Өфө статистика, информатика һәм иҫәпләү техникаһы колледжы
Өфө статистика, информатика һәм иҫәпләү техникаһы колледжы — Башҡортостан Республикаһы Өфө ҡалаһының урта профессиональ белем биреү дәүләт бюджет мәғариф учреждениеһы. 1932 йылдың 15 октябрендә иҫәп-бухгалтерия хеҙмәткәрҙәрен әҙерләү өсөн Өфө планлы-иҡтисад техникумы булараҡ ойошторолған. 1942 йылдан — Өфө статистика техникумы, 1967 йылдан — Өфө иҫәпте механизациялау техникумы, 1990 йылдан —Өфө информатика һәм иҫәпләү техникаһы техникумы, 1992 йылдан — хәҙерге исеме менән. 1935 йылда беренсе тапҡыр 35 дипломлы иҫәп хеҙмәткәрҙәре сығарыла. 26 меңдән ашыу белгес әҙерләнгән (2015)[1][2].
Өфө статистика, информатика һәм иҫәпләү техникаһы колледжы (УКСИВТ) | |
Нигеҙләнгән йылы | |
---|---|
Директоры |
Ҡунысбаев Сәйфетдин Зәйнетдин улы |
Урынлашҡан | |
Адрес |
450005, Өфө, Киров урамы, 65-се йорт |
Сайт | |
Тарихы
үҙгәртергә1932 йылда Өфөлә планлы-иҡтисад техникумы ойошторола. XХ быуаттың утыҙынсы йылдарында илдең статистика хеҙмәте Госплан ҡарамағында була һәм иҫәп-бухгалтерия хеҙмәткәрҙәрен әҙерләү өсөн уҡыу йорто РСФСР Госпланы ҡарамағында була. Өфө техникумы белгестәрҙе БАССР-ҙың предприятиелары һәм ойошмалары өсөн әҙерләгән. Дәрестәр аудиторияға яраҡлаштырылған Пушкин һәм Ленин урамдары мөйөшөндә урынлашҡан йорттарҙа үткәрелгән.
1935 йылда беренсе 35 дипломлы белгестәр сығарҙы.
1942 йылда техникум Өфө статистик техникумына үҙгәртелә. Шул йылда уҡ уҡытыу Карл Маркс урамы, 15-се йорт адресы буйынса иҙән аҫтындағы бүлмәләрҙә үткәрелә.
1943 йылда техникум 35-се, 44-се мәктәп биналарына күсә, бында дәрестәр өсөнсө сменала ойошторола. Был ваҡытта техникумда уҡыған дөйөм һаны 130 кешенән 5 төркөм белем ала.
1948—1952 йылдарҙа Совет майҙанында яңы бина төҙөлә. 1952—1953 уҡыу йылында дәрестәр БАССР-ҙың төп майҙанындағы бинала үткәрелә. 1957 йылда был бина Башсовнархоз тапшырыла, ә техникумға Киров урамы, 65-се йортта урынлашҡан 44-се һанлы мәктәп бинаһы алмашҡа бирелә.
1960 йылда «Иҫәп һәм иҫәпләү эштәрен механизациялау» бүлеге, 1964 йылда -«Иҫәп һәм иҫәп-аналитика машиналарын эксплуатациялау» бүлеге асыла. 1965 йылда ситтән тороп уҡыу бүлеге асыла.
1967 йылда РСФСР үҙәк статистика идаралығы Өфө механизациялау техникумына үҙгәртелә.
1960—1970 йылдарҙа техникумдың матди-техник базаһы нығытыла, уҡыу-производство корпусы, 550 урынлы ике дөйөм ятаҡ, оҫтахана, гараж, спорт залы төҙөлә, уҡыу корпусына реконструкция үткәрелә.
1973 йылда яңы бүлек асыла — «Тиҙ хәрәкәт иткән машиналар өсөн программалау».
1978 йылдан ЭВМ ЕС1020 ЭВМ ЕС1030, ПВК М5000 менән йыһазландырылған уҡыу-хисаплау үҙәге эшләй башлай.
1980 йылдарҙа техникумдың башҡа корпустары менән тоташҡан яңы корпусы төҙөлә.
1990 йылда техникум РСФСР-ҙың Госкомстаты Өфө статистика, информатика һәм иҫәпләү техникаһы техникумы итеп үҙгәртелә.
1992 йылда техникумға колледж статусы бирелә һәм шул ваҡыттан Өфө статистика? информатика һәм иҫәпләү техникаһы колледжы тип атала.
1994 йылда кадрҙар әҙерләү һәм ҡайтанан әҙерләү буйынса үҙәге асыла, 2003 йылдан алып өҫтәмә профессиональ белем биреү үҙәге тип атала.
2002 йылда колледж музейы асылды.
2004 йылда дистанцион уҡытыу технологиялары ҡулланыу системаһы индерелә.
2007 йылда колледж Федераль дәүләт статистика хеҙмәте ҡарамағынан Рәсәй Федерацияһы мәғариф министрлығы ҡарамағына күсерелә.
Директорҙар
үҙгәртергә- 1932—1935 — Баталов Александр Федорович
- 1935—1942 — Хаҙыев Хафиз Хажи улы
- 1942—1943 — Малютина Варвара Михайловна
- 1943—1944 — Валитова Мөжәрә Мөхәмәт ҡыҙы
- 1944—1945 — Степанов Александр Дмитриевич
- 1945—1971 — Куликов Виктор Лукьянович. БАССР-ҙың атҡаҙанған уҡытыусыһы, РСФСР-ҙың атҡаҙанған уҡытыусыһы. «Социалистик иҫәбе отличнигы» билдәһе, «Почёт Билдәһе» ордены менән бүләкләнгән.
- 1971—1986 — Шадинский Станислав Константинович. РСФСР-ҙың атҡаҙанған уҡытыусыһы.
- 1986—1999 — Воробьев Владимир Георгиевич. Башҡортостан республикаһының атҡаҙанған иҡтисадсыһы. «За отличные успехи в среднем специальном образовании» билдәһе менән бүләкләнгән.
- 1999—2001 — Петрова Алла Васильевна
- 2001 йылдан алып бөгөнгәсә — Ҡунысбаев Сәйфетдин Зәйнетдин улы. Педагогия фәндәре кандидаты.
Уҡытыусылар
үҙгәртергә- Дәүләт наградаларына һәм айырмалы билдәләренә лайыҡ булдылар
- РСФСР-ҙың атҡаҙанған уҡытыусыһы — Масленникова В. М., Мөхәмәтйәнов Р. А., Щадинский С. К.
- БАССР-ҙың, Башҡортостан Республикаһы атҡаҙанған уҡытыусыһы — Макаров А. А., Мөхәмәтйәнов Р. А., Маренко А .А., Егорова Н. М., Хасипов Р. Х.
- Башҡортостан республикаһының атҡаҙанған иҡтисадсыһы — Воробьев В. Г.
- Башҡортостан республикаһының атҡаҙанған физик культура хеҙмәткәре — Глинин А. В.
- «Рәсәй Федерацияһының халыҡ мәғарифы алдынғыһы» билдәһе — Кудряшева А. К., Үлмәҫова А. М., Коновалова З. Г., Степанов И. Я.
- «Урта махсус профессиональ белем биреүҙә иң яҡшы уңыштары өсөн» — Мөхәмәтйәнов Р. А., Воробьев В. Г., Юрасов И. В.
Тамамлаусылар
үҙгәртергә1935 йылда беренсе сығарылышта 35 белгес диплом алған. Билдәле булыуынса, 2015 йылда тамамлаусылар һаны 26 меңдән ашыу булған.
- Билдәле тамамлаусылар
- Китабаева Суфия Мирғәлим ҡыҙы (12.11.1922, д. БАССР-ҙың Бәләбәй кантоны Иҫке Сабай ауылы, хәҙер Башҡортостан Республикаһының Бүздәк районы Сабай ауылы— 24.12.1997, Өфө) — иҡтисадсы. Иҡтисад фәндәре кандидаты (1959), БАССР-ҙың атҡаҙанған фән эшмәкәре (1977).
- Семивеличенко Евгений Александрович (16.01.1978, Өфө) — 1997 йылғы тамамлаусы, «УМПО» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең идарасы директоры (2015 йылдан), «Рәсәй машина эшләүселәр союзы» дөйөм Рәсәй йәмәғәт ойошмаһының Башҡортостан төбәк бүлексәһе рәйесе (2016 йылдан), Башҡортостан Республикаһының Дәүләт йыйылышы — Ҡоролтайы депутаты (2016 йылдан)[3].
Һөнәрҙәр
үҙгәртергә- Ғәмәлдәге
- Компьютер системалары һәм комплекстары
- Компьютер селтәрҙәре
- Компьютер системаһын программалау.
- Мәғлүмәт системалары (тармаҡтар буйынса)
- Автоматлаштырылған мәғлүмәт системалары хәүефһеҙлеге
- Селтәр һәм системалы программалау
- Программалау һәм мәғлүмәт системаһы
- Ер-мөлкәт мөнәсәбәттәре
- Иҡтисад һәм бухгалтер иҫәбе (тармаҡтар буйынса)
- Хоҡуҡ һәм социаль тәьминәтте ойоштороу
- Хоҡуҡ һаҡлау эшмәкәрлеге
- Хоҡуҡ һәм хөкөм итеүгә администраторлыҡ итеү
- Ғәмәлдән сығарылған
- Иҫәпләү һәм иҫәпләү эштәрҙе механизациялау
- Тиҙ хәрәкәт иткән машиналарҙы программалау
- Статистика
- Хисаплау техникаһын ремонтлау һәм эксплуатациялау
- Иҫәпләү һәм иҫәпләү-аналитика машиналарын эксплуатациялау
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Кунсбаев, С.З. Уфимский колледж статистики, информатики и вычислительной техники // Башкирская энциклопедия. — Уфа: ГАУН РБ «Башкирская энциклопедия», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-306-8.
- ↑ 80 лет. Уфимский колледж статистики, информатики и вычислительной техники / юбилейный буклет. — Уфа, 2012. — 28 с.
- ↑ Управляющим директором УМПО назначен Евгений Семивеличенко
Сығанаҡтар
үҙгәртергә- Средние специальные учебные заведения Республики Башкортостан. Справочник. — Уфа: ООО «ДизайнПолиграфСервис», 2004. — 256 с.
- Кунсбаев, С.З. Уфимский колледж статистики, информатики и вычислительной техники // Башкирская энциклопедия. — Уфа: ГАУН РБ «Башкирская энциклопедия», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-306-8.
- Музей истории Уфимского колледжа статистики, информатики и вычислительной техники. К 75 летию колледжа / юбилейный видеофильм.
- 70 лет. Уфимский колледж статистики, информатики и вычислительной техники / юбилейный буклет. — Уфа, 2003. — 12 с.
- ФГОУ СПО Уфимский колледж статистики, информатики и вычислительной техники. // 100 лучших ССУЗОВ России. — 2010 — № 3 — с.111
- 80 лет. Уфимский колледж статистики, информатики и вычислительной техники / юбилейный буклет. — Уфа, 2012. — 28 с.
- СМИ о колледже
- Сергеев Б. Качественное образование — основа социального развития // Комсомольская правда. — 2001. — № 108. — С. 11.
- Хамматов И. Киләсәгебеҙ белемле йәштәр ҡулында // Башҡортостан. — 2001 — № 147 — 3 бит.
- УКСИВТ — одно из старейших учебных заведений Республики, осуществляющей подготовку кадров среднего звена // Интересная газета, 2006. — № 48. — С. 3.
- Живые факты «сухой» статистики // Аккредитация в образовании. — 2006. — № 8. — С. 59-61.
- Кашапова Л. С любовью к альма-матер // Молодежная газета. — 2007. — № 18. — С.6.
- Арсланова А. Н. Учитель как творец: столичное образование // Вечерняя Уфа. — 2008. — № 207. — С. 4.
- Даянова Л. Һәр заманда ла …кәрәкле был hөнәр // Киске Уфа. — 2009. — № 51. — С. 15.
- Аҡюлов И. Кәрәкле һөнәр эйәләре әзерләнә (УКСИВТ директоры менән халыҡ иҫәбен алыу тураһында интервью) // Башкортостан. — 2010. — № 127. — С. 2.
- Юрьева В. Республиканское образование — на высоте!. // Молодежная газета. — 2010. — № 17.- С. 4.
- Хайруллина Л. Вычислить путь звезды // Российская газета. Приложение к газете. — 2010. — № 40. — С. 6.
- УКСИВТ: через образование к процветанию // Комсомольская правда, 2011. — № 42. — С. 13.
- Таюпов Ф. А. В ногу со временем // Вечерняя Уфа. — 2012. — № 18. — С. 1.
- Пустовалова Э. Мировые кадры, выращенные на региональной почве. // Вечерняя Уфа. — 2014 — № 86 — С.3
- Кунсбаев С. З. Инновационные модели подготовки высококвалифицированных кадров. // Башҡортостан уҡытыусыһы. — 2015 — № 4 — С.74-76
- Кунсбаев С. З. Сохраняя традиции, поддерживая инновации. // Аккредитация образования. — 2016 — № 4 — С. 64-65
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Официальный сайт Уфимского колледжа статистики, информатики и вычислительной техники
- Кунсбаев, С.З. Уфимский колледж статистики, информатики и вычислительной техники // Башкирская энциклопедия. — Уфа: ГАУН РБ «Башкирская энциклопедия», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-306-8.
- УКСВИТ в СМИ
- Уфимскому колледжу статистики, информатики и вычислительной техники — 75 лет. Башинформ. 11 февраля 2008. Гульназ Шарафлисламова