Ғәбиҙуллина Әлфинә Таһир ҡыҙы

уҡытыусы, филология фәндәре кандидаты

Ғәбиҙуллина Әлфинә Таһир ҡыҙы (12 май 1989 йыл) — уҡытыусы, филология фәндәре кандидаты

Ғәбиҙуллина Әлфинә Таһир ҡыҙы
Зат ҡатын-ҡыҙ
Гражданлыҡ  СССР
 РСФСР
 Башҡорт АССР-ы
 Башҡортостан Республикаhы
Тыуған көнө 12 май 1989({{padleft:1989|4|0}}-{{padleft:5|2|0}}-{{padleft:12|2|0}}) (34 йәш)
Тыуған урыны Иҫке Мөсәт, Иҫке Собханғол ауыл советы, Бөрйән районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Уҡыу йорто Башҡорт дәүләт университетының Стәрлетамаҡ филиалы
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

Биографияһы үҙгәртергә

Әлфинә Таһир ҡыҙы Ғәбиҙуллина (Шәмиғолова) 1989 йылдың 12 майында Башҡорт АССР-ының Бөрйән районы Иҫке Мөсәт ауылында тыуған. Башланғыс кластарҙа Иҫке Собханғол мәктәбендә уҡый, 11-се класты Яңы Собханғол урта мәктәбендә тамамлай.

2006—2011 йылдарҙа Зәйнәб Биишева исемендәге Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия академияһында «Башланғыс кластар, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы» һөнәре буйынса белем ала. Академияны ҡыҙыл дипломға тамамлай. 2011—2015 йылдарҙа — шул академияһының башҡорт теле кафедраһы ҡарамағындағы Рәсәй Федерацияһы халыҡтары телдәре (башҡорт теле) һөнәре буйынса аспиранты (ситтән тороп уҡыу бүлегендә).

Хеҙмәт юлы

Фәнни эшмәкәрлеге үҙгәртергә

Ғәбиҙуллина Әлфинә Таһир ҡыҙы халыҡ-ара, бөтә Рәсәй, төбәк-ара, вуз-ара ғилми-ғәмәли конференцияларҙа ҡатнаша. Тикшеренеүҙең төп положениелары 34 баҫмала, шул иҫәптән РФ Мәғариф һәм фән министрлығының Юғары аттестация комиссияһы тәҡдим иткән фәнни журналдарҙағы 4 мәҡәлә (Таулы Алтай, 2013, Түбәнге Новгород, 2014, Мәскәү, 2014, 2015), Скопус (Италия, Рим) мәғлүмәт базаһына индерелгән халыҡ-ара фәнни журналда яҙылған.

Китаптары үҙгәртергә

  • «Башҡортса-урыҫса кейем-һалым һәм биҙәүестәр лексикаһы һүҙлеге» (Өфө, 2015)[1][2]
  • «Башҡорт телендә кейем-һалым һәм биҙәүестәр лексикаһы» монографияһы (Өфө, 2020)[3]
  • «Русско-башкирский словарь лексики одежды и украшений» (Уфа, 2021).

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре үҙгәртергә

  • Филология фәндәре кандидаты (14 июль 2016)[4]
  • Башҡортостан Республикаһы гранттарына йәш ғалимдарҙың һәм йәштәр ғилми коллективтарының ғилми эштәре конкурсында еңеүсе, 2014 йыл;
  • Башҡортостан Республикаһы гранттарына йәш уҡытыусылар конкурсы еңеүсеһе, 2016 йыл;
  • «Өфө ҡалаһы ҡала округы Октябрь районы туған телдәрҙең иң яҡшы уҡытыусыһы» район конкурсы еңеүсеһе (2-се урын);
  • «Тамға» Халыҡ-ара башҡорт милли кейеме оҫталары конкурсында 1 урын (2022)

Матбуғатта үҙгәртергә

«Шоңҡар» журналы 12 октябрь 2022[5]

Һылтанмалар үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә