Ҡанығабаҡ (рус. Каныкабак) — Рәсәй Федерацияһы Ырымбур өлкәһе Ҡыуандыҡ районы менән Башҡортостан Республикаһы сиге буйлап аҡҡан йылға.

Географияһы

үҙгәртергә

Ҡанығабаҡ йылғаһы үҙе кеүек үк ике субъект сигендә ағып, Ҡыуандыҡ районы аша Башҡортостан Республикаһының Хәйбулла районына барып сыҡҡан Турат йылғаһына Ҡыуандыҡ районының Һарыбай ауылы янында һул ярынан ҡоя[1]. Шуғамылыр, Турат йылғаһын Ҡанныҡабаҡ тип тә атайҙар. Һарыбай ауылы иһә округ үҙәге Ҡыуандыҡ ҡалаһынан көньяҡ-көнсығышҡараҡ туранан яҡынса 10 километр алыҫлыҡта урынлашҡан[2].

Ҡанығабаҡ йылғаһы, Турат ҡушылдығы булараҡ, Рәсәй дәүләт һыу реестры мәғлүмәте буйынса йылға Яйыҡ һыу бассейны округына инә, һыу хужалығы участкаһы — Яйыҡ йылғаһы, Магнитогорск һыуһаҡлағысынан Ерекле һыуһаҡлағысына тиклем. Бәләкәй йылға бассейны — юҡ, йылға бассейны — Яйыҡ (һыу бассейнының Рәсәй өлөшө)[1].

Тәбиғәте

үҙгәртергә

Ҡанығабаҡ йылғаһының текә ярлауҙары бар. Климаты уртаса-континенталь. Ярайһы уҡ тотороҡло ҡар ҡатламы, ул уртаса алғанда 150 көн дауамында ята[3].

Этимологияһы

үҙгәртергә

"Башҡортостан Республикаһы топонимдар һүҙлеге"ндә йылға атамаһы Ҡанығабаҡ тип бирелә һәм ҡанлы һәм ҡабаҡ[4] һүҙҙәренән ҡушылып яһалған тип аңлатыла[5].

Ырымбурҙың төбәкте өйрәнеүсе яҙыусыһы, журналист, Ҡыуандыҡ ҡала округының әҙәби тормошон ойоштороусы Сергей Михайлович Стрельников иһә үҙенең «Географические названия Кувандыкского района» тигән китабында был хаҡта ла яҙа, әммә Яңы Сембер һәм Һарыбай ауылы кешеләре һөйләшендә — Ҡайынҡабаҡ, тип яҙа[6].

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. 1,0 1,1 РФ һыу реестры: Туратка (Каны-Кабак).
  2. С. М. Стрельников. Кувандыкский край в географ ических названиях. — Златоуст, 1994. — ISBN ISBN 5-900802-02-7..
  3. Схема территориального планирования муниципального образования Кувандыкский район. Материалы по обоснованию (2011).(недоступная ссылка)
  4. Ҡабаҡ — Емерелеп, һөҙәкләнеп, үлән, ағас үҫеп бөткән иҫке яр; ҡашлаҡ — Башҡорт теленең һүҙлеге. 2 томлыҡ. — Мәскәү, 1993. — 1-се том, 599-сы бит. — 861 бит
  5. Словарь топонимов Республики Башкортостан — Уфа: Китап, 2002. — Б. 116. — 256 б. — ISBN 5-295-03192-6
  6. В речи жителей Новосимбирки и Сарбая — Каинкабак, и это заставляет иметь в виду возможность происхождения от башкирского кайын — «береза». В этом случае переводить следует — «Березовый обрыв» — С. М. Стрельников. Кувандыкский край в географ ических названиях. — Златоуст, 1994. — ISBN ISBN 5-900802-02-7..
  • Стрельников С.М. Кувандыкский край в географических названиях. — Златоуст: Издательство С. М. Стрельникова, 1994.
  • Башҡорт теленең һүҙлеге. 2 томлыҡ. — Мәскәү, 1993. — 1-се том, 599-сы бит. — 861 бит
  • Словарь топонимов Республики Башкортостан — Уфа: Китап, 2002. — Б. 116. — 256 б. — ISBN 5-295-03192-6