Ғәрәбстан ярымутрауы сүлдәре

Ғәрәбстан ярымутрауы сүлдәре — Ғәрәбстан ярымутрауында урынлашҡан сүлле төбәктәрҙең комплексы. Инглиз телле географияла Ғәрәп сүле (ингл. Arabian Desert) исемен йөрөтә.

Ғәрәбстан ярымутрауы сүлдәре
Космостан Ғәрәбстан ярымутрауына күренеш
Космостан Ғәрәбстан ярымутрауына күренеш
Координаты: пропущена долгота
Илдәр
УрынлашыуыҒәрәбстан ярымутрауы 
Диңгеҙ кимәленән бейеклеге3760 тиклем м
Оҙонлоғо2100 км
Киңлеге1100 км
Майҙаныяҡынса 2 300 000 км²
Климат
Сәғүд Ғәрәбстаны
Красная точка
Ғәрәбстан ярымутрауы сүлдәре
 Arabian Desert Викимилектә

Тауисирлама

үҙгәртергә
 
Бөтә донъя ҡырағай тәбиғәт фонды версияһы буйынса сүл сиктәре (һары төҫтә).

Сүл башлыса Сәғүд Ғәрәбстанында урынлашҡан, шулай уҡ Иордания, Ираҡ, Күвәйт, Оман, Ҡатар, БҒӘ һәм Йәмән илдәренең территорияһына үтеп инә. Сүлдең ҡайһы бер өлөштәренең үҙ атамалары бар: Руб-әл-Хәли, Оло Нефуд, Дәхнә, Нефуд-Даһи, Әл-Һаса, Вәхибә, Йәғәфүрә, Тихама. Сүл яҡынса 2 300 000 км² майҙанды биләй, был уны ҙурлығы буйынса Сахаранан һуң икенсе урынға ҡуя.

Ҡаты шарттар арҡаһында: көндөҙгө температураның бик юғары (+54°С тиклем) һәм төндә ҡырау төшөү мөмкин (-12°С тиклем) булыуы арҡаһында[1], сүлдең хайуандар һәм үҫемлектәр донъяһы бик ярлы. Иң эре хайуандарҙан газелдәр (шул иҫәптән джейрандар), орикстар, бархан бесәйҙәре, энәғойроҡтар йәшәй. Бында ҡасандыр йәшәүсе буйлы гиеналар, шакалдар һәм медоедтар кеше менән тулыһынса тиерлек юҡ ителгәндәр. Борон сүл урында булған күлдәрҙең һәм йылғалаларҙың эҙҙәрен табылған[2], фараз буйынса бер нисә мең йыл элек бында урман булған[3].

Сүлдә эре нефть сығарыу урындары, шулай уҡ тәбиғи газ, фосфаттар һәм көкөрт табылған.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Аравийская пустыня — Климат на сайте britannica.com
  2. Ancient network of rivers and lakes found in Arabian Desert 2013 йыл 29 октябрь архивланған. на сайте ox.ac.uk, 30 апреля 2012
  3. 7 Deserts That Used To Be Verdant Fields and Forests 2019 йыл 9 сентябрь архивланған. на сайте revmodo.com, 26 июля 2012

Һылтанмалар

үҙгәртергә