Биктәр (тау)

Башҡортостандың Ишембай районындағы тау

Биктәр — тау, Көньяк Уралдағы тау. Башҡортостандың Ишембай районының көнсығышында урынлашҡан.

Биктәр
Дәүләт  Рәсәй
 Башҡортостан Республикаhы
 Ишембай районы

Дөйөм характеристика

үҙгәртергә

Рәүҙәк һәм Кесе Рәүҙәк йылғалары араһында урынлашҡан.

Иң бейек түбәһе — 629 м. Тауҙың һырттары һөҙәк, көнсығыш яғында Ҡырынйорт йырыны һуҙылған.

Тау тоҡомо ҡомташ, венд аргиллиттары һәм конгломераттарынан тора. Биктәр һыртынан Ҡырынйортйылға— Кесе Рәүҙәк ҡушылдығы башлана. Өҫтө башлыса имән һәм йүкә ҡатыш урман менән ҡапланған.

Ошо уҡ атамалы Ерекле (Һикәҙе ҡушылдығы) йылғаһынан алып, көнсығышта Рәүҙәк инешенә тиклем һуҙылған Биктәр һырты (русса: Биктарь) бар.

 
Кесе Рәүҙәк буйындағы тауҙар

Атамаһының килеп сығышы

үҙгәртергә

«Биктәр» атамаһын кеше исеменән алынған тип иҫәпләйҙәр. Ысынлап та был исем фамилияларҙа һаҡланып ҡалған. Бынан тыш, элекке ваҡыттарҙа төрки халыҡтар «биктар» (бик тар) тип хәрби кейемде (панцирь, доспехи, мәҫәлән, Дербент биктары) атаған.

Һылтанмалар

үҙгәртергә