Ғәйфуллин Ғарифулла Ғәйфулла улы
Ғәйфуллин Ғарифулла Ғәйфулла улы (1 ғинуар 1905 йыл — 3 октябрь 1995 йыл) — 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугиры, рядовой, ҡыҙылармеец.
Ғәйфуллин Ғарифулла Ғәйфулла улы | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ |
Совет Рәсәйе СССР Рәсәй империяһы |
Тыуған көнө | 1 ғинуар 1905 |
Тыуған урыны | Оло Шаҙы ауылы, Бөрө өйәҙе, Өфө губернаһы, Рәсәй империяһы |
Вафат булған көнө | 3 октябрь 1995 (90 йәш) |
Вафат булған урыны | Оло Шаҙы ауылы, Мишкә районы, Башҡортостан Республикаhы, Рәсәй |
Хәрби звание | рядовой һәм ҡыҙылармеец[d] |
Һуғыш/алыш | Бөйөк Ватан һуғышы |
Ғәскәр төрө | кавалерия[d] |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Биографияһы
үҙгәртергәҒәйфуллин Ғәрифулла Ғәйфулла улы 1905 йылдың 1 ғинуарында Башҡорт АССР-ының Мишкә районы Оло Шаҙы ауылында тыуа. Бәләкәйҙән колхоз баҫыуында эшләй. Ҡыҙыл Армия сафына 1941 йылдың декабрендә Мишкә районы хәрби комиссариаты тарафынан саҡырыла[1].
Хәрби хеҙмәте
үҙгәртергәҒарифулла Ғайфулла улы 113-сө Башҡорт кавалерия дивизияһының 295-се кавалерия полкында хеҙмәт итә. Ул икенсе сабель эскадрондында һуғыша. Курск дуғаһында, Ростов-на Дону янындағы алыштарҙа ҡатнаша. Ике тапҡыр яралана. Икенсе тапҡыр ул ауыр яралана һәм Балашов, Молотов, Ҡазан ҡалаларының госпиталдәрендә дауалана. Врачтар бер аяғын һаҡлап ҡала алмай, ампутация эшләргә тура килә. Ошо сәбәп арҡаһында 1944 йылда ул тыуған ауыла ҡайта[2].
Һуғыштан һуңғы йылдар
үҙгәртергәХәрби хеҙмәтен Германияла тамамалай. Фронтан әйләнеп ҡайтҡас, һуғыш инвалиды булыуға ҡарамаҫтан колхозда эшләй.
Ғаилә хәле
үҙгәртергәТормош иптәше Мәнзүмә Зәкетдин ҡыҙы һуғыш йылдарында Молотов (хәҙерге Пермь ҡалаһы) ҡалаһында урынлашҡан хәрби заводта эшләй. Унда фронтҡа һуғыш ҡоралдары әҙерләйҙәр. Улар туғыҙ бала тәрбиәләп үҫтерәләр[1]
Наградалары
үҙгәртергә- I дәрәжә Ватан һуғышы ордены
- II дәрәжә Ватан һуғышы ордены
- «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Германияны еңгән өсөн» миҙалы
- Юбилей миҙалдары
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ 1,0 1,1 Мы бережно храним красноармейскую книжку 2021 йыл 24 июнь архивланған.
- ↑ Гайфуллин Гарифулла Гайфуллинович
Сығанаҡтар
үҙгәртергә- Мы бережно храним красноармейскую книжку 2021 йыл 24 июнь архивланған.