Ғилметдинов Альберт Харис улы

Ғилметдинов Альберт Харис улы (татар. Альберт Гыйльметдин Харис улы; род. 27 июленән 1956 йылда, Ҡазан, СССР) — физика-математика фәндәре докторы, А. Н. Туполев исемендәге Ҡазан милли тикшеренү техник университеты (КНИТУ-КАИ) ректоры (2013 йылдың мартынан). Татарстан Республикаһы Фәндәр академияһының ағза-корреспонденты (2008 йыл), КДУ-ның дөйөм физика кафедраһы профессоры. Татарстан Республикаһы мәғариф һәм фән министры (2009 йылның 17 мартынан 2012 йылдың 20 сентябренә тиклем).

Альберт Харисович Гильмутдинов
татар. Альберт Харис улы Гыйльметдинов
Ҡалып:CSS image crop
Тыуған көнө

27 июль 1956({{padleft:1956|4|0}}-{{padleft:7|2|0}}-{{padleft:27|2|0}}) (68 йәш)

Тыуған урыны

Казань, СССР

Ил

Совет Социалистик Республикалар Союзы СССР
Рәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы

Эшләгән урыны

Казанский национальный исследовательский технический университет

Альма-матер

Казанский государственный университет

Ғилми дәрәжәһе

доктор физико-математических наук

Награда һәм премиялары

Ҡалып:Медаль ордена «За заслуги перед Отечеством» 2 степени

Биографияһы

үҙгәртергә

Альберт Ғилметдинов1956 йылдың 27 июлендә Ҡазанда тыуған. 1978 йылда Ҡазан дәүләт университетының физика факультетын тамамлаған.

1984—2000 йылдарҙа — ассистент, артабан Ҡазан дәүләт университетының дөйөм физика кафедраһы доценты булып эшләй.

1991—1998 йылдарҙа АҠШ, Канада һәм Европа университеттарына профессор итеп саҡырыла.

2000—2007 йылдарҙа — КДУ-ның дөйөм физика кафедраһы профессоры. 2007 йылда Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәте ҡарамағындағы Халыҡ хужалығы академияһын «Технологияларҙы коммерцияләштереү нигеҙҙәре» йүнәлеше буйынса тамамлай.

2007—2008 йылдарҙа Татарстан Республикаһының мәғариф һәм фән министры урынбаҫары.

2009 йылдың 17 мартында Татарстан Президенты Минтимер Шәймиев Ғилметдиновты Татарстан Республикаһы мәғариф һәм фән министры вазифаһына тәғәйенләү тураһында указға ҡул ҡуйҙы[1]. 2012 йылдың 20 сентябрендә «икенсе эшкә күсеү сәбәпле» вазифанан бушатылды.[2].

2012 йылдың 20 сентябрендә Татарстан Президенты Рөстәм Миңлеханов А. Н. Туполев исемендәге Ҡазан милли тикшеренеү техник университеты (КНИТУ-КАИ) ғалимдәренә юғары уҡыу йорто ректоры вазифаларын башҡарыусы вазифаһына Альберт Гилметдиновты тәҡдим итте. Уның кандидатураһы хупланды. 2012 йылдың 21 сентябренән 2013 йылның 15 апреленә тиклем ул КНИТУ-КАИ ректоры вазифаларын башҡарҙы.

Әлеге ваҡытта А. Н. Туполев исемендәге Ҡазан милли тикшеренеү техник университетының (КНИТУ-КАИ) ректоры булып эшләй.

2017 йылдың мартынан — техник университеттар Ассоциациаһының вице-президенты.

Наградалары

үҙгәртергә
  • «Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн» II дәрәжә миҙалы (2017)[3]
  • Фән һәм техника өлкәһендә Татарстан Республикаһының дәүләт премияһы (2010)
  • Ухан университетының почетлы профессоры (Ҡытай, 2007)
  • «Татарстан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре» (2007)
  • «Иң мөһиме спектроскопияһы үҫешенә индергән өлөшө өсөн» миҙал һәм Маркус йоханус Марси исемендәге халыҡ-ара премия (1998)

Китаптары һәм баҫмалары

үҙгәртергә
    • Гильмутдинов, Альберт Харисович. Уроки лидерства: курс личностного развития / А. Х. Гильмутдинов, А. А. Гильмутдинова ; Мин-во образ-я и науки РФ, ФГБОУ ВПО КНИТУ-КАИ им. А. Н. Туполева. — Казань : Изд-во КНИТУ-КАИ, 2016. — 260 с.
    • М. В. Морозов, А. Х. Гильмутдинов, М. Х. Салахов, «Влияние шероховатости поверхности на электрохимическую активность никелевых электродов», Учен. зап. Казан. ун-та. Сер. Физ.-матем. науки, (2013), 119—126
    • А. Х. Гильмутдинов, К. Ю. Нагулин, И. В. Цивильский, «Атомизация вещества в двухстадийном термохимическом реакторе для аналитической спектрометрии», Учен. зап. Казан. ун-та. Сер. Физ.-матем. науки, (2011), 71-84
    • М. В. Морозов, А. Е. Староверов, А. Х. Гильмутдинов, М. Х. Салахов, «Трехмерная структура электромагнитных полей в индуктивно-связанной плазме», Учён. зап. Казан. гос. ун-та. Сер. Физ.-матем. науки, (2008), 67-72
    • Ориентация оси электромагнитного поля винтового индуктора для индуктивно-связанной плазмы. Р. А. Ибрагимов; А. Е. Староверов; А. Х. Гильмутдинов // Ученые записки КФУ. Физико-математические науки 2008 N3
    • А. Х. Гильмутдинов, А. В. Волошин, К. Ю. Нагулин, «Атомно-абсорбционная спектрометрия с пространственным разрешением», Усп. хим., (2006), 339-35
  1. Президент Татарстана назначил сразу четырех новых министров. Архивировано 24 май 2011 года. 2011 йыл 24 май архивланған.
  2. Министр образования Татарстана Гильмутдинов отправлен в отставку (20 сентябрь 2012).
  3. Ректору КНИТУ-КАИ вручили медаль ордена «За заслуги перед Отечеством».

Һылтанмалар

үҙгәртергә