Ҡадирова Ясмина Ринар ҡыҙы

Ҡадирова Ясмина Ринар ҡыҙы (11 декабрь 2004 йыл) — спортсы. Конькиҙа фигуралы шыуыусы, парлы шыуыуҙа сығыш яһай. Иван Баленко менән бергә Россия Кубогының көмөш медале эйәһе (2020).

Ҡадирова Ясмина Ринар ҡыҙы
Lua хатаһы: expandTemplate: template "lang-tt-cyrl" does not exist.
Рәсем
Зат ҡатын-ҡыҙ
Гражданлыҡ  Рәсәй
Спортта ил өсөн сығыш яһай  Рәсәй
Тыуған көнө 11 декабрь 2004({{padleft:2004|4|0}}-{{padleft:12|2|0}}-{{padleft:11|2|0}}) (19 йәш)
Тыуған урыны Ҡазан, Рәсәй
Һөнәр төрө фигурист
Тренер Этери Георгиевна Тутберидзе[d], Гачинский, Артур Андреевич[d], Артур Минчук[d], Москвина Тамара Николаевна һәм Мишина, Татьяна Николаевна[d]
Спорт төрө Фигуралы шыуыу
Спорт дисциплинаһы парное фигурное катание[d] һәм женское одиночное фигурное катание[d]
Партнёр в спорте или профессии Иван Андреевич Бальченко[d] һәм Валерий Викторович Колесов[d]
Вики-проект Проект:Фигурное катание[d]
 Ҡадирова Ясмина Ринар ҡыҙы Викимилектә

2019 йылға тиклем яңғыҙ фигуралы шыуыуҙа сығыш яһай.

Ясмина Ринар ҡыҙы Ҡадирова 2004 йылдың 11 декабрендә Ҡазанда тыуа. Әсәһе Резеда Сибгатуллина етәкселегендә «Зилант» спорт мәктәбендә фигуралы шыуыу менән шөғөлләнә башлай. 2013 йылда әсәһе Олимпия резервының республика махсуслаштырылған балалар-йәш үҫмерҙәр спорт мәктәбе директоры вазифаһына тәғәйенләнә, унда Ясмина алдағы өс сезонын шөғөлләнә. Был осорҙа ул зона ярыштарында еңеүсе була һәм бәләкәй йәштәгеләрҙең Рәсәй беренселектәрендә ҡатнаша. Һуңғараҡ Санкт-Петербургҡа күсеп бара, унда Татьяна Мишинала шөғөлләнә. Шулай уҡ оҙаҡ ваҡыт Этери Тутберидзе төркөмөндә була. Тутберидзе төркөмөндәге күнегеүҙәр ваҡытында етди йәрәхәт ала һәм ярты йыл дауамында ярыша алмай.

2019 йылдың февралендә беренсе тапҡыр халыҡ-ара ярыштарҙа ҡатнаша. Сахалинда беренсе тапҡыр «Азия балалары» ҡышҡы уйындары уҙа, унда Көньяҡ Кореяның өлкәндәр чемпионаты медалистлары Ю Ен һәм Ли Хэ Ин ҡатнаша. Ярыштарҙың беренсе көнөндә Ҡадирова дүртенсе урында урынлаша һәм ирекле программа буйынса был позицияны һаҡлап ҡала[1]. Ул яҡшы сығыш яһай, ҡыҫҡа һәм еңел программала бары тик бер генә элемент менән булһа ла судьялар тарафынан «минус» ала[2][3].

Ҡадирова барлыҡ өслө һикереүҙәр, 3-3 каскаттарҙы һикерә белә, ә тренировкаларҙа дүртле сальхов башҡарған[4]. Үҙ көсө менән шыуыуҙа перспективалар булыуға ҡарамаҫтан, ул икеле разрядка күсә. 2019 йылдың сентябрендә Ростов фигуристы Иван Баленко менән дуэт тәшкил итә. Инде ярты йылдан һуң пара уңышҡа өлгәшә, Рәсәй Кубогы финалының көмөш миҙалдарын яулап алалар[5]. Ҡыҫҡа программала хаталар яһап, Ясмина менән Иван алтынсы урында урынлашалар. Икенсе көндө улар ирекле программаны аныҡ башҡаралар, барлыҡ элементтары яҡшы GOE өҫтәмәләр ала, һәм, ахыр сиктә, пара икенсе урынды яулап ала[6].

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә