Ғәшүрә (исем)
Ғәшүрә — башҡорттарҙа һәм башҡа мосолман халыҡтарында таралған ҡатын-ҡыҙ исеме.
Ғәшүрә |
Этимологияһы
үҙгәртергәҒәшүрә башҡорт теленә ғәрәп теленән ингән. Һижрә буйынса Ай календарының беренсе айы — мөхәррәм айынын унынсы көнө атамаһынан алынған. Ошо байрам көнөндә тыуған ҡыҙ балаға ҡушалар[1].
Билдәле шәхестәр
үҙгәртергәИрназарова Ғәшүрә Хәйрулла ҡыҙы (15 март 1915 йыл — 3 ноябрь 2000 йыл, Сибай) - театр актёры. 1942—1973 йылдарҙа хәҙерге Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге Сибай башҡорт дәүләт драма театры актёры. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған артисы (1972). Бөтә Союз үҙешмәкәр сәнғәт радиофестивале лауреаты (1937).
Сөлйәмәнова Ғәшүрә Ғәлимйән ҡыҙы — «Заря» агросоюзын машина менән һауыу операторы, ауыл хужалығының атҡаҙанған хеҙмәткәре (1996).
Шулай уҡ ҡарағыҙ
үҙгәртергәҒәшүрә (ғәр. عاشوراء) — Исламда айырата хөрмәтләнә торған көн, ул мөхәррәм айының 10-сы көнөнә тура килә; сөнниҙәрҙә был көн Аллаһтың Муса пәйғәмбәрҙе һәм Бәни исраилде Фирғәүен ғәскәренән ҡотолдороуы хөрмәтенә сөннәт ураҙа тотоу менән билдәләнә, шиғыйҙарҙа мәтам көнө булараҡ билдәләнә, сөнки был көндә шиғый шәһиттәрен, иң әүәл имам Хөсәйен ибн Ғәли иҫкә алған көн.
Ашура (ғәшүрә) — албан ҡатын-ҡыҙҙары әҙерләй торған пудинг. Уны ваҡланған бойҙай, шәкәр, киптерелгән еләк-емеш, ваҡланған сәтләүек һәм дәрсен кеүек ҡушылмаларҙан ураҙаның унынсы көнөндә (ғәшүрә көнөндә) эшләйҙәр.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Сулейманова Р. А. Башкирско-русский словарь-справочник личных имен и фамилий. 2018 йыл 16 май архивланған. — Уфа, 2013. — 364 с. ISBN 978-5-91608-111-4.
Сығанаҡтар
үҙгәртергә- Башҡорт исемдәре / Таңһылыу Күсимова, Cветлана Бикҡолова. — Өфө: Китап, 2005. – 224 бит.
- Күсимова Таңһылыу. Исемдәр донъяһында. Башҡорт исемдәре һүҙлеге, башҡорт һәм рус телдәрендә. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1991. — 192 бит.
- Сулейманова Р. А. Башкирско-русский словарь-справочник личных имен и фамилий. — Уфа, 2013. — 364 с. ISBN 978-5-91608-111-4.
- Тупеев С. Х. Башкирский именник. Справочник личных имен с написанием вариантов на русском и башкирском языках. — Уфа, 2004.
- Хисамитдинова Ф.Ғ., Султанова Р. И. Русско-башкирский словарь — справочник личных имен, отчеств, фамилий. — Уфа, 2004.
- Хисамитдинова Ф.Ғ., Төпәев С. Х. Төрки сығанаҡлы һәм төрки элементлы башҡорт исемдәре. — Өфө, 2006.
- Яңы сығанаҡ өҫтәү өсөн «Ҡалып:Исемдәр донъяһында» сәхифәһен үҙгәртегеҙ
Аҙаштар тураһында мәҡәләләр исемлеге. Әгәр ҙә һеҙ бында Википедияның башҡа мәҡәләһенән яңылыш килеп сыҡһағыҙ, ул һылтанманы дөрөҫләргә кәрәк. Шулай уҡ булған мәҡәләләрҙең тулы исемлеген ҡарағыҙ. |