Иҫкейорт (Ишембай районы)
Башҡортостандың Ишембай районындағы тау
Иҫкейорт — Башҡортостандың Ишембай районының көнсығыш яғында ятҡан тау. Рәүҙәк һәм Кесе Рәүҙәк йылғалары араһында Сәфәртуйҙан көнсығыштараҡ урынлашҡан. Иң бейек түбәһе- 608,5 м. Иҫкейорт тауынан көньяҡ-көнсығыштараҡ Биктәр тауы (629 м) күренеп тора. Көньяҡта 6 км алыҫлыҡта Бөгөмәле тауы (672 м) ята. Иҫкейорттан төньяҡ-көнбайыштараҡ 5 км алыҫлыҡта элек Сәфәртуй ауылы булған.
Иҫкейорт | |
Дәүләт | Рәсәй[1] |
---|---|
Административ-территориаль берәмек | Ишембай районы |
Бейеклеге/буйы | 608,5 метр |
Битләүҙәре һөҙәк. Тау тоҡомо ҡомташтар, аргиллиттар һәм венд ҡатнашмаларынан тора.
Тау өҫтөндә һоро урман тупрағында имән һәм йүкә ҡатнаш урман үҫә.
Тау атамаһы «иҫке» һәм «йорт» — «өй», «йәшәгән урын», «йәйләү урыны», элекке ауыл урыны тигәндән алынған[2].
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Ишимбайская энциклопедия. — Уфа: Башкирская энциклопедия, 2015. — С. 233. — 656 с. — 3000 экз. — ISBN 978-5-88185-205-4.
Һылтанмалар
үҙгәртергәИҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ GEOnet Names Server — 2018.
- ↑ [ https://kitaptar.bashkort.org/storage/books/iVH0prU9PG1vCkam1CLGHljaQSY0QnUJVyc7ck9E.pdf Словарь топонимов Башкирской АССР]