Ғәбделҡадир (тулы исеме Ғәбделҡадир бин Мөхөтдин әл-Йызайыр, ғәр. عبد القادر الجزائري‎; 6 сентябрь 1808 йыл, Муасҡар — 26 май 1883 йыл, Дамаск) — ғәрәп әмире, Алжирҙың милли ҡаһарманы, юлбашсы, дин белгесе, суфый, ғалим, оратор һәм шағир.

Ғәбделҡадир әл-Йызайыр
ғәр. عبد القادر الجزائري

Вафат булғандан һуң төшөрөлгән портрет, рәссамы — Анже Тиссье
Тыуған ваҡыты

6 сентябрь 1808({{padleft:1808|4|0}}-{{padleft:9|2|0}}-{{padleft:6|2|0}})

Тыуған урыны

Муасҡар,
Алжир

Үлгән ваҡыты

26 май 1883({{padleft:1883|4|0}}-{{padleft:5|2|0}}-{{padleft:26|2|0}}) (74 йәш)

Вафат урыны

Дамаск,
Ғосман империяһы
(хәҙерге Сүриә)

Хеҙмәт иткән урыны

Алжир Алжир

Биографияһы

үҙгәртергә

Тәүге йылдары

үҙгәртергә

Ғәбделҡадир сығышы буйынса Урта диңгеҙ буйында урынлашҡан Оран ҡалаһында төпләнгән бик боронғо һәм затлы руханиҙар ырыуынан булған. Ғилми әҙәбиәттә йөрөгән фекер буйынса, Ғәбделҡадирҙың ата-бабалары бану-ифрен ғәрәпләштерелегән бәрбәр ҡәбиләһенән сыҡҡандар[1][2].

Ғәбделҡадир үҙенең атаһы Сәйет Мөхөтдин менән етәкләнгән Муасҡар ҡалаһындағы «Һетнә» мәҙрәсәһендә белем ала. Үҙенең ғәжәп һәләттәре, диндарлығы, ғилемлеге һәм ҡорал менән эш итә белеү арҡаһында ул йәш сағында уҡ киң танылыу ала.

Алжирҙағы эҙәрләүҙән Мысырға ҡаса, бынан Мәккәгә хаж ҡыла һәм хажи булараҡ тыуған яғына ҡайта. Бал ваҡытта француздар Алжирҙы баҫып алалар, әммә уларға ҡаршы ғәрәптәр ихтилал күтәрә.

Антиколониаль көрәш етәкселегендә

үҙгәртергә
 
Алжирҙың баш ҡалаһындағы һәйкәл

Ғәбделҡадир төрлө социаль төркөмдәренең тарҡылышын еңеп сыға һәм 1832 йылда көнбайыш Алжир ҡәбиләләре менән әмир итеп һайлана. Шулай итеп, ул баш ҡалаһы Муасҡарҙа булған бойондороҡһоҙлоҡ дәүләт — әмирлек төҙөй[3], һәм рәсми рәүештә үҙен Марокко солтаны Ғәбдрахмандың вассалы һәм наместнигы тип таный. Әмир әл-мөмьин титулын ҡабул итә.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  • Бельмар «A., sa vie politique et militaire» (Париж, 1863).
  • Ламенер «Vie, aventures, combats et prise d’A.» (Париж, 1848)
  • Оганисьян Ю., Абд-аль-Кадир, Москва, 1968;
  • Бу Азиз Яхья, Батль аль-кифах аль-амир Абд-аль-Кадир аль-Джазаири (Боевой герой эмир Абд аль-Кадир аль-Джазаири), Тунис, 1957.

Һылтанмалар

үҙгәртергә