Ҡалҡаман-Тишек мәмерйәһе
Ҡалҡаман тишеге мәмерйәһе (Ҡалҡамантишек, рус. Калкаман-тишек — мәмерйә, Башҡортостан Республикаһының Бөрйән районы Тимер ауылынан 2 километр төньяҡта, Ағиҙел йылғаһы үҙәненең уң битләүендә урынлашҡан.
Ҡалҡаман-Тишек мәмерйәһе | |
---|---|
Ил | |
Регион | Башҡортостан |
Район | Бөрйән |
Тәрәнлеге | 19 м |
Оҙонлоғо | 1200 м |
Күләме | 4,1 мең м³ |
Тип | карст |
һыйҙырышлы тоҡомдар | эзбизташ |
Тасуирламаһы
үҙгәртергәҠалҡаман тишеге мәмерйәһе урта девон эзбизташтарында барлыҡҡа килгән, карстлы. Уның үткәүелдәре һәм коридорҙары төньяҡ, көнбайыш һәм төньяҡ-көнбайышҡа табан һуҙылған. Оҙонлоғо — 1,2 мең м, киңлеге — 1—3 м, уртаса бейеклеге — 2,6 м, амплитудаһы — 74 м, майҙаны — 1,6 мең м2, күләме — 4,1 мең м3.
Мәмерйәнең 2 инеү урыны бар. Төп инеү урынының киңлеге 1,6 м, бейеклеге 2 м, Ағиҙел кимәленән 14 м бейеклектә, ҡаяла урынлашҡан. Инеү урынынан коридор һуҙыла (киңлеге яҡынса 1 м, бейеклеге 15 метрға тиклем). Ҡоҙоҡ рәүешендәге икенсе инеү урыны (диаметры 1 м, тәрәнлеге 19 м) төп инеү урынынан 12 м бейеклектә урынлашҡан.
Мәмерйәнең стеналары һәм иҙәне кальцит менән ҡапланған, сталактиттар, сталагмиттар һәм гелектиттар күп. Температураһы яҡынса 7 °C. Ҡышын төп инеү урынында боҙ сталагмиттары һәм кристалдар барлыҡҡа килә.
Шулай уҡ ҡарағыҙ
үҙгәртергә- Д. А. Круглов, Ю. Е. Лобанов, А. Ф. Рыжков, С. С. Щепетова, В. О. Щепетов. Темировская пещера, pdf 55-се бит[1]
- Ҡалҡаман вариҫтары шәжәрәһе Ҡалҡаман вариҫтары шәжәрәһе
- Ҡалҡаман тишегенә бәйле легенда. Биреләр араһы. Башҡорт халыҡ ижады: Риүәйәттәр, легендалар. Икенсе том. — Өфө: «Китап», 1997. 113—114-се биттәр[2]
Сығанаҡтар
үҙгәртергәКалкаман-тишек // Бурзянская энциклопедия / гл. ред. Г. М. Манапов. — Уфа: НИК Башкирская энциклопедия, 2022. — С. 254. — 640 с. — ISBN 978-5-88185-512-2.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Пещеры(недоступная ссылка)
- ↑ Bashkort people’s 2023 йыл 13 июль архивланған.