Ыумас (ыумас ашы) — башҡорт милли аш-һыуы.

Ыумас ашы

аштар

Милли аш-һыу

Башҡорт аш-һыуы

Авторы
Тыуған иле

Башҡортостан

Компоненттар
Төп

он, зелень, борос

Булыуы мөмкин

сало, һуған, һоло, ҡатыҡ, тоҙ

Оҡшаш аҙыҡтар

өйрә

Ыумас ашы былай әҙерләнә: тәүҙә тоҙло һыуҙа ваҡ ҡына итеп туралған картуф бешерелә. Икенсе һауытҡа әҙ генә һыу һалына. Уға бойҙаймы, арышмы, борсаҡмы, ҡарабойҙай йәки һоло онон һалып бутайҙар. Килеп сыҡҡан бутаманы тотошлайы менән алып ыуа башлайҙар. Таҡтаға ваҡ ҡына ҡамыр киҫәктәре ҡойолғансы ыуалар. Шуларҙы алып, ҡайнап торған картуф лы һыуға һалып, 2-3 минут бешерәләр. Ыумас әҙер.

Эс майында ҡурылған башлы һуған, ҡорот, йә ваҡ ҡына итеп туралған йәшел һуған менән ашайҙар.

Ыумас ашын картуфһыҙ ҙа, һыуҙа ла, һурпала ла, һөттә лә бешереп була.

Ҡыҙыҡ факттар

үҙгәртергә

Ыумас та, башҡа аштар ҙа — башҡорттарҙың яратҡан ризыҡтары. Аштары, ғәҙәттә, ҡуйы була.

Башҡортостан халҡы ҡуйы, ҡайнар аш ашарға ярата. Бешергәндә күбеһе лавр япрағын һала. Һурпа эскәндә уны ҡоротлап, ҡатыҡлап эсергә яраталар. Ҡыҙыл, ҡара борос һибәләр. Туҡып йомортҡа һалыуҙары мөмкин.[1].

Туҡмас әҙерләү ысулы:

Ҡулланышы

үҙгәртергә
  • Ыумас өҫтәлгә айырым бирелә, бәрәңге менән ит ҡушылып икенсе ашамлыҡ була. Ыумас йәйге аш иҫәпләнә.
  • Әкрен һыу өҫтәп, йомортҡа менән ондо ҡушып бутарға. Ҡамыр барлыҡҡа килгәс, ыуып, 15-20 мм ҙурлыҡта туптар яһап, өҫтөнә он һибергә;
  • Ит һурпаһына бәрәңге турарға;
  • Бешкән ит менән бәрәңгене алып, ҡайнап ултырған һурпаға ваҡ итеп туралған балтырғанды йомортҡаға манып ашҡа өҫтәргә;
  • Балтырған 10 минут тирәһе бешергә тейеш. Һуңынан, ыумас менән туралған һуған ҡушып тағы 5-7 минут ҡайнатабыҙ. Ашҡа әсе ҡорот, ҡаймаҡ өҫтәргә була. Ашығыҙ тәмле булһын!

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә

Һылтанмалар

үҙгәртергә