Ғәзизов Искәндәр Хәниф улы
Ғәзизов Искәндәр Хәниф улы (8 август 1984 йыл) — йырсы, Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы солисы, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы (2022).
Ғәзизов Искәндәр Хәниф улы | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Тыуған көнө | 8 август 1984 (40 йәш) |
Тыуған урыны | Йөйәк, Белорет районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР |
Һөнәр төрө | йырсы |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Биографияһы
үҙгәртергәИскәндәр Хәниф улы Ғәзизов Башҡорт АССР-ы Белорет районының Йөйәк ауылында 1983 йылдың 8 авгусында тыуған.
2005 йылда Өфө сәнғәт училищеһын, 2010 йылда — Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтын тамамлай. Студент сағында уҡ йырсы булараҡ республикала таныла башлай.
Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһында эшләй [1].
«Дуҫлыҡ моңо», «Урал моңо», «Ирәндек моңдары», «Гәлсәр һандуғас», «Башҡорт йыры» кеүек мәртәбәле бәйгеләр лауреаты [2]
2022 йылдың 25 мартында йырсыға «Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы» тигән маҡтаулы исем бирелде [3]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
үҙгәртергә- Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы (2022)[4]
- «Йәштәргә патриотик тәрбиә биреүҙәге хеҙмәттәре өсөн» миҙалы (2016)
- «Ал да нур сәс халҡыңа» миҙалы
Сығанаҡтар
үҙгәртергәР. Мусина. Тауыш — Хоҙай бүләге. — «Башҡортостан», 2020, 24 июль
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Тормошомда осраған һәр кешегә рәхмәтлемен
- ↑ Башҡорт дәүләт филармонияһында Искәндәр Ғәзизовтың концерты үтәсәк
- ↑ Радий Хабиров в День работника культуры наградил выдающихся представителей отрасли
- ↑ Указ Главы Республики Башкортостан от 22 марта 2022 №УГ-124