Ҡарабалыҡ (күл, Силәбе өлкәһе)
Ҡарабалыҡ - рус. Карабалык, Линевое озеро - Рәсәй Федерацияһы Силәбе өлкәһенең Арғаяш районынындағы күл[1].
Ҡарабалыҡ | |
Дәүләт | Рәсәй |
---|---|
Административ-территориаль берәмек | Силәбе өлкәһе |
Урын | Арғаяш районы |
Этимологияһы
үҙгәртергәСиләбе өлкәһенең киң билдәле географы һәм топонимисы Шувалов Николай Иванович үҙенең «От Парижа до Берлина по карте Челябинской области: Топонимический словарь» тигән һүҙлегендә былай тип яҙа: Карабалык, озеро, Аргаяшский район. Так башкиры называют линя, отсюда — Линевое озеро[2][3].
Ысынлап та, күлгә исем үҙендә иң күп осраған балыҡ - ҡарабалыҡтан бирелгән булған.
Географияһы
үҙгәртергәҠарабалыҡ - ҙур булмаған күл, Арғаяш районының Ҡарабаш ҡалаһынан көньяҡтараҡ, Арғужа һыуһаҡлағысынан көнбайыштараҡ урынлашҡан.
Силәбегә тиклем аралыҡ – 85 км, Екатеринбургҡа – 200 км, Мейәскә – 70 км
Географик координаттары: оҙонлоғо - 60°17′2.84″E (60.284123), киңлеге - 55°21′15.13″N (55.354202) [1].
Эргәһендәге һыу ятҡылыҡтары: Тәрәнкүл, Арғужа һыуһаҡлағысы, Сереккүл, Кәрәмәткүл[4].
Тасуирламаһы
үҙгәртергә- Уртаса тәрәнлеге: 1,5 м
- Максималь тәрәнлеге: 2,5 м
- Максималь оҙонлоғо һәм киңлеге (км): 1*0,4 км
- Һыу сығанағы: башлыса ер аҫты һыуҙарынан туҡлана. Көньяғынан бер шишмә ҡоя,төньяғынан ағып сыға һәм Арғужа һыуһаҡлағысына ҡоя
- Диңгеҙ кимәленән бейеклеге: 293м
- Майҙаны: 0,4км2
- Һыу ятҡылығының хасил булыуы: эрозия-тектоник ҡуҙғалыштан барлыҡҡа килгән.
- Күл буйындағы тораҡ пункттар: Ҡарабалыҡ ауылы
- Күл төбө: ләмле, ташлы [4]..
Флораһы һәм фаунаһы
үҙгәртергәЯрҙарын урмандар ҡаплаған, башлыса ҡарағай ҡатнаш ҡайынлыҡтар.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, күлгә исем биргән балыҡ - ҡарабалыҡ бында юҡҡа сыҡҡан. Күл менән файҙаланыусы ойошма даими рәүештә селбәрә ебәреп торған, әммә һуңғы йылдарҙа бынан баштартырға булғандар. Һуңғы тапҡыр күлгә балыҡ 2009 году йылда ебәрелгән (табан балыҡ, карп). Ротан менән гольян бар [5].
Шулай уҡ ҡара
үҙгәртергәИҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ 1,0 1,1 Озеро Карабалык 2019 йыл 7 июнь архивланған.
- ↑ Шувалов Н. И. От Парижа до Берлина по карте Челябинской области. — Челябинск: Южно-Уральское книжное издательство, 1989. — 160 с. — ISBN 5-7688-0157-7.
- ↑ От Парижа до Берлина по карте Челябинской области
- ↑ 4,0 4,1 КАРАБАЛЫК
- ↑ Карабалык (озеро) 2019 йыл 14 июль архивланған.
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Карабалык (озеро) 2019 йыл 14 июль архивланған.
- КАРАБАЛЫК
- Озеро Карабалык 2019 йыл 7 июнь архивланған.
Сығанаҡтар
үҙгәртергә- Башҡорт теленең һүҙлеге. 2 томлыҡ. - Мәскәү, 1993. - 1-се том, 636-сы бит/ Ҡарабалыҡ
- Шувалов Н. И. // От Парижа до Берлина по карте Челябинской области: Топонимический словарь. — 2-е изд., переработанное и дополненное. — Челябинск: Южно-Уральское книжное издательство, 1989. — 160 с. — ISBN ISBN 5-7688-0157-7