Ҡарағалпаҡ аш-һыуы
Ҡарағалпаҡ аш-һыуы (рус. Каракалпакская кухня, ҡарағалп. қарақалпақ асханасы) — ҡарағалпаҡтарҙың ҡәҙимге аш-һыуы, үҙ самими милли аш-һыуы менән бер рәттән күрше Урта Азия халыҡтарының: үзбәк, төркмән, ҡаҙаҡтарҙың кулинар оҫталығынан ингән элементтарҙан тора.
Ҡарағалпаҡ аш-һыуы | |
Аш-һыу үҙенсәлектәре
үҙгәртергәИтле ризыҡтарҙан бында һыйыр, һарыҡ , дөйә, йылҡы, йорт ҡуяны ите һәм йорт ҡоштарының ите ҡулланыла. Һыйыр һәм һарыҡ ите барыһынан да күберәк тотонола. Ҡарағалпаҡтар, мосолман булараҡ, сусҡа ите ашамай.
Беренсе һәм икенсе итеп бирелгән ризыҡ йәки ҡушып бирелгән гарнир булараҡ джугара, маш маш, джугара оно, тары, дөгө, фасоль, сорго һәм башҡа ярмалар ҡулланыла. Бәрәңге, йәшелсә күп ҡулланыла.
Төп бешереү ысулдары — һыуҙа бешереү һәм ҡурыу. Иң киң таралғаны - ит менән ҡамыр йәймәләре комбинациялары. Йыш ҡына ҡарағалпаҡтар йәйеп ҡырҡылған ҡамырҙы һыуҙа йә һурпала бешереп, ҡурылған ит менән бирә.
Иң киң таралған ризыҡ — гуртик, былау, лагман, манпар, шауле, манты, самса, билмән, һурпа, аш-машаба, туҡмаслы һурпа[1]
Барлыҡ аш-һыуҙы ла тиерлек бойҙай ононан бешерелгән күмәс менән бирәләр.
Табынды йәшел йәки ҡара һөтлө сәй менән тамамлап ҡуялар.
Йыш бешерелгән аш-һыу
үҙгәртергәЫумас
үҙгәртергәИң йыш осрай торған ризыҡ — жуери гуртик (ыумас) һәм май гуртик. Уның джугара ононан бешерелеүе тик ҡарағалпаҡтарҙа ғына осрай.
Турама
үҙгәртергәҠарағалпаҡтар бигерәк тә ваҡлап туралған итте ыумас менән ашарға ярата. Ашамлыҡтың турама тигән исеме турау һүҙенән килеп сыҡҡан да инде. Бешереп алынған итте башлыса оло ирҙәр турай, ә ыумасты - ҡалғандар. Шунан һуң уларҙы бергә ҡушып бутайҙар. Ашайсылар 3 кеше йә күберәк булһа, өҫтөнә һурпа ҡойоп, тураманы дөйөм туҫтаҡта бирәләр. Турамаға ҡайһы саҡ тоҙлоҡ ҡуялар.
Төп ашамлыҡтар һәм аштар
үҙгәртергә- Дымдама — йәшелсә менән быҡтырылған ит
- Долма
- Кабоб — шешлек
- Куурдак — ҡурҙыҡ.
- Катыкли — ҡатыҡлы аш
- Лагман
- Манты
- Мошкичири — маш ҡушылған дөгө бутҡаһы
- Машхурда — маш ҡушылған дөгө ашы
- Былау
- Самса
- Угра (туҡмас)
- Чалап — ҡатыҡлы һалҡын аш
- Чучпара — билмән.
- Шавля — дөгө бутҡаһы
- Шурпа — һурпалы аш.
Ойотолған һөттән эшләнгән ризыҡтар
үҙгәртергәИҫкәрмәләр
үҙгәртергәСығанаҡтар
үҙгәртергә- Исай Абрамович Фельдман. Кухня народов СССР. — Киев, 1990. — С. 238. — ISBN 5-88520-098-Х.