Ғирфан (Ислам)

Wikimedia-Listn

Ғирфан (ғәр. عرفان‎; рус. Ирфан) — ислам суфыйлығындағы категория: хаҡ мосолман-монотеист нисек булырға тейешлеге тураһында (مُوَحِّدٌ мүүәхид) һәм Аллаһҡа нисек яҡынлашырға мөмкин булыу тураһындағы махсус сакраль белемгә эйә булыу. «Ғирфан» термины был төр белемгә ҡарата башлыса шиғыйҙар тарафынан ҡулланыла. Сөнниҙәргә килгәндә, мистика улар араһында «тәсәвуф» — суфыйлыҡ тип йөрөтөлә.

Тасуирламаһы

үҙгәртергә

Ғәмәлдә ғирфан ҡулланған мистиктар, терминдың хис һәм эмпирик тәжрибә, аҡыл һәм фекер йөрөтөү иҫәбенә алына алмай, әммә эске тойомлау һәм һиҙенеү юлы менән өлгәшелә торған айырым үҙенсәлегенә иғтибарҙы йүнәлтә. Кешенең тыумыштан уҡ белгән, әммә был донъяла юғалтҡан һәм онотҡан айырым бер белем. Ғирфан — Аллаһ тураһында белгән һәм юғалтҡан белемде тергеҙергә тырышыу.

Ғирфан өйрәткәнсә, Аллаһты танып белеү — был донъялағы бөтә нәмә һәм күренештәрҙең асылын таныуҙың асҡысы. Шул уҡ ваҡытта Аллаһы Тәғәлә генә абсолют белемгә эйә.

Ғирфандың билдәле ғарифтары һәм тикшеренеүселәре

үҙгәртергә

XX быуатта ғирфандың иң билдәле европа тикшеренеүселәренең береһе француз ғалимы Анри Корбен була. Шиғый дин белгестәре араһында ғирфандың күренекле ғарифтары һәм белгестәреАлламе Табатабаи, Муртаза Мутаххари кеүек аҡыл эйәләре, һәм шулай уҡ «Ҡырҡ хәҙис» һәм «әл-Фатиха сүрәһен аңлатыу» әҫәрҙәре авторы, Ирандағы Ислам революцияһы лидеры аятулла Хөмәйни бар.

Хәҙерге ваҡытта ғирфан буйынса төп рус телле белгестәрҙең береһе булып Латвия ғалимы Янис Эшотс тора. Әле йәшәгән ғарифтар иҫәбендә — Иран дин белгестәре аятулла Жәвәди Ғәмүли һәм аятулла Мөхәммәт Таҡый Мисбәх Йәзди.

Башҡорт телендә

үҙгәртергә

«Ғирфан» һүҙе ғәрәп теленән башҡорт теленә лә ингән һәм «аң, белем, тәрбиә» тигәнде аңлата. Мәҫәлән, Аҡмулла «Кемдең зауҡы юҡ — ғирфаны юҡтыр, кемдең ғирфаны юҡ — выжданы юҡтыр», тигән. Һүҙ ир-ат исеме булып та киткән. Шәйехзада Бабичтың шундай юлдары бар: «Ғирфан абзый бер шәһәрҙә ғирфаны юҡ бер ахун»[1]

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Башҡорт теленең һүҙлеге. 2 томлыҡ. — Мәскәү, 1993. — 1-се том, 861 бит; 248-се бит
  • Muhammad Taqi Misbah Yazdi. Islamic Gnozis ('Irfan) and Wisdom (Hikmat). Published by: Al Tawhid Islamic Journal, vol. 14 № 3, Fall 1997, Qom — the Islamic Republic of Iran.
  • Алламе Табатабаи. Тайны исламского монотеизма. — М.: «Исток», 2009.
  • Имам Али. Путь красноречия. Пер. с араб. и комм. Т. Черниенко. — Казань: «Идел-пресс», 2010.
  • Муртаза Мутаххари. Совершенный человек в исламе. Пер. с перс. М. Машхулова. — СПб.: «Петербургское востоковедение», 2008.
  • Муртаза Мутаххари. Краткий экскурс по «Нахдж ал-балага». Пер. с перс. и прим. М. Машхулова. — СПб.: «Петербургское востоковедение», 2008.