Ҡарай (Көйөргәҙе районы)
Ҡарай — Башҡортостандың Көйөргәҙе районындағы ауыл, Яҡшымбәт ауыл советына ҡарай. 2009 йылдың 1 ғинуарына ҡарата халыҡ һаны 102 кеше[1]. Почта индексы — 453352, ОКАТО коды — 80239805002 (2002 й).
Ауыл | |
Ҡарай | |
Ил | |
---|---|
Федерация субъекты | |
Муниципаль район | |
Координаталар | |
Сәғәт бүлкәте | |
Һанлы танытмалар | |
Автомобиль коды |
02, 102 |
ОКАТО коды | |
ОКТМО коды | |
Халыҡ һаны
үҙгәртергәБөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)
Иҫәп алыу йылы һәм көнө | Бөтә халыҡ | Ир-егеттәр | Ҡатын-ҡыҙҙар | Ир-егеттәр өлөшө (%) | Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%) |
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар) | |||||
1920 йыл 26 август | |||||
1926 йыл 17 декабрь | |||||
1939 йыл 17 ғинуар | |||||
1959 йыл 15 ғинуар | |||||
1970 йыл 15 ғинуар | |||||
1979 йыл 17 ғинуар | |||||
1989 йыл 12 ғинуар | |||||
2002 йыл 9 октябрь | |||||
2010 йыл 14 октябрь |
Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.
- 1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
- 1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны
Ауылдағы халыҡ һаны буйынса мәғлүмәтте халыҡ иҫәбе буйынса алыу урынлы. Бөтә ил күләмендә үткән 1897, 1920, 1939, 1959, 1970, 1979, 1989, 2002, 2010 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса мәғлүмәттәр бар һәм асыҡ ҡулланыуҙа табырға була. Ҡайһы бер китаптарҙы электрон төрҙә асып ҡарап була. 1926 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса һәр ауыл тураһында мәғлүмәт осрағаны юҡ әле. Унан башҡа Өфө виләйәтендә 1865, 1879, 1886 йылдарҙа урындағы халыҡ иҫәбе алынған. Тағы ла ревиз яҙмалары аша мәғлүмәт бар.
- 1859 һәм 1865 йыл — Населенные пункты Башкортостана. Ч.I. Уфимская губерния, 1877. — Уфа:Китап, 2002. — 432 с. ISBN 5-295-03188-8 (ч. I). ISBN 5-295-03133-0.
- Өфө виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1859 һәм 1865 йылдарға ҡарата бар.
- 1866 йыл — Список населенных мест. Ч. II. Оренбургская губерния, 1866. — Уфа: Китап, 2006. — 260 с. ISBN 5-295-03815-7 (ч. II). ISBN 5-295-03133-0.
- Ырымбур виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1866 йылға ҡарата бар.
- 1897 йыл — Перепись населения. т.45 кн.01 Уфимская губерния. Н.А.Тройницкий (ред.)(С.-Петербург, 1901)
- Был китапта Өфө виләйәте ауылдары буйынса мәғлүмәт бар. 500 кешенән күберек булған ауылдар исемлеге.
- 1920 йыл — Населенные пункты Башкортостана. Ч.III. Башреспублика, 1926. — Уфа. Китап, 2002. — 400 с. ISBN 5-295-03091-1 (ч. III). ISBN 5-295-03133-0.
- Был китап 1926 йылға ҡарата төҙөлгән, әммә халыҡ иҫәбе 1920 йылға ҡарата бирелгән.
- 1939 йыл — БАССР. Административно-территориальное деление на 1 июня 1940 года – Уфа:Государственное издательство, 1941. – 387 с.
- Был китапта 1939 йылғы иҫәп алыу буйынса һәр ауыл буйынса мәғлүмәт бар.
- 1989 һәм 2002 йылдар — Башҡортостан Республикаһы ауылдарында 1989 һәм 2002 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны.
- 2010 йыл — Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник. (рус.)
- Население Башкортостана: XIX-XXI века: статистический сборник / Территориальный орган Федеральной службы государственной статистики по Республики Башкортостан. — Уфа:Китап, 2008. — 448 с.: ил. ISBN 978-5-295-04439-7
- 1897 йылғы халыҡ иҫәбенән башлап ҡалалар, ҡала төрөндәге ҡасабалар, райондар, район үҙәктәре буйынса халыҡ һаны бар.
Географик урыны
үҙгәртергәКөйөргәҙе районының көньяҡ-көнбайышында урынлашҡан. Ауыл эргәһенән Бәләкәй Көйөргәҙе йылғаһы аға.
Билдәле шәхестәре
үҙгәртергә- Аҡбулат Арҡаев — 1773—1775 йылдарҙағы Крәҫтиәндәр һуғышында ҡатнашҡан Бөрйән улусы башҡорт старшинаһы.
- Ғайсин Хәсән Нәзир улы (1908—1991) — Бөйөк Ватан һуғышы яугиры. Советтар Союзы Геройы (1945).
Урамдары
үҙгәртергәТопонимик легендалар
үҙгәртергәТашлыкүл туғайы. Абдул менән Ҡарайҙан 2 — 3 км алыҫлыҡта Көйөргәҙе буйында Ташлы күл туғайы бар. Унда күл берәү генә түгел, ә бер нисәү. Тик уларҙың береһен дә ташлы күл, йәғни ташы булған күл, тип әйтеп булмай: ғәҙәттә, күлдәр һаҙлыҡлы -батҡыл була. Исемде кем ҡушҡандыр, уныһы беҙгә ҡараңғы. Ташлыкүл туғайынан Көйөргәҙе аша Арүлгән туғайы бар. Ар удмурт милләтле кеше була. Ул ошо туғайҙа үлеп ҡала, туғай исеме шунан ҡалған. Быны миңә йөҙйәшәр Гәрәй Рәжәпов ағай һөйләгәйне.
Һөлөклөкүл. Ул Абдул ауылы янында булған. Хәҙер ҡороған. Ә Ҡарай ауылы янындағы күл Оҙонгүл тип атала. Буйы сама менән 200—300 м, киңлеге — 15 — 20 м. Был күлгә Зайхан шишмәһе ағып төшә. Унда томбойоҡтар үҫә. Мул һыулы матур тәбиғи күл булғас, һөлөгө лә, балығы ла бар.[3]
Ауыл тарихы
үҙгәртергә1980—1990 йылдарҙа «Ағиҙел» журналында Ә.З.Әсфәндиәровтың «Тыуған ауылың тарихын беләһеңме?» тигән яҙмалары баҫылғайны. Көйөргәҙе районы ауылдарына ҡағылышлы мәҡәләһендә ул былай тип яҙа: «Ҡарай (Аҡбулат) ауылы XVIII быуаттың 60-сы йылдарында ойошҡан. Етенсе ревизия (1816) бында 19 йорт барлығын әйтә. Ә XIX быуат уртаһында 40 йортта 260 кеше йәшәгән. Ҡарай артабан да әллә ни үҫмәй. 1920 йылда ла 39 ғына өй була. Ҡарай Бөрйән волосының Мунаш түбәһенә ҡараған, ә 1864 йылдан Таймаҫ ауыл йәмғиәтенә кергән. Етенсе ревизия ваҡытында Ҡарайҙың улы Байғужаға 71 йәш була. Ауылдың беренсе исеме Пугачев восстаниеһында әүҙем ҡатнашҡан Аҡбулат Раҡаев исеме менән киткән. Аҡбулат 1774 йылда бер мең кешелек ғәскәргә етәкселек иткән»[4].
Быларҙың барыһын да арҙаҡлы тарихсыбыҙ Әнүәр Закир улы Әсфәндиәров архив материалдарына таянып яҙған. Шулай булғас, Ҡарай ауылына 300 йыл тигән һүҙ. Ҡарай хәҙерге Абдулдан 1 саҡрым өҫтәрәк, Ҡыҙыл тау буйында була. Бер аҙҙан һуң улар Көйөргәҙе аша Зайхан тигән ергә күсеп сыға. Көмөштәй таҙа һыулы Зайхан шишмәһе әле лә ағып ята, уны Зайхан бабай ҡаҙған. Улар бынан да күсә: бер өлөшө — 1-се Кинйәабыҙға (Туғай Кинйәһенә), бер өлөшө — Түкәнгә. Уларҙы зайхандар тип йөрөтәләр.Ә бер өлөшө әлеге урыныда ҡала. Ул Ҡарай тип атап йөрөтөлә. Шуны өҫтәп әйтергә кәрәк: Ҡарай халҡы Абдул халҡы менән талашып йәшәмәгән. Ә, киреһенсә, дуҫтар булып, үҙ-ара ҡунаҡҡа саҡырышып, аралашып, бер-береһенә ярҙамлашып йәшәгән. Әле лә шулай йәшәйбеҙ.[3]
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Списки населенных пункт Российской империи по сведениям 1870 года. Том 45. Оренбургская губерния. — СПб., 1877.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Башҡортостан Республикаһының райондары буйынса белешмә китабы 2016 йыл 4 март архивланған.
- ↑ Межрайонная инспекция Федеральной налоговой службы № 25 по Республике Башкортостан
- ↑ 3,0 3,1 К.Хәйбуллин. Исемдәрҙә — ер-һыуыбыҙ тарихы.>"Юшатыр" гәзите, 2008 йыл, 5 ғинуар
- ↑ «Ағиҙел», 1990 йыл, 10-сы һан, 113 бит
Сығанаҡтар
үҙгәртергә