Ҙур Нөркәй
Ҙур Нөркәй (Нөркәй) — Рәсәй Федерацияһы Татарстан Республикаһы Сарман районы ауылы. Ҙур Нөркәй ауыл биләмәһе составына керә һәм уның үҙәге булып тора.
Ауыл | |
Ҙур Нөркәй татар. Зур Нөркәй | |
Ил | |
---|---|
Федерация субъекты | |
Муниципаль район | |
Ауыл биләмәһе | |
Координаталар | |
Нигеҙләнгән | |
Элекке исеме |
Нөркәй |
Халҡы | |
Милли состав | |
Конфессиональ составы | |
Сәғәт бүлкәте | |
Почта индексы |
423372 |
Һанлы танытмалар | |
Автомобиль коды |
- |
Код ОКАТО | |
Код ОКТМО | |
Номер в ГКГН | |
География
үҙгәртергәАуыл Минзәлә йылғаһы буйында, Сарман ауылынан төньяҡтараҡ 14 км алыҫлыҡта урынлашҡан[2].
Тарих
үҙгәртергәҘур Нөркәй — Байлар улусы Салағош түбәһе башҡорттарының ауылы. Һуңыраҡ Ырымбур губернаһы Минзәлә өйәҙе составында була. 1865 йылда Минзәлә өйәҙе Өфө губернаһына инә. 1866 йылда ырыу улустары бөтөрөлгәс, ауыл Нөркәй улусы составына керә һәм уның үҙәге була[3].
1905 йылда 3 тимерлек, тирмән, 5 бакалея кибете, 2 икмәк магазины, һыра һәм мануфактура заведениелары теркәлгән. Шаршамбы һайын баҙар, 5 ноябрҙә йәрминкә уҙғарылған. 1905 йылда 4 мәсет һәм шул уҡ һанда мәктәп теркәлгән[3].
1920 йылда ауыл яңы ойошторолған Татар АССР-ының Минзәлә кантоны, ә 1922 йылда — Саллы кантоны составына керә. 1930 йылдан Сарман районы, 1935 йылдан — Ворошилов районы, 1957 йылдан — Яңы Юл районы, 1959 йылдан — йәнә Сарман районы составында. 70-се йылдарҙа Бәләкәй Нөркәй ауылы Ҙур Нөркәй ауылы составына керә[2]
Халҡы
үҙгәртергә1795 йылда ауылда 28 ихатала 245 башҡорт һәм 12 ихатала 79 типтәр; 1816 йылда — 62 йортта ир енесле 361 йән башҡорт (улар араһында 2 ҡатынлы 11 йорт хужаһы), 70 йән типтәр; 1834 йылда — 92 йортта ир енесле 580 йән башҡорт (улар араһында 2 ҡатынлы 15 йорт хужаһы), 123 йән типтәр; 1859 йылда — 1530 башҡорт, типтәр һәм мишәр; 1870 йылда 258 ихатала 1000 башҡорт, 553 типтәр теркәлгән. 1902 йылда ауылда 1755 башҡорт һәм 708 типтәр иҫәпләнгән. 1905 йылда 429 ихатала 1891 кеше йәшәгән[3].
1859 | 1897 | 1926 | 1949 | 1958 | 1970 | 1979 | 1989[2] |
---|---|---|---|---|---|---|---|
1530 | 2242 | 1541 | 582 | 610 | 967 | 790 | 626 |
Халыҡ иҫәбе | ||||
---|---|---|---|---|
2012[4] | 2013[5] | 2014[6] | 2015[7] | 2016[1] |
643 | ↗644 | ↘634 | ↘623 | ↗631 |
Билдәле шәхестәре
үҙгәртергә- Абдуллатиф Әбсәләмов (1781—?) — хәрби эшмәкәр. 1812 йылғы Ватан һуғышында һәм Рус армияһының сит илгә 1813—1814 йылдарҙағы походтарында ҡатнашыусы.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ 1,0 1,1 Численность населения муниципальных образований Республики Татарстан на начало 2016 года . Дата обращения: 11 апрель 2016. Архивировано 11 апрель 2016 года.
- ↑ 2,0 2,1 2,2 Татарская энциклопедия.
- ↑ 3,0 3,1 3,2 Асфандияров А. З. Аулы мензелинских башкир. — Уфа: Китап, 2009. — С. 190—195. — 600 с. — ISBN 978-5-295-04952-1.
- ↑ Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям. Таблица 35. Оценка численности постоянного населения на 1 января 2012 года . Дата обращения: 31 май 2014. Архивировано 31 май 2014 года.
- ↑ Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2013 года. — М.: Федеральная служба государственной статистики Росстат, 2013. — 528 с. (Табл. 33. Численность населения городских округов, муниципальных районов, городских и сельских поселений, городских населённых пунктов, сельских населённых пунктов) . Дата обращения: 16 ноябрь 2013. Архивировано 16 ноябрь 2013 года.
- ↑ Численность населения муниципальных образований Республики Татарстан на начало 2014 года. Территориальный орган Федеральной службы государственной статистики по Республике Татарстан. Казань, 2014 . Дата обращения: 12 апрель 2014. Архивировано 12 апрель 2014 года.
- ↑ Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2015 года . Дата обращения: 6 август 2015. Архивировано 6 август 2015 года.