Ҡарағас (Ишембай районы)
Башҡортостандың Ишембай районындағы тау
Ҡарағас — Башҡортостандың Ишембай районындағы тау. Райондың көнсығышында,Бөрйән районы сигендә, Ҡарағайтуғай һәм Һаралы (Оло Шешәнәк ҡушылдығы) йылғалары араһында ята. Иң бейек түбәһе — 612 м. Тау биттәре һөҙәк. Тау тоҡомо кварциттар, рифей ҡомташтарынан тора.
Ҡарағас | |
---|---|
башҡ. Ҡарагас | |
Характеристикалары | |
Абсолют бейеклеге | 612 м |
Урынлашыуы | |
53°48′27″ с. ш. 57°01′19″ в. д.HGЯO | |
Страна | |
РФ субъекты | Башкортостан |
Тау итәгендә халыҡ бесән саба, малын көтә. Тауҙан көньяҡтараҡ Иҫкейорт менән Биктәр тауы ята. Көнсығышта төньяҡтан көньяҡҡа табан Алатау һырты һуҙылған. Тауҙа һәм уның тирә яғында һоро урман тупрағында ҡарағай ҡатыш ҡайын урмандары үҫә.
Атамаһы «ҡарағас» — ылыҫлы ағас исеменән алынған (рус.лиственница). Юрматы диалектында ул «нарат» тип атала.
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Ишимбайская энциклопедия. — Уфа: Башкирская энциклопедия, 2015. — С. 335. — 656 с. — 3000 экз. — ISBN 978-5-88185-205-4.