Ҡаранай (Стәрлебаш районы)

Ҡаранай (рус. Каранаево) — Башҡортостандың Стәрлебаш районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 82 кеше[3]. Почта индексы — 453195, ОКАТО коды — 80248865003.

Ҡаранай
Дәүләт  Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Ямғырсы ауыл советы
Халыҡ һаны 93 кеше (2002)[1],
83 кеше (2009)[1],
82 кеше (2010)[2]
Почта индексы 453195
Карта

Халыҡ һаны

үҙгәртергә

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар)
1920 йыл 26 август
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар
1959 йыл 15 ғинуар
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар
2002 йыл 9 октябрь
2010 йыл 14 октябрь 82 42 40 51,2 48,8

Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.

1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны

Географик урыны

үҙгәртергә

Ауыл тарихы

үҙгәртергә

Ҡаранай — ерһеҙ бөрйән башҡорттарының ауылы булған. Е. Пугачевтың күренекле арҡаҙашы, йөҙбашы Ҡаранай Моратовтың командаһы Өфөнө ҡамауҙа ҡатнаша, Стәрлетамаҡ пристане һәм Кама буйында батша ғәскәрҙәренә ҡаршы сығыш яһай. Ҡаранай — Пугачевтың полковнигы, «иң мөһим баш күтәреүсе». И. Л. Тимашевтың язалау командаһы тарафынан әсирлеккә алынғас, Ҡазан йәшерен комиссияһына оҙатыла, унан Е. Пугачевты һәм уның иптәштәрен язалағанды «ҡарау» өсөн Мәскәүгә алып китәләр. Ауылға исем батыр Ҡаранай Моратовтың исемен мәңгеләштереү маҡсатынан бирелгән.
V ревизияла 84 кеше йәшәгән 18 ихаталы ауыл күрһәтелгән. 64 йылдан һуң йорт хужалығы һаны 50-гә етә, ә халыҡ һаны — 382. Бер йыл алдараҡ бында Бәләбәй районының Бөрйәнғол ауылынан 3 ғаилә күсеп килгән. Бөрйәндәр — Меркет-Мең улусының башҡорт аҫабаларының керҙәштәре. 1786 йылғы картала Ҡаранай ауылы билдәләнгән. 1842 йылда унда 268 кешегә 672 бот иген сәселә.Ул ваҡытта ужым сәсеү менән халыҡ шөғөлләнмәгән булған.[4]

Билдәле шәхестәре

үҙгәртергә

Сығанаҡтар

үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә