РФА ӨФҮ Математика институты менән уның хисаплау үҙәге

РФА Өфө фәнни үҙәгенең Математика институты менән уның хисаплау үҙәге  — федераль дәүләт бюджет ғилми учреждениеһы, Өфөлә урынлашҡан.

РФА Өфө фәнни үҙәгенең Математика институты менән уның хисаплау үҙәге
(РФА ӨФҮ МИХҮ)
Нигеҙләнгән

1988

Директор

Напалков Валентин Васильевич

Аспирантура

специальностар: Әйберләтә, комплекслы һәм функциональ анализ һәм Дифференциаль тигеҙләмәләр, динамикалы системалар һәм оптималь идаралыҡ.

Урынлашыуы

Рәсәй флагы Өфө

Юридический адрес

Чернышевский урамы, 112, Өфө, Башҡортостан, Рәсәй

Сайт

http://matem.anrb.ru/

Институт РФА Өфө фәнни үҙәге[1] составына инә, аспирантураһы бар, ғилми журнал нәшер итә, халыҡ-ара семинарҙар үткәрә.

1971 йылда СССР ФА Башҡортостан филиалында физика һәм математика бүлеге асыла.

Математика фәндәре өлкәһендә фәнни тикшеренеүҙәрҙе ойоштороу маҡсатында Мәскәү Энергетика институтынан математик, СССР ФА мөхбир ағзаһы Леонтьев Алексей Фёдорович саҡырыла, ул Өфөгә 1971 йылда үҙенең шәкерттәре төркөмө — В. В. Напалков, В. П. Громов, Ю. Н. Фролов — менән килә.

1971—1972 йылдарҙа Өфөгә Новосибирск Академҡаласығынан ғалимдар Рамазанов М. Д. һәм Шабат А. Б. күсеп килә. 80-се йылдар уртаһына Физика һәм математика бүлегендә фәнни йүнәлештәр булдырыу һәм математик подразделениеларҙы үҙгәртеп ҡороу тамамлана. Өфөлә СССР-ҙың диссертация советы булған математика үҙәктәренең береһе хасил була.

1987 йылда СССР Фәндәр академияһы Башҡортостан филиалы Башҡортостан фәнни үҙәге тип үҙгәртелә һәм СССР Фәндәр академияһының яңы ойошторолған Урал бүлексәһенә индерелә. СССР Хөкүмәте һәм СССР Фәндәр академияһы Президиумы ҡарарҙары нигеҙендә 1988 йылдың февралендә Урал бүлексәһенең Математика институты менән уның хисаплау үҙәген асыу тураһындағы ҡарары ҡабул ителә.

Математика институт менән уның хисаплау үҙәге 1988 йылда СССР Фәндәр академияһының Башҡортостан филиалы Физика һәм математика бүлеге нигеҙендә ойошторола.

Рәсәй Фәндәр академияһының мөхбир ағзаһы, Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы академигы Напалков Валентин Васильевич институттың директоры була.

Башта институт Туҡаев урамындағы 50-се йортта урынлаша. 1990 йылда Башҡортостанға килгән Б. Н. Ельцин инициативаһы менән ул бинаны СССР-ҙың Европа өлөшө һәм Себер мосолмандарының диниә назаратына бирәләр. Институтҡа КПСС-тың Киров район комитеты бинаһын тапшыралар.

КПСС-тың Киров райкомы был ҡарарҙы танымай һәм бинаны институтҡа тапшырырға йыйынмай. Бер нисә ай буйы институт райком бинаһының коридорында көн итә. 1990 йылдың октябрендә бина тулыһынса институтҡа бирелә.

1971—2010 йылдарҙа институтта 29 фән докторы һәм 70-тән ашыу кандидат әҙерләнә, уларҙың күпселеге Башҡортостан Республикаһы юғары уҡыу йорттарында эшләй.

Тикшеренеүҙәренең төп йүнәлештәре

үҙгәртергә
  • комплекслы алмаш дәүмәлдәр функциялары теорияһы;
  • дифференциаль тигеҙләмәләр теорияһының асимптотик ысулдары;
  • математик физиканың интеграцияланыусы һыҙыҡһыҙ тигеҙләмәләре;
  • хисаплау математикаһының ысулдары һәм алгоритмдары.

Подразделениелары

үҙгәртергә
  • Функциялар теорияһы бүлеге (мөдире — РФА мөхбир ағзаһы Напалков В. В.).
  • Комплекслы анализ бүлеге (мөдире — физика-математика фәндәре докторы Кривошеев А. С.).
  • Дифференциаль тигеҙләмәләр бүлеге (мөдире —физика-математика фәндәре докторы Калякин Л. А.).
  • Математик физика бүлеге (мөдире — физика-математика фәндәре докторы Новокшенов В. Ю.).
  • Хисаплау математикаһы бүлеге (мөдире — физика-математика фәндәре докторы Ильясов Я. Ш.).

Хеҙмәттәр

үҙгәртергә

Институт ғалимдары коллективының ҡаҙаныштары: һыҙыҡһыҙ дифференциаль тигеҙләмәләрҙе тикшереү, бәрмә тулҡын структураһын тикшереү; ҡатмарлы системаларҙан Кортевег — де-Фриз тигеҙләмәһе, Шредингерҙың һыҙыҡһыҙ тигеҙләмәһе кеүек интеграциялы дифференциаль тигеҙләмәләргә асимптотик күсештәрҙе нигеҙләү; һыҙыҡһыҙ дифференциаль һәм дифференциаль-төрлөлөклө тигеҙләмәләрҙең алгоритмдар кимәленә еткерелгән һәм компьютер алгебраһы саралары менән ғәмәлгә ашырылған интеграцияланыусанлыҡ критерийҙары һ. б.

Институт хеҙмәткәрҙәре тарафынан солитондар теорияһы һәм математик физика тигеҙләмәләре буйынса вуздар өсөн дәреслектәр әҙерләнгән.

Билдәле ғалимдары

үҙгәртергә
  • Напалков Валентин Васильевич — математик, профессор, Рәсәй Фәндәр академияһының мөхбир ағзаһы
  • Леонтьев Алексей Фёдорович — математик, профессор, СССР Фәндәр академияһының мөхбир ағзаһы
  • Ильин Арлен Михайлович — РФА академигы.

Уфимский математический журнал[2].

Һылтанмалар

үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә