӨ буйынса һаны (номеры) — 11
  • ГӨ буйынса сығарылыш — 2

Этимологияһы үҙгәртергә

Атаманың башҡорт телендәге ҡара һәм һыу һүҙҙәренән килеп сыҡҡанлығы бәхәсһеҙ. Һыу һүҙе урыҫ телендә уй булып ишетелеүе лә мөмкин. Шунан Карауй булып та киткәндер.

Силәбе өлкәһендә, әйткәндәй, Ҡараһыу гидронимы 4 төбәктә осрай. Силәбе өлкәһе географы һәм топонимисы Шувалов Николай Иванович үҙенең «От Парижа до Берлина по карте Челябинской области: Топонимический словарь» тигән һүҙлегендә ошондай аңлатма бирә:Карасу, четыре речки, левый приток Увельки (территория города Пласта), бассейн Уя; левый приток Большого Кизила (Кизильский район.), бассейн Урала; правый приток Берсуат (Брединский район), бассейн Тобола; левый приток Нижнего Тогузак (Варненский район); озеро, Нагайбакский район. У тюрков так называются степные немноговодные речки и озера, питающиеся родниковыми водами[3][4].

Йәғни, атама йылғаның һай булыуына ишара итә.

Ҡара+һыу тигәндән килеп сыҡҡан тигән аңлатма "БАССР-ҙың топонимик һүҙлеге"ндә лә бирелә [5]

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

  1. «Гидротехник ҡоролмалар һәм дәүләт һыу кадастрының Рәсәй Үҙәк реестры».
  2. 2,0 2,1 РФ һыу реестры: Карауй (Карасу).
  3. Шувалов Н. И. // От Парижа до Берлина по карте Челябинской области: Топонимический словарь. — 2-е изд., переработанное и дополненное. — Челябинск: Южно-Уральское книжное издательство, 1989. — 160 с. — ISBN ISBN 5-7688-0157-7
  4. От Парижа до Берлина по карте Челябинской области [1]
  5. Словарь топонимов Башкирской АССР. - Уфа, 1980, - с. 89

Һылтанмалар үҙгәртергә

Сығанаҡтар үҙгәртергә

  • Словарь топонимов Башкирской АССР. - Уфа, 1980, - 89-сы бит
  • Шувалов Н. И.  От Парижа до Берлина по карте Челябинской области: Топонимический словарь. — 2-е изд., переработанное и дополненное. — Челябинск: Южно-Уральское книжное издательство, 1989. — 160 с. — ISBN ISBN 5-7688-0157-7