Барҡылдаҡ
Барҡылдаҡ
Фәнни классификация
Батшалыҡ: Хайуандар
Тип: Хордалылар
Класс: Ҡоштар
Отряд: Турғай һымаҡтар
Ғаилә: Барҡылдаҡтар
Ырыу: Барҡылдаҡтар
Төр: Барҡылдаҡ
Латинса исеме
Turdus viscivorus
(Linnaeus, 1758)
ITIS 563619
NCBI 301543

Барҡылдаҡ[1] ( урыҫ.деря́ба, лат. Turdus viscivorus) — турғай һымаҡтар отрядынан булған сыбар буҙ төҫтәге урманда йәшәүсе һайраусы ҡош.

Халыҡ-ара Ҡыҙыл китап
en:Least Concern
Ҙур хәүеф янамай
IUCN 3.1 Least Concern : / 147266
Turdus viscivorus

Ҡылыҡһырлама

үҙгәртергә

Сыйырсыҡтан ҙурыраҡ. Яңғыҙ һәм күмәкләшеп йөрөйҙәр. Кешене күреп ҡалһа, тырҡылдап баш осонан оса башлай. Һырты көрәнһыу һоро. кәүҙәһенең аҫ яғы эре генә тамсы һымаҡ ҡара таптарп менән сыбарланған аҡ төҫтә. Йырсы барҡылдаҡтан ҙурыраҡ булыуы менән айырыла. Тауышы көслө "барррҡ- барррҡ! Төрлө тауыш менән һыҙғырып һайрай..

Йәшәү урыны

үҙгәртергә

Барҡылдаҡ Үҙәк Европаның урмандарында, парк, скверҙарында осрай. Ҡоштарҙың күпселеге ҡышҡа көньяҡ-көнбатын Европаға күсенә. Парлашып аялайҙар. Оя эсен сөрөкләнгән ағас менән һылап сығалар. Ҡайһы саҡта ҡыҙыл балсыҡ менән һылайҙар. Урмандарҙа йәшәй. Күсмә ҡош. Киң таралған. Ағас ботаҡтарына оялай.

Туҡланыуы

үҙгәртергә

Еләк, ағас һәм үлән орлоҡтары меән туҡлана. Яҙғыһын һәм йәйгеһен төрлө бөжәктәр аулай.

Инә ҡош ҡара таплы 4-6 бөртөк алһыу йомортҡа һала һәм ике аҙнаға яҡын баҫа. 12-15 көндән ҡауырһындары сыға, шулай ҙа ата- әсәләре тағы ла бер нисә көн ем менән туйындыра.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Бёме Р. Л., Флинт В. Е. Пятиязычный словарь названий животных. Птицы. Латинский, русский, английский, немецкий, французский. / под общей редакцией акад. В. Е. Соколова. — М.: Рус. яз., «РУССО», 1994. — С. 313. — 2030 экз. — ISBN 5-200-00643-0.

Диалекттарҙа әйтелеше

үҙгәртергә

Сыбар барҡылдаҡ, муйыл барҡылдағы, дәүғош, дәүсыпсыҡ

Төрҙәштәре

үҙгәртергә
  • Сыбар барҡылдаҡ(диал. ҡоролдаҡ)
  • Мышар барҡылдағы (диал. мышар турғайы, миләш сыпсығы,шоморт сыпсығы)
  • Йырсы барҡылдаҡ (диал. һайраусы барҡылдаҡ)
  • Ҡыҙылбауыр барҡылдаҡ (диал. юҡ)
  • Ҡара барҡылдаҡ (диал. ҡара турғай)

Һылтанмалар

үҙгәртергә
  • Э.Ф. Ишбирҙин. Башҡортостан ҡоштары. 1986 йыл Өфө. 98- се бит