Ҡалҡан — Башҡортостандың Учалы районында урынлашҡан күл. Ҡалҡан ауылы янында урынлашҡан. Күлдә ҡыҙылғанат, суртан, сабаҡ, алабуға, ҡарабалыҡ, табан балыҡтары бар.

Озеро
Ҡалҡан
Морфометрия
Абсолют бейеклеге511 м
Майҙаны1,72 км²
Урынлашыуы
54°26′02″ с. ш. 59°21′25″ в. д.HGЯO
Ил
РФ субъектыБашҡортостан
Идентификаторы
Код в ГВР: 12010000111112200000300
Рәсәй
Точка
Ҡалҡан
Башҡортостан Республикаһы
Точка
Ҡалҡан
 Ҡалҡан Викимилектә

Яйыҡ йылғаһы бассейнына ҡарай. Ҡалҡан ауылынан төньяҡ‑көнсығышҡа табан 2,5 км алыҫлыҡта урынлашҡан.

Тасуирлама

үҙгәртергә

Күл өҫтө майҙаны 1,8 км², оҙонлоғо 2,6 км, уртаса киңлеге 0,6 км, уртаса тәрәнлеге 2,9 м (иң тәрән урыны —4,7 м), һыу күләме 5,1 млн м³; һыу йыйыу майҙаны 9,0 км². Тектоник күл, ордовик (серпентинлашҡан дуниттар) тау тоҡомдарында барлыҡҡа килгән; соҡоро һуҙылған, төбө һөҙәк, сапропель менән (ҡалынлығы 1,5—3,5 м) ҡапланған, төньяҡ өлөшөндә улаҡтары бар. Тымыҡ күл, һыу кимәле юғары булғанда шишмә ағып сыға һәм Урал й. м‑н тоташтыра. Уртаса күп йыллыҡ һыу кимәленең үҙгәреүе 0,5 м тәшкил итә. Башлыса яуым‑төшөм һыуҙары менән туйына. Һыуы сөсө, сульфатлы‑натрийлы. Күл эвтрофик. Төньяҡ һәм көньяҡ ярҙары һөҙәк, аҙ беленә, көнсығышы — ҡалҡыу, көнбайышта — текә, күл эргәһендә Ҡалҡан тауы урынлашҡан. Көнсығыш өлөшөндә күлгә ярымутрау килеп инә. Күлдең тирә‑яғындағы ландшафт ҡайынҡарағас урмандарынан һәм болонло далаларҙан тора. Яр буйҙарында көньяҡ ҡамышы, тар япраҡлы екән, сумған мөгөҙьяпраҡ, ябай һыу бөрсөгө һ.б. үҫә. Күлдә алабуға, ҡарабалыҡ, ҡыҙылғанат, сабаҡ, суртан, табан балыҡ, яр буйында аҡсарлаҡ, ала тумыртҡа, барҡылдаҡ, ҡурғай, кәкүк, өйрәк, ябай һандуғас йәшәй. Күлдең көньяҡ һәм төньяҡ өлөштәре һаҙлыҡлы.

 
Ҡалҡан

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә

Һылтанмалар

үҙгәртергә