Ғәбитов Илдар Миҙхәт улы
Ғәбитов Илдар Миҙхәт улы (12 июнь, 1961, Башҡорт АССР-ы, Әбйәлил районы, Буранғол ауылы) — публицист, иҡтисад фәндәре кандидаты (1990), доцент (1998)[1]. Башҡортостан Республикаһының 3-сө класлы баш дәүләт советнигы (1998), Рәсәй һәм Башҡортостан Журналистар союзы ағзаһы (2006).
Ғәбитов Илдар Миҙхәт улы | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ |
СССР РСФСР Башҡортостан Республикаhы |
Тыуған көнө | 12 июнь 1961 (63 йәш) |
Тыуған урыны | Буранғол, Әбйәлил районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР |
Һөнәр төрө | иҡтисадсы |
Биографияһы
үҙгәртергәҒәбитов Илдар Миҙхәт улы 1961 йылдың 12 июнендә Әбйәлил районының Буранғол ауылында күп балалы ғаиләлә тыуа. Урта мәктәпте тамамлағандан һуң, Дондағы Ростов дәүләт университетының иҡтисад факультетын тамамлай (1983).
1983—1990 йылдарҙа — Өфө дәүләт авиация техник институты, 1990—1997 йылдарҙа Өфө юридик институты доценты.
1997—2004 йылдар — Башҡортостан Президенты Хакимиәтенең иҡтисад бүлеге мөдире.
2004 йылдан Башҡорт дәүләт университеты доценты[1].
Эшмәкәрлеге
үҙгәртергә80-дән артыҡ ғилми хеҙмәт, күп публицистик әҫәрҙәр, төрлө башватҡыстар, сценарийҙар (БСТ-лағы «Арыҫлан» ир-егеттәр клубы, «Алтын тирмә»), «Алтын тирмә» телепроекты авторҙашы, «Юлдаш» радиоһында «Асыҡ студия» алып барыусыһы (2017). «Йәшлек», «Башҡортостан», «Киске Өфө», «Йәншишмә» гәзиттәре, «Шоңҡар», «Аманат» журналдарың йыл лауреаты, Башҡортостан юлдаш телевидениеһы эксперты.
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
үҙгәртергәХеҙмәттәре
үҙгәртергә- «Капитал» Карла Маркса: Практикум. — Уфа, 2009
- Башҡортса башватҡыстар: кроссвордтар.- Өфө, 2013.