Ғәмер ибн Ғөбәйд (мил.699 й., Бәлх, хәҙ. Афғанстан — мил. 761) — мөғтәзилилеккә нигеҙ һалыусыларҙың береһе.

Ғәмер ибн Ғөбәйд
ғәр. عمرو بن عبيد
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  Ғәббәсиҙәр хәлифәлеге
Тыуған көнө 699[1]
Тыуған урыны Балх[d], Балх[d], Афғанстан
Вафат булған көнө 761[1]
Һөнәр төрө Мөтәкәллимдәр
Йоғонто яһаусы Хәсән әл-Басри һәм Васил ибн Ата[d]

Биографияһы

үҙгәртергә

Ғәмер ибн Ғөбәйд 699 йылда Бәлх (Вәзирабад) ҡалаһында тыуған. Атаһы менән бергә ул Бәсраға күсеп килә, шунда әл-Хәсән әл-Бәсриҙың уҡыусыһы булып китә. Ҡайһы бер урта быуат авторҙары фекеренсә, мөғтәзилилектең барлыҡҡа килеүе Үәсил ибн Ғата менән түгел, ә нәҡ Ғәмер ибн Ғөбәйд менән бәйле. Ғәмер ибн Ғөбәйд, дөйөм алғанда, мөғтәзили мәктәбен булдырыуы төп ҡаҙаныш булып торған Үәсил артынан эйәрә[2].

759 йылда мөғтәзилиҙәр исеменән хәлифә әл-Мансур менән уның яҡлыларҙың Ираҡтағы Алисылар династияһын пропагандалаусы Мөхәммәт ән-Нәфс Әз-Зәкигә мөнәсәбәте айҡанлы һөйләшеүҙәр алып барырға тейеш була. Мөғтәзилиҙәр Мөхәммәт ән-Нәфскә яҡшы ҡарашта булһа ла, Ғәмер ибн Ғөбәйд нейтралитет һаҡлап ҡала ала. Ул 761 йылда Алисылар ихтилалы башланыуға тиклем вафат була[3].

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. 1,0 1,1 ʿAmr ibn ʿUbayd ʿAmr ibn ʿUbayd // AlKindi (онлайн-каталог Доминиканского института востоковедения)
  2. Ислам: ЭС, 1991, с. 21
  3. Josef van Ess. Une lecture à rebours de l'histoire du mu'tazilisme / P. Geuthner. — 1979. —  47. — 139 p. — (Revnue d'Etudes Islamiques). — ISBN 2705301402.
  • Ибрагим Т. К. ‘Амр б. ‘Убайд // Ислам: энциклопедический словарь / Отв. ред. С. М. Прозоров. — М. : Наука, ГРВЛ, 1991. — С. 21. — 315 с. — 50 000 экз. — ISBN 5-02-016941-2.
  • ʿAmr b. ʿUbayd / Watt, W. Montgomery // Encyclopaedia of Islam. 2 ed. — Leiden : E. J. Brill, 1960—2005. (түләүле)

Һылтанмалар

үҙгәртергә
  • Amr ibn Ubayd (неопр.). The Oxford Dictionary of Islam. Дата обращения: 13 ноября 2014.